Күрексенең туны юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тойғоларым толпар булһа, фекер – нуҡта
  • Йондоҙнамә
  • Дәрестә
  • Республика етәксеһе халыҡ менән онлайн режимында аралашты
  • Көлә-көлә «Һәнәк» килә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...» ---
    Баш ҡалабыҙ Өфөлә яҡынса 1 миллион 200 меңдән ашыу кеше йәшәй. Уларҙың һаны йылдан-йыл арта бара. Өфө халҡы тыуған ҡалаларына ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә икән? Баш ҡаланы улар нимә өсөн яраталар? Ә килеп еткән Рәсәй көнөн өфөләр ниндәй тойғо менән ҡаршылай? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, баш ҡала урамдарында осраған бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

    Ришат ДИХИН, БДУ-ның IV курс студенты:
    – Үҙем Асҡын районының Урмияҙ ауылынан булһам да, дүрт йыл эсендә Өфө яратҡан ҡалама әйләнде. Рәсәйҙең күп ҡалаларында, хатта сит илдәрҙә булғаным бар, ләкин Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә тиңләрлек урын осратманым. Ни тиһәң дә, Өфө күңелгә яҡын. Тағы ла бында үҙ-үҙеңде табырға бөтә мөмкинлек бар.
    Илебеҙ быйыл 12 июнь – Рәсәй көнө байрамын ҙур еңеүҙәр менән ҡаршылай. Был еңеүҙәр дөйөм халыҡтың өлөшө тип иҫәпләйем һәм шул йәһәттән сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Киләсәктә лә ил күләмендәге ҙур байрамды ҙур еңеүҙәр менән ҡаршыларға насип булһын.

    Айрат СӘМИҒУЛЛИН, 59 йәштә, шәхси эшҡыуар:
    – Өфө – минең йәшлегем ҡалаһы. Борай районынан белем алам тип килгән егетте үҙенә һыйындырҙы ул. Башта – техникум, һуңынан институт тамамланым. Һөнәрем буйынса 40 йыл Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә хеҙмәт иттем. Әлеге көндә үҙемдең шәхси эшемде асып ебәрҙем. Ошо дәүер эсендә Өфө ысын мәғәнәһендә тыуған ҡалама әүерелде. Баш ҡаланы йәшеллеккә күмелеп ултырғаны өсөн яратам.
    Ә Рәсәй көнөн йылдағыса ҙур шатлыҡ менән ҡаршылайым. Уртаҡ йортобоҙ байрамы бер кемде лә битараф ҡалдырырға тейеш түгел, минеңсә.

    Катя, 21 йәш:
    – Өфө ҡыҙы булғаным өсөн яратам мин баш ҡалабыҙҙы. Ошо гүзәл ҡалала тыуып үҫеп, белем алып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡаныма һөйөнөп бөтә алмайым. Өфө бит йылдан-йыл үҫешә, күркәмләнә бара, ә был беҙ, йәштәр өсөн, тик ҡыуаныслы күренеш.
    Рәсәй көнө байрамында баш ҡалабыҙ тағы ла матурлана, байрам төҫөнә инә. Йыл һайын йәмле ял бүләк иткәнең өсөн рәхмәт һиңә, Өфөм!

    Азамат ИСМӘҒИЛЕВ яҙып алды.
    авторы: Нур | 12 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Һөйгәнем атай булыуҙан ҡурҡты
  • Берҙәмлеккә әйҙәүсе көн
  • Айгөл ҒИЛӘЖЕТДИНОВА
  • Тартырғамы, тартмаҫҡамы – һәр кемдең &# ...
  • Уҡыусыларыбыҙ бер рухлы
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru