Күнсе күнде күндерер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә?
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • Ҡасан башҡорт йәнһүрәте булыр?
  • Наркомандар ҡартаймай, улар йәшләй үлә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мөһим сараларға бай аҙна Милли проекттар, Сәйәсәт, Иҡтисад

    Кисә Өфөлә республика Президенты Мортаза Рәхимов, «АVL List GmbH» фирмаһының вице-президенты Ульф Эрба, БР Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров ҡатнашлығында «AVL» австрия фирмаһы эшләгән универсаль Толпар тәгәрмәсле тракторының презинтацияһы ла үтте. Аҙналыҡтың сағыу сараhы – «Евро-Өфө-Азия – 2007» баш ҡала мода форумы ла тамамланды. Йыл һайын үткәрелеп килгән был ижади конкурс быйыл да Өфөнөң профессиональ стилист, визажист һәм дизайнерҙарын үҙенә йыйҙы.– Был форум – баш ҡала мәҙәни тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө, – тине БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин, ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. – Конкурс йылдан-йыл үҫешә. Быйылғы форумдың «Ҡала халҡы кейемендә халыҡ орнаменты» темаһы яңы технологияларҙы тормошҡа ашырыуға һәм тупланған тәжрибәләрҙе иҫәпкә алыуға булышлыҡ итә. Ике көн дауамында сарала ҡатнашыусылар «Салон-ательеның иң яҡшы коллекцияһы», «Матурлыҡ индустрияһының иң яҡшы салоны», «Иң яҡшы стилист эше» һәм «Иң яҡшы дизайнер эше» конкурстарында үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте.

    авторы: admin | 24 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йырҙарым менән бәхетлемен Мәҙәниәт

    Үҙебеҙҙең ауыл малайы, тиҙәр Fәзим hымаҡ егеттәр хаҡында.. Ябай, ихлас, алсаҡ, ярҙамсыл, шул уҡ ваҡытта hиҙгер ябайлыҡ артында hынаулы ҡараш та, егет ғорурлығы ла ята. Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында тыуған танылған йырсы Fәзим Ильясов менән аралашҡандан hуң башҡа килгән тәүге фекерем ошолай булды.

    авторы: admin | 24 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уның һүҙе тере Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ
    УНЫҢ ҺҮҘЕ ТЕРЕ
    Мостай Кәрим иҫтәлегенә
    Башҡортостан

    Мостай Кәрим иле
    Башын эйҙе.
    Башын күтәрер.
    Былай ҙа ил күп ҡайғылар күрҙе,
    Быныһын да яйлап үткәрер.

    Ышанырлыҡ түгел ине хатта –
    Ауыр хәбәр – башҡа һыймаҫлыҡ.
    Арабыҙҙа уның булмауҙарын
    Уйларға ла ине ҡыймаҫлыҡ.

    авторы: админ | 24 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорттар йәшәй бында! Яңылыҡтар

    Силәбе өлкәһендә йәшәүсе башҡорт яҙыусылары, шағирҙары менән учалылар ун биш йыл – Учалыла яҙыусылар ойошмаһы булдырылғандан алып - тығыҙ рәүештә хеҙмәттәшлек итә, ләкин ошоғаса унда ижади конференция үткәрелгәне юҡ ине. Беренсе тапҡыр бындай яуаплы сараны Арғаяш районында уҙғарыу һис тә тиктән түгел: күрше өлкәлә 260 меңгә яҡын башҡорт йәшәй һәм уларҙың күпселеге Арғаяш һәм Ҡонашаҡ райондарында тупланған.

    авторы: админ | 24 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Зэка Закирьян Яңылыҡтар

    Закирьян не стал распрягать лошадь, только ослабил чересседельник, отстегнул удила да бросил охапку сена. Бесцельно пройдясь по двору туда- сюда, он несколько раз внимательно оглядел небо – кажется, слава Аллаху, внезапного дождя не предвидится. Будто решившись на что-то, он не стал делать лишних шагов до строения, которое внук-непоседа, сын младшей дочери, называл “скворечником”, подошел к навесу, справил малую нужду и, с удивлением обнаружив в руке пуговицу от штанов, направился к аласыку-летнему домику.

    авторы: admin | 24 ноября 2007 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru