Ауыр күтәргән - билен һындырған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • Октябрь
  • ӨФӨ ЯНЫНДА ИГЕН ҮҪТЕРЕП, ҠОРТ ҮРСЕТЕП...
  • Йондоҙнамә
  • Атың булһа, ил таный
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Түңгәүерем. Әҙәбиәт, Шиғырҙар

    Түңгәүермен, тиң дәүерҙең
    Тилбер ҡыҙымын.
    Ырыуымдың ҡотон hаҡлар
    Тере ҡуҙымын.

    авторы: admin | 29 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Түңгәүерҙәр, берләшәйек! Сәйәсәт

    Был көндә баш ҡаланың Ф. Fәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең тамаша залында айырыуса йәнлелек хөкөм hөрҙө. Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Хәйбулла, Белорет, Күгәрсен райондарынан, Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан, Ырымбур өлкәhенән килгән Түңгәүер ырыуы вәкилдәре оло ҡорға йыйылды. Тарих төпкөлөн байҡаhаң, Түңгәүерҙең бик боронғо ырыу булғаны мәғлүм. 921 – 922 йылдарҙа Волга буйындағы Болғарға сәйәхәтендә ғәрәп илсеhе Ибн-Фаҙлан, Яйыҡ йылғаhының уң яҡ ярында башҡорттарҙың иле башлана, тип яҙа. Ул биргән мәғлүмәттәр буйынса, бындағы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәте, йолалары түңгәүерҙәргә тап килә. Шуға ла был ырыуҙы этностарҙы барлыҡҡа килтереүсе ырыу тип атарға тулы нигеҙ бар.

    авторы: admin | 29 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кинйә батыр ҡайтты һәйкәл булып Сәйәсәт

    Республикабыҙҙың Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаево ауылында Емельян Пугачевтың көрәштәше, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы башлыҡтарының береhе Кинйә Арыҫлановҡа тантаналы рәүештә һәйкәл асылды. Скульптура район үҙәгенең төп майҙанында – хакимиәт йорто һәм мәҙәниәт һарайы ҡаршыһында урынлашҡан. Уның авторы Өлфәт Ҡобағошов был эшкә биш йыл ғүмерен арнай һәм уны тормошоноң төп хеҙмәте тип һанай.
    РФ Федерация Советы ағзаһы Рәмил Исҡужин, һәйкәл асыу тантанаһында сығыш яһап, Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаларынан һуң өс быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, халыҡтың тарихты онотмауын, батырҙарын хәтерләүен һәм яратыуын билдәләп үтте.

    авторы: admin | 29 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек»те уҡып, гел йәшлектә ҡалырға ынтылабыҙ Яңылыҡтар » Конкурстар

    «Йәшлек» – фараз» уйынының сираттағы еңеүсеһен, йәғни махсус дәртләндереү призына лайыҡ булыусы Бөрйән районының Байғаҙы ауылында йәшәүсе Исхаҡовтар ғаиләһен бүләкләргә барғас, үҙебеҙҙе балалар донъяһына килеп юлыҡҡандай хис иттек. Матур, ыҫпай өй эсендә бер көтөү бала-саға сыр-сыу килә ине. Беҙҙе «Йәшлек» гәзитенең еңеүсеһе Ғәбиҙә инәй менән Мирза бабайҙың килендәре ихлас ҡаршы алды. Ә гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтарын ейән-ейәнсәрҙәре араһынан абайланыҡ.

    авторы: admin | 29 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Краснодар башҡорттары берләшә Сәйәсәт

    Ошо көндәрҙә Краснодарҙа «Ағиҙел-К» Башҡорт милли үҙәге» тип аталған йәмәғәтселек ойошмаһы эшләй башланы.
    Уны асыу тантанаһына Краснодар өлкәһенең төрлө мөйөштәрендә йәшәгән башҡорттар йыйылды, Башҡортостан вәкилдәре лә булды.
    Үҙәктең төп маҡсаты – Краснодар өлкәһе башҡорттарына туған телен, тарихын өйрәтеү, яҡташтарыбыҙҙы бергә туплау.

    авторы: admin | 29 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт «Урал»ды һөйләһә — көсө артыр Яңылыҡтар

    Хәтере тәрән булған һайын халыҡтың киләсәге оҙон һәм өмөтлө. Ошо хәҡиҡәтте аңлаған һәр халыҡ үҙенең этник, тарихи сығанаҡ тамырҙарынан мөмкин тиклем күберәк аҡыл туплай хәҙер, сөнки аҫаба ерле, ватанлы һәм үҙбилдәләнеше әллә ҡасан ата-бабалары тарафынан нығытылып ҡалдырылған тамыр халыҡтар, кешелек иһә яңы сәйәси системалар индергән механик күрһәтмәләр буйынса үҫеш һәм яҡты киләсәктең була алмауын аңланы. Һиҫкәнде. Яңы тере шишмәләрҙе үҙенән, тарихынан эҙләргә кәрәклеген таныны.
    «Урал батыр» эпосы — башҡорттоң баш китабы, меңәр йыл буйы туҡылған белем-аҡыл мәктәбе, төрлө сихри образдар, ҡатмарлы сюжетҡа йәшерелгән йәшәү асҡысы, тормош көтөү фәлсәфәһе һәм кеше милләт булып формалашыу дәүерен раҫлаусы бөйөк тарихнамәһе.

    авторы: admin | 29 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эш хаҡы артты! Иҡтисад

    Республиканың бюджет өлкәһендә эшләүсе 386 мең хеҙмәткәр, шул иҫәптән дәүләт учреждениеларынан 71 мең һәм муниципиаль учреждениеларҙан 315 мең хеҙмәткәрҙең эш хаҡы артты! 20 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен социаль яҡлауҙы көсәйтеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһының дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә түләүҙе арттырыу тураһында Укаазға ҡул ҡуйҙы

    авторы: Лилиә Сираева | 26 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дуҫлыҡ күпере һалабыҙ Учалынан Атлантаға! Яңылыҡтар

    Учалыла 1998 йылда урындағы эшҡыуарҙарға эшмәкәрлектәрендә төрлө ярҙам күрһәтеү ниәтенән ҡала һәм район эшҡыуарҙары союзы ойошторола. Был ойошманы тәүге көндәренән алып Зифа Рәхимова етәкләй. Ҡала-райондың тормошонда әүҙем ҡатнашып, йәмәғәтселек эштәренән бер ваҡытта ла ситтә ҡалмаған егәрле эшҡыуар ханымдың тырышлығына һоҡланмаған кеше юҡ. Заман менән бергә алға атлаған, һәр саҡ камиллыҡҡа ынтылған Зифа Әхмәҙин ҡыҙы ошо көндәрҙә Америка Ҡушма Штаттарында йөрөп ҡайтып, үҙенең тәьҫораттары менән ихлас “Йәшлек” гәзите уҡыусылары менән бүлеште.

    авторы: админ | 26 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru