Биш мәртәбә уйла, бер мәртәбә эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Төндә атыр гөл»
  • АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ!
  • Изгелектә ярышыр ай
  • Май
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бәхетленең бөтәһе бер юлы ---
    Әле Башҡортостандың район һәм ҡалаларында яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға арналған һабантуйҙар гөрләй.
    Бөгөн Рәсәй көнө, Ҡала көнө һәм Салауат көндәре уңайынан республикабыҙҙың баш ҡалаһы халҡы «Һабантуй» байрамын тамаша ҡыласаҡ. Байрам саралары Дуҫлыҡ монументында, Ленин майҙанында һәм баш ҡаланың ял парктарында гөрләйәсәк. Дуҫлыҡ монументы янындағы Ағиҙел йылғаһы ярында Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә «Славян биҙәктәре» фестиваленең гала-концерты үтәсәк. Шулай уҡ балалар өсөн «Изгелек тыуҙыр!» тип аталған сара ойоштороласаҡ. Спорт яратыусылар Ағиҙел яры буйында пляж волейболы, ҡеүәт экстримы кеүек ярыштарҙа ҡатнаша, көс һынаша ала.
    «Динамо» стадионы ла баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын реконструкциянан һуң яңы, заманса «йөҙ» менән ҡыуандырыуын дауам итә. Бөгөн унда көрәш буйынса күрһәтмә сығыштар була. Шулай уҡ стадионда гер спорты, урам баскетболы буйынса турнир һәм башҡа бик күп төр спорт ярыштары, «Спорт ғаиләһе» фестивале лә үтә.
    Ә инде Ленин майҙанында, башлыса, йәштәр аудиторияһына ярашлы саралар ойошторола. Шулай уҡ унда кисен фейерверк та буласаҡ.
    Иван Якутов исемендәге ҡала паркына «Йәшә һәм сәскә ат, баш ҡалам!» тип аталған байрам программаһына, Сипайлово биҫтәһендәге «Ҡашҡаҙан» паркына патриотик рухтағы концертҡа барырға мөмкин.
    Ҡыҫҡаһы, бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөнөң бөтә парктары ла ҡырмыҫҡа иләүендәй гөрләп торасаҡ, миллионлаған халыҡ өс байрамды берләштергән көндә рәхәтләнеп ял итәсәк.
    Шулай уҡ республика халҡы ла өс байрамды лайыҡлы итеп, ҡыҙыҡлы программалар менән ҡаршы ала. Бөгөн Бәләбәй, Балаҡатай, Борай, Ҡыйғы, Салауат, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош райондарында, Нефтекама ҡалаһында һабантуйҙар үтә. Был байрам иртәгә – Дыуанда, 14 июндә Учалыла ойошторола.
    Бынан тыш, һабантуйҙар Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, сит илдәрҙә лә гөрләйәсәк. Яҙҙың иң күркәм байрамы Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Ханты-Манси Автономиялы Округындағы Нижневартовск ҡалаһында, Үзбәкстанда үтәсәк.

    Лилиә СИРАЕВА.
    авторы: Нур | 12 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • КӨСЛӨЛӘР, ЕТЕҘҘӘР БАЙРАМЫ
  • Рәхим итегеҙ Өфөгә,
  • [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • Һабантуйҙар башлана!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru