Арыҫлан ҡойроғон тоттормаҫ, уңған ирҙәр һис кемдән оттормаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ураҙа ғәйетендә өс көн ял итәбеҙ
  • Эшләгең килмәһә... алма аша!
  • Беренсе мөхәббәт
  • Профсоюз берләштерҙе
  • Ҡолаҡ һал!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Туғандарҙың ҡәҙерен бел! Яңылыҡтар » Конкурстар

    Мырҙағоловтарҙың «Йәшлек» гәзитенең тоғро дуҫтары икәнен алдан белә инек, әле осрашып күрешкәс, быға тағы бер ҡат инанылды.
    – Гәзит бик шәп, йөкмәткеһе лә һаны һайын яҡшыра барған кеүек, – тип үҙ фекерен белдерҙе Раушания. – Беҙгә, мәҫәлән, Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр конкурсы оҡшай, йәш авторҙарҙың яҙышыуы һөйөндөрә, һәр хикәйәне көтөп алабыҙ. «Ултыр әле бөгөн кис», «Ғәжәйеп-әд-донъя» махсус биттәре күңелгә яҡын, республикабыҙҙың мәҙәни һәм сәйәси тормошо менән дә «Йәшлек» аша хәбәрҙар булабыҙ. Үҙем дәрестәрем өсөн гәзиттәге башҡорт әҙәбиәтенә, шиғриәтенә арналған материалдарҙы туплап барам.
    Әйткәндәй, Рәсүл ағай быйыл «Йәшлек» – фараз» уйынында ҡатнашып, махсус призға ла лайыҡ булғайны, форсаттан файҙаланып, беҙ уны ғаиләгә тапшырҙыҡ.

    авторы: admin | 20 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡыусыларҙың мөхәбәтен яулап Әҙәбиәт

    Үҙенең әҫәрҙәрендә ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтенең бар булмышын тәрән психологизм, айырым бер фәлсәфә менән hүрәтләгән, гүзәл заттың холҡон, тормош hынауҙарында юғалып ҡалмай, үҙендә йәшәргә көс табыуын нескә тойғолар менән күрhәтә алған был әҙибәнең китаптары кәштәләрҙә оҙаҡ ятмай. Уның геройҙары – иңенә төшкән hынауҙар алдында албырғап ҡалмаған көслө характерлы ҡатын-ҡыҙҙар. Шуға ла тормошсан әҫәрҙәре менән hәр кемдең күңелен арбаған яҙыусы, прозаик Гөлсирә Fиззәтуллинаның хикәйәләрендә hәр кем үҙен күрә.

    авторы: admin | 20 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңы йыл килә еремә! Әҙәбиәт

    Яңы йыл. Зал байрамса биҙәлгән. Күңелле йыр-моң ишетелә. Уртаға байрамды алып барыусылар сыға.
    Сыңғыҙ. Ниңә бөгөн барыhы ла йылмая, көлә?
    Алтынай. Шатлыҡ бөркөп, ер өҫтөнә Яңы йыл килә!
    Сыңғыҙ. Яңы йылға күсәбеҙ,
    Күңелле үтhен кисәбеҙ!
    Алтынай. Былтырға күсә быйыл,
    Хуш киләhең, Яңы йыл.

    авторы: admin | 20 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рухи донъя һағында Башҡортостан » Милли проекттар

    Башҡорт филологияhы факультетының ниндәй маҡсаттар менән ойошторолоуын филология фәндәре докторы, профессор Д. Тикеев шулай тип билдәләй: «Факультетты асыу мәсьәләhен заман үҙе күтәргән, тиhәң дә, хата булмаҫ. Илебеҙҙәге сәйәси-ижтимағи hәм иҡтисади үҙгәрештәр, милләттең үҙбилдәләнеше, башҡорт теленең дәүләт теле булып китеүе арҡаhында башҡорт теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ихтыяж артыуы академия етәкселәренән ошо мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап итә. Әлбиттә, башҡорт теле hәм әҙәбиәте уҡытыусылары институт асылғандан бирле әҙерләнә, шунлыҡтан факультет өсөн яҡшы нигеҙ ҙә була».
    Ысынлап та, уҡытыусылар институтында (ул ваҡытта уҡыу йорто шулай атала) башҡорт теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыларының тәүге сығарылышы 50 йыл элек тиерлек

    авторы: admin | 20 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәктәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ресторандан швейцар таксиға өс пассажирҙы ултырта ла, водителгә:
    – Уңда ултырғанын – Гоголь урамына, урталағыhын – Ленин проспектына, ә инде ситтәгеhен Сипайлово биҫтәhенә илтергә, – ти.
    Бер сәғәттән hуң водитель ресторанға бөтә пассажирҙары менән кире килә.
    – Нимә булды? – тип hорай унан швейцар.
    – Һин миңә кемде ҡайҙа илтергә икәнен яңынан аңлат әле, юғиhә теге киҫкен боролошта улар буталышты, – тигән водитель.

    авторы: admin | 20 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru