Алтмыш аҙым алға атла, алты тапҡыр артыңа ҡара.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эшләгең килмәһә... алма аша!
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • Күсәр
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • МАШИНАҒА ЛА ЭҪЕ ---
    Йәйге эҫелә машинаның моторы ҡыҙа. Ләкин бының өсөн һауа торошоноң үтә лә эҫе тороуына һәм тирәк мамығына ғына һылтанырға ашыҡмағыҙ. Улар быға тиклем капот аҫтында йоҡлаған «ауырыуҙар»ҙы уятып ҡына ебәрә, һеҙ быға тиклем был проблемаларға иғтибар итмәгәнһегеҙ. Уйлап ҡарағыҙ әле, ҡайһығыҙ майҙы алмаштырҙы, кем бензин насосының нисек эшләүен тикшерҙе (беҙҙең яғыулыҡ менән ул бик тиҙ бысрана)? Бөтә цилиндрҙарҙың да баҫымын үлсәү мотлаҡ. Ҡыҫҡаһы, машина йәйге эҫене ҡаршылау өсөн тулы техосмотр үтергә тейеш. «Тимер ат»тарҙың моторын йыуырға ла онотмаҫҡа ине. Унда ҡыш буйы тоҙ, бысраҡ йыйыла, мотор янында йылынырға яратҡан ялман-сысҡандар ҡалдырған «күстәнәс»тәр тулып ята. Ә бөтә ошо ҡалдыҡ янып, салонға инә, һауаһы насар булған автомобилдә йөрөүсе кеше лә ауырый.
    Әгәр мотор тулыһынса «сәләмәт» икән, радиаторында һыу аҙ ғына булған хәлдә лә ҡайнап сыҡмаясаҡ. Тимәк, тирәк мамығы, эҫелек менән көрәшер алдынан, двигателдәге проблемаларҙы хәл итергә кәрәк.
    Эҫелә водителдәрҙе сығырынан сығарған тағы ла бер мәсьәлә бар. Ысынында ул юҡтан ғына килеп сыҡҡан. Шулай ҙа белгестәр уны йәйге эҫелә иң йыш аварияларға килтергән сәбәптәрҙең береһе тип һанай. Һүҙ йылылыҡты үлсәүсе приборҙар тураһында бара. Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ юлда, автомобилегеҙҙең моторы сәғәт кеүек эшләй, капот аҫтынан сыҡҡан пар ҙа күренмәй, ҡыҫҡаһы, бөтәһе лә тәртиптә кеүек. Ә термометр ҡыҙыл һыҙыҡҡа барып еткән, хәлдең шәп түгел икәнлеген күрһәтеп тора. Әлбиттә, был ваҡытта водителдең бөтә иғтибары приборға йүнәлә. Ул радиаторҙың ҡайнап сығыуынан шөрләй, юлға, хәрәкәткә иғтибары кәмей. Нимә эшләргә һуң? Беҙҙә сығарылған машиналарҙа йөрөүселәр өсөн машинаны туҡтатып, капотты асырға ғына ҡала.
    Тик хәҙер икенсе мәсьәлә – капот аҫтында нимә ҡарарға һуң? Иғтибар итегеҙ: движоктың ситендә температура датчигы күренеп тора. Унан сымдар китә, иғтибарлап ҡарағыҙ, моғайын, тап ошо сым автомобиль корпусына йәбешкәндер? Проблемалар, башлыса, шундай бәләкәй генә етешһеҙлектәрҙән башлана. Әгәр прибор үҙе сафтан сыҡты икән, әйткәндәй, был бик һирәк осрай торған хәл, етешhеҙлекте билдәләүе ауыр түгел: моторҙан эҫе бәреп тормай, радиаторҙа һыу бүлкелдәмәhә, датчиктың көнө бөткән, тигән һүҙ. Алдан уҡ ҡурҡмағыҙ, мотор быға тиклем нисек һәйбәт эшләне, артабан да шулай эшләйәсәк.
    Әгәр сит ил машинаһында йөрөһәгеҙ, мастерскойға барырға тура киләсәк, унда инде проблемаларҙы икенсе төрлөрәк хәл итәләр.
    авторы: Нур | 1 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ
  • Һалҡында автомобилде нисек ҡабыҙырға?
  • Күсәр
  • МОТОРҘЫ НИСЕК ҺЫУЫТЫРҒА?
  • Автоһәүәҫкәрҙәр өс ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru