Башлаусыһы булһа, ҡеүәтләүсеһе табылыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • Рус йырҙары һәм таҡмаҡтары оҫталары беҙҙә икән
  • Хорау-яуап
  • Тойғоларым толпар булһа, фекер – нуҡта
  • Яңылыҡтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тәнең түгел, йәнең өшөр… Яңылыҡтар

    Енәйәт эштәре. Бөтә Рәсәй буйынса йыл һайын бер миллиондан күберәк ҡаралып, йөҙәр мең кешегә законлы яза билдәләнә. Кемдер мәжбүри эшкә йәлеп ителә, икенселәр шартлы хөкөм менән ҡотолоп ҡала, өсөнсө төркөм иһә “тимер рәшәткәле зона”ларға оҙатыла. Башҡортостан буйынса һуңғылар һаны 18 мең самаһы иҫәпләнә. Улар араһындағыларҙың өстән ике өлөшө мөлкәт уралған, кеше байлығын талап алған өсөн ултыра. Былары “иҡтисади йүнәлештәге” енәйәт. Бынан тыш хоҡуҡ һаҡлау, суд органдары бүлеп ҡараған “ауыр енәйәт” тигән төшөнсә лә бар. РФ Енәйәт кодексының 105 статьяһы (кеше үлтереү) тап ошо төркөмгә ҡарай. Йыл һайын Башҡортостанда 350-400 кеше ошондай енәйәт ҡылған өсөн хөкөм ителә. Шуныһы ҡыҙғаныс, кеше ғүмеренә ҡул яғыу түбән әхләҡле бәндәләр шөғөлө булып, һуңғы йылдарҙа уларҙың иҫәбе арта.

    авторы: админ | 26 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бай тарихлы данлы Юлдыбай Яңылыҡтар

    Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә урынлашҡан Юлдыбай ауылы Ырымбур, Силәбе өлкәләренән республикабыҙға үткән юлдар киҫешкән ерҙә, тарихи Һаҡмар йылғаһының һул яғында урынлашҡан. Легендар Ҡанифә юлы ла ошо тирәнән үтә. Шуға күрәлер ҙә, халыҡ телендәгесә ауылға ошо исемде юлдарға бай булғаны өсөн һәм шулай уҡ шундай исемле кешенең ауылға нигеҙ һалғаны өсөн дә бирелгән, тигән фараздарҙың икеһе лә хәҡиҡәткә тап килгәнгә оҡшай. Сөнки Юлдыбай Түңгәүер ырыуынан таралған ауылдарҙың береһе ул, ә мәғлүм булыуынса, Түңгәүер шәжәрәһе 1203 йылда тыуған Ҡуңғратбейгә барып тоташа. Уның тоҡомо беҙҙең яҡтарға Һырдаръя йылғаһы менән Арал диңгеҙе тирәһенән күсеп килеүе билдәле. Төп шөғөлдәре малсылыҡ буғанлыҡтан, улар оҙайлы йылдар дауамында, бөгөнгө кеүек ауылдарҙа түгел, ә тарҡау йәшәгән. Быны уҙған быуаттың 60-сы йылдар башында тарих фәндәре кандидаты М. Х. Садиҡова етәкселегендәге ауыл тирәһендә үткәрелгән археологик ҡаҙыныуҙар ҙа табылған әйберҙәрҙең Xlll – XlV быуаттарға ҡарауы ла дәлилләй.

    авторы: админ | 25 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөһим сараларға бай аҙна Милли проекттар, Сәйәсәт, Иҡтисад

    Кисә Өфөлә республика Президенты Мортаза Рәхимов, «АVL List GmbH» фирмаһының вице-президенты Ульф Эрба, БР Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров ҡатнашлығында «AVL» австрия фирмаһы эшләгән универсаль Толпар тәгәрмәсле тракторының презинтацияһы ла үтте. Аҙналыҡтың сағыу сараhы – «Евро-Өфө-Азия – 2007» баш ҡала мода форумы ла тамамланды. Йыл һайын үткәрелеп килгән был ижади конкурс быйыл да Өфөнөң профессиональ стилист, визажист һәм дизайнерҙарын үҙенә йыйҙы.– Был форум – баш ҡала мәҙәни тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө, – тине БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин, ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. – Конкурс йылдан-йыл үҫешә. Быйылғы форумдың «Ҡала халҡы кейемендә халыҡ орнаменты» темаһы яңы технологияларҙы тормошҡа ашырыуға һәм тупланған тәжрибәләрҙе иҫәпкә алыуға булышлыҡ итә. Ике көн дауамында сарала ҡатнашыусылар «Салон-ательеның иң яҡшы коллекцияһы», «Матурлыҡ индустрияһының иң яҡшы салоны», «Иң яҡшы стилист эше» һәм «Иң яҡшы дизайнер эше» конкурстарында үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте.

    авторы: admin | 24 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йырҙарым менән бәхетлемен Мәҙәниәт

    Үҙебеҙҙең ауыл малайы, тиҙәр Fәзим hымаҡ егеттәр хаҡында.. Ябай, ихлас, алсаҡ, ярҙамсыл, шул уҡ ваҡытта hиҙгер ябайлыҡ артында hынаулы ҡараш та, егет ғорурлығы ла ята. Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында тыуған танылған йырсы Fәзим Ильясов менән аралашҡандан hуң башҡа килгән тәүге фекерем ошолай булды.

    авторы: admin | 24 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уның һүҙе тере Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ
    УНЫҢ ҺҮҘЕ ТЕРЕ
    Мостай Кәрим иҫтәлегенә
    Башҡортостан

    Мостай Кәрим иле
    Башын эйҙе.
    Башын күтәрер.
    Былай ҙа ил күп ҡайғылар күрҙе,
    Быныһын да яйлап үткәрер.

    Ышанырлыҡ түгел ине хатта –
    Ауыр хәбәр – башҡа һыймаҫлыҡ.
    Арабыҙҙа уның булмауҙарын
    Уйларға ла ине ҡыймаҫлыҡ.

    авторы: админ | 24 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорттар йәшәй бында! Яңылыҡтар

    Силәбе өлкәһендә йәшәүсе башҡорт яҙыусылары, шағирҙары менән учалылар ун биш йыл – Учалыла яҙыусылар ойошмаһы булдырылғандан алып - тығыҙ рәүештә хеҙмәттәшлек итә, ләкин ошоғаса унда ижади конференция үткәрелгәне юҡ ине. Беренсе тапҡыр бындай яуаплы сараны Арғаяш районында уҙғарыу һис тә тиктән түгел: күрше өлкәлә 260 меңгә яҡын башҡорт йәшәй һәм уларҙың күпселеге Арғаяш һәм Ҡонашаҡ райондарында тупланған.

    авторы: админ | 24 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Зэка Закирьян Яңылыҡтар

    Закирьян не стал распрягать лошадь, только ослабил чересседельник, отстегнул удила да бросил охапку сена. Бесцельно пройдясь по двору туда- сюда, он несколько раз внимательно оглядел небо – кажется, слава Аллаху, внезапного дождя не предвидится. Будто решившись на что-то, он не стал делать лишних шагов до строения, которое внук-непоседа, сын младшей дочери, называл “скворечником”, подошел к навесу, справил малую нужду и, с удивлением обнаружив в руке пуговицу от штанов, направился к аласыку-летнему домику.

    авторы: admin | 24 ноября 2007 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Туғандарҙың ҡәҙерен бел! Яңылыҡтар » Конкурстар

    Мырҙағоловтарҙың «Йәшлек» гәзитенең тоғро дуҫтары икәнен алдан белә инек, әле осрашып күрешкәс, быға тағы бер ҡат инанылды.
    – Гәзит бик шәп, йөкмәткеһе лә һаны һайын яҡшыра барған кеүек, – тип үҙ фекерен белдерҙе Раушания. – Беҙгә, мәҫәлән, Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр конкурсы оҡшай, йәш авторҙарҙың яҙышыуы һөйөндөрә, һәр хикәйәне көтөп алабыҙ. «Ултыр әле бөгөн кис», «Ғәжәйеп-әд-донъя» махсус биттәре күңелгә яҡын, республикабыҙҙың мәҙәни һәм сәйәси тормошо менән дә «Йәшлек» аша хәбәрҙар булабыҙ. Үҙем дәрестәрем өсөн гәзиттәге башҡорт әҙәбиәтенә, шиғриәтенә арналған материалдарҙы туплап барам.
    Әйткәндәй, Рәсүл ағай быйыл «Йәшлек» – фараз» уйынында ҡатнашып, махсус призға ла лайыҡ булғайны, форсаттан файҙаланып, беҙ уны ғаиләгә тапшырҙыҡ.

    авторы: admin | 20 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru