Кешенең ниндәйлеге төҫтә түгел, эштә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йәшнәп йәшәүҙең йәме – дуҫлыҡта
  • Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ!
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мәҙәҡтәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Үткән шәмбе ҡоҙа менән ныҡ һыйланғанбыҙ, ял көнө үҙемде яңы тыуған сабый һымаҡ хис иттем, – тип маҡтана Ғилман дуҫына.
    – Эскән араҡығыҙ яҡшы булғандыр?
    -- Юҡ, мине баҡсалағы кәбеҫтә араһынан табып алғандар.

    авторы: admin | 17 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәммәт һүҙендә торҙо Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    60-сы йылдарҙың аҙағында булған хәл. Һабыр мәктәбенең башҡорт теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыhы уҡыу йылы тамамланып барғанда hигеҙенсе синыф уҡыусыларынан «Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барырға, кем булырға?» тигән темаға инша яҙҙырған. Уҡытыусы директор бүлмәhенә килеп ингән дә: «Бынау иншаны уҡығыҙ әле», – тип директорға биргән. Директор уҡып сыҡҡан да: «Бәлки дөрөҫ яҙғандыр, ә hеҙ нисек уйлайhығыҙ?» – тигән. Уҡытыусы: «Хаталары үтә күп бит, ниндәй билдә ҡуйырға, имтиханға индерергәме hуң?» – тип аптырап тора. Директор уҡытыусыға: «Хаталарын төҙәт, нисә хата булhа ла өс ҡуй. Иншаны таратҡанда билдәhен генә әйт тә, йөкмәткеhе тураhында hүҙ алып барма. Ул бит еткән егет. Уның планы менән мин риза», – тип уҡытыусыны сығарып ебәрә.

    авторы: admin | 17 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Докторҙа Әҙәбиәт » Хикәйә

    ӨҪтәл артында доктор ултыра. Мөмкинме, тип ауырыу инә. Ауырыу сисенеп әйберен элә. Онотолоп китеп биленә тиклем сисенә лә, яңынан кейенә. Шунан пальтоһын элә. Был ваҡытта доктор урынында яҙышып ултыра. Ауырыу өҫтәл янына килеп ултыра.
    Ауырыу. Доктор, һуңғы ваҡытта хәтерем бик насарланды. Бер минут элек нимә эшләгәнемде лә онотам.
    Доктор. Күптәнме инде был һеҙҙә?
    Ауырыу. Нимә «күптәнме»?
    Доктор. Онотоуҙар.

    авторы: admin | 17 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru