Ҡул ҡарышмаһа, эш ҡарышмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле,
  • МӘРХҮМДЕ ЙЫУЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
  • Дайджест
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Һәләтле етәксе, тәжрибәле табип
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мәҙәҡтәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Психотерапевт бер ханыма былай тип аңлата:
    – Өйҙә тыныслыҡ боҙолмаhын өсөн мөхәббәт, үҙ-ара аңлашыу hәм кәм тигәндә ике-өс телевизор булырға тейеш...
    * * *
    – Ергә дөйөм аслыҡ ҡасан киләсәк?
    – Ҡытайҙар ҡалаҡ менән ашай башлағас...
    * * *

    авторы: admin | 13 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хужа беҙҙең арала Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Иртәнсәктән бирле бер өйҙән икенсеhенә hуғылып йөрөп, Шәрифйән саҡ башын «төҙәтте». Инде күңелләнеп, кәйефе күтәрелеп, өйөнә табан атланы. Башҡалар күрhендәр, бүрене аяғы туйҙыра ул, тигәндәй, үҙәк урам буйлап үткәндә нығыраҡ сайҡалып атларға тырышты. Шул саҡ ҡапҡа алдына сыҡҡан Ишмөхәмәтте күреп, уның янына барып торҙо.
    – Нимә, иртәнсәктән үк әҙерһеңме? – тине Ишмәй тәмәкеhен борхолдатып (күршеләре уны ҡыҫҡаса ғына шулай атай – уңайлы бит).
    – Аллаға шөкөр. Вечно молодой, вечно пьяный, – тип йырлап ебәргән булды ир, сер бирмәҫкә тырышып.

    авторы: admin | 13 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫҡа! Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫҡа!Гүзәл, өлгөр, лайыҡлы, шуҡ, аҡыллы, тырыш... Был hүҙҙәр Гөлшат исеменең хәрефтәренән үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Ысынлап та, Гөлшат Солтанморатованың исеме есеменә тап килеп тора. Ул Ҡуй йылының Ҡыҫала йондоҙлоғо аҫтында Ишембай районында донъяға килә. Әлеге ваҡытта әхирәтем – Әхмәр урта мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыhы. Мәктәптә бер сара ла унhыҙ үтмәй. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән, йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ Рәми Fариповтың ижадын үҙ итә. Быйыл шағирҙың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы район буйынса үткәрелгән шиғыр бәйгеhендә ҡатнашып, II урын алып ҡыуанды. Уның мәҡәләләрен район гәзиттәре биттәрендә йыш күрергә мөмкин.
    Гөлшаттың тормош девизы: «Бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫҡа!»
    Киләсәктә әхирәтемдең Башҡортостанға кәрәкле кеше буласағына шигем юҡ, сөнки ул hәр яҡлап та уңған, ныҡышмал. Уңыштар hиңә, Гөлшат!
    Гөлназ ХӘЙБУЛЛИНА.
    Ишембай районы.

    авторы: admin | 13 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фәрештә - килен Ғәләмәт донья, Сатира һәм юмор!

    Әсәйем бала сағыбыҙҙа халҡыбыҙҙың бик борондан килгән ғибрәтле әкиәтен һөйләгәйне. Бер ир, ҡартайып, бәлйерәп бөткән әсәһен алама арбаға ултыртып, упҡынға ташламаҡ булып, юлға сыға. Йөк тартырға ярҙамлашыр тип, үҙенең кескәй улын да эйәртә. Арбаны этеп төшөрәм тигәндә генә малай атаһына: «Арбаны төшөрмәйек, өйгә алып ҡайтайыҡ», – ти. Атаһының: «Нимәгә ул һиңә алама арба?» – тигән һорауына улы бик етди төҫ менән яуап бирә: «Үҙең ҡартайғас, өләсәйҙеке кеүек тештәрең төшөп бөткәс, мин һине был упҡынға нимә менән килтереп ташлайым һуң?» Ошо ваҡиғаны яйы тура килгән һайын миҫал итеп һөйләр ине беҙгә әсәйем. Халыҡ педагогикаһына тартым әкиәт – миҫал бишебеҙгә лә иҫкәртеү булып, тормош юлынан әле лә оҙата килә.

    авторы: admin | 13 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ярҙа бәргеләнгән йәндә Таныйhыңмы ысын йөҙөңдө?!.» Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Индира Муллаянова Илеш районының Исәмәт ауылында тыуып, шунда уҡ урта мәктәпте тамамлағандан hуң, БДУ-ның филология факультетының татар-рус бүлегендә белем алған. Бөгөн «Тулпар» журналында йәштәр проблемалары бүлеге мөхәррире.
    * * *
    Fүмер – йөк аты,
    Арбаhы – ваҡыт.
    Йөрөтәбеҙ уны
    Йылдарҙан тартып.

    авторы: admin | 13 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рух аҫылы ята тәрәндә Сәйәсәт, Мәғәриф

    8 ноябрҙә республика балалары өсөн сығарылған «Аҡбуҙат» журналы редакцияhында «Аҡбуҙат» журналының башҡорт телен өйрәнеүҙәге әhәмиәте» тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Иң беренсе hүҙҙе журналдың баш мөхәррире Факиhа Туғыҙбаева алды hәм баҫманың рубрикалары, йөкмәткеhенә бәйле традициялары хаҡында hөйләне. Факиhа Һаҙый ҡыҙы: «Журналдың төп маҡсаты –Тыуған илгә, ата-әсәләргә hөйөү тәрбиәләү, үҙ-ара дуҫлыҡты пропагандалау, ысын граждан тәрбиәләү», – тине.
    2007 йыл башында «Аҡбуҙат»тың тиражы – 18 мең дана. Быйылдан уның тышлығы ялтыр ҡағыҙҙа баҫыла. Үҙенең даими авторҙарын булдырған, әленән-әле яңыларын йәлеп иткән журналды бәләкәстәр генә түгел, өлкәндәр ҙә яратып уҡый. Өфөнөң 13-сө башланғыс мәктәп-балалар баҡсаhы мөдире урынбаҫары Альбина Закирова әйтеүенсә, «Аҡбуҙат» – ул ғаилә журналы ғына түгел, ә уҡытыусылар, тәрбиәселәр өсөн методик ҡулланма ла.

    авторы: admin | 13 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Туған тел, шәжәрә байрамы һәм башҡалар Яңылыҡтар

    1 – 2 ноябрҙә бәрәкәтле Ҡырмыҫҡалы ере республикабыҙҙың бөтә райондарынан йыйылған ҡунаҡтарҙы ҡабул итте – бында Башҡортостан Республикаһы тарихында тәүге тапҡыр «Туған тел» байрамы уҙғарылды. Байрам сиктәрендә БР Мәғариф министрлығы вәкилдәре, уҡытыусы һәм уҡыусылар, тел белгестәре, ғалимдар ҡатнашлығында «Минең шәжәрәм» исемле ғилми-ғәмәли конференция үтте. Абруйлы шәхестәр, фән эшмәкәрҙәре менән бер рәттән, Өфө ҡалаһы Совет районының «Альфа» шәхси мәктәбенең 8-се синыф уҡыусыһы Артур Юлбарыҫовтың да доклады конференция эшендә ҡатнашыусыларҙа ғәйәт ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

    авторы: admin | 13 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru