Иң элек уйла, унан эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Әсә абруйы
  • «Паспортҡа йылдар ҡушығыҙ»
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • Дайджест
  • Ҡайһыбыҙ иренмәй, ҡайһыбыҙ....
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Туған тел, шәжәрә байрамы һәм башҡалар Яңылыҡтар

    1 – 2 ноябрҙә бәрәкәтле Ҡырмыҫҡалы ере республикабыҙҙың бөтә райондарынан йыйылған ҡунаҡтарҙы ҡабул итте – бында Башҡортостан Республикаһы тарихында тәүге тапҡыр «Туған тел» байрамы уҙғарылды. Байрам сиктәрендә БР Мәғариф министрлығы вәкилдәре, уҡытыусы һәм уҡыусылар, тел белгестәре, ғалимдар ҡатнашлығында «Минең шәжәрәм» исемле ғилми-ғәмәли конференция үтте. Абруйлы шәхестәр, фән эшмәкәрҙәре менән бер рәттән, Өфө ҡалаһы Совет районының «Альфа» шәхси мәктәбенең 8-се синыф уҡыусыһы Артур Юлбарыҫовтың да доклады конференция эшендә ҡатнашыусыларҙа ғәйәт ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

    авторы: admin | 13 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һалдат ҡатындарының бәхете Яңылыҡтар

    2007 йылда «Балалары булған граждандарға дәүләт пособиеһы тураһында» Законға үҙгәрештәр индерелде. Яңы йылдан башлап хәрби бурыстарын үтәгән һалдатттарҙың ауырлы ҡатындарына 14 мең күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнә. Ә бала тыуғандан һуң өс йыл дауамында алты мең һум айлыҡ пособие бирелә.

    авторы: Лилиә Сираева | 12 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя чемпионы – лейтенант Әлфиә Әлимғужина Яңылыҡтар, Спорт

    Донъя чемпионы – лейтенант Әлфиә Әлимғужина Дөрөҫөн әйткәндә, мин уның чемпионатта еңеүенә ышана инем. Егерме өс йәшен саҡ тултырып барған милиция лейтенанты hәм спортсыны белгән бөтә кеше лә шулай уйлағандыр. Ныҡыш, көслө характерлы hәм шул уҡ ваҡытта мөләйем, ихлас ҡыҙҙың әле ҙур булмаған бөтә биографияhы уның донъя кимәлендәге ошо ярыштарҙа үҙ ауырлыҡ категорияhында (58 кг) беренсе буласағына инандыра ине. Бынан ярты йыл элек Стәрлетамаҡта осрашып hөйләшкән саҡта Әлфиә билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионатында уңышлы сығыш яhарға өмөтләнеүен үҙе әйткәйне.
    Бигерәк тә уның уңышына атаhы Йыhанур Йыhангир улы шатланғандыр.

    авторы: admin | 10 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һыҙаттар Әҙәбиәт, Хикәйә

    «Шәжәрә байрамы» әүәлдән биш йыл hайын үтә килгән «Һаумыhығыҙ, ауылдаштар!» түгел. Быныhының дәрәжәhе күпкә юғарыраҡ. Был юлайы нәҫел-нәсәбен ихтирам итеп, атайсалын ололаған әллә ҡайҙарҙағы тамырына ҡағылышлы үренделәргә ҡәҙәр йыйылырға тейешле, хәбәре генә булhын. Бер бөйөк башҡорт әйтмәксе, аҡтамырҙың тамыры оҙон, шөкөр. Тап шуның өсөн дә борон-боронғо ғөрөф-ғәҙәт, ата-бабаларыбыҙ йолаhы hаналған мәртәбәле ҡорға айырым мәғәнә биргән Сәләх ошоғаса булмаған ихласлыҡ үә дәрт менән әҙерләнде. Ниндәйҙер мөғжизә менән ҡапыл ҡалҡып сыҡҡан ихласлыҡ үә дәрттең икенсе сәбәбе лә юҡ түгел: тыуған ауылына бына инде байтаҡ ғүмер килеп күренгәне булмаған баш малайы, тәүге, хәҙер инде мәрхүмә ҡатынынан тыуған өлкән улы – Тәүфиғы ла ҡайтып төшөр, бәлки. Әлбиттә, ҡайтыр. Шулай булырына Сәләхтең шиге юҡ.

    авторы: admin | 10 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яуаплылыҡ өҫтәй погондар һәр шәхескә һәр бер заманда Яңылыҡтар, Тормош юлдары ҡатмарлы

    Ҡәтғи үҙгәрештәр заманында йәшәйбеҙ. Ауылда, ҡалала ғына түгел, республика, илдә барған төрлө ваҡиғалар, енәйәттәр хаҡында ваҡытлы матбуғат саралары минуты, секунды менән еткереп тора. Яңылыҡтарҙы тыңлаhаң, Ер шарында енәйәт ҡылынмайынса бер генә минут та үтмәй төҫлө. Ә бит кемдер тап халыҡты хоҡуҡ боҙоусыларҙан, енәйәтселәрҙән hаҡлау өсөн, махсус форма кейеп, погон таҡҡан – именлек hағына баҫҡан. Ул – милиционер!
    Күп милләтле Башҡортостандың баш ҡалаhы Өфөлә тәртип hаҡсыларының эше нисек ҡуйылған? Халыҡты ҡыҙыҡhындырған милицияға бәйле hорауҙарға яуап алыу маҡсатынан редакциябыҙға Өфө ҡалаhы эске эштәр идаралығы начальнигы, милиция полковнигы Урал Сабирйән улы АҠкуЧуковты саҡырҙыҡ. Был сарала «Юлдаш» радиоканалы ла ҡатнашты.

    – Алло, Урал Сабирйәнович, Өфөлә быйыл нисә енәйәт эше теркәлгән? Уларҙы асыу нисек бара? Был Өфө районынан Ибраhимова борсой.

    авторы: admin | 10 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бурысыбыҙҙы яуаплы башҡарырға тырышабыҙ Яңылыҡтар

    Бурысыбыҙҙы яуаплы башҡарырға тырышабыҙ
    Өфөнөң Киров районы буйынса эске эштәр идаралығы баш ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан Эске эштәр министрлығы системаһындағы иң ҙур подразделениеларҙың береһе һанала. Күп һанлы дәүләт учреждениелары, уҡыу йорттары, мәҙәниәт һәм сәнәғәт объекттары урынлашҡан булыуы менән баш ҡаланың йөҙөнә әүерелгән был райондың именлеген тәьмин итеү бөгөн үтә лә яуаплылыҡ талап итә. Милиция хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамдары алдынан Өфөнөң Киров районы буйынса эске эштәр идаралығы начальнигы, милиция полковнигы Илдар Рәхимйән улы Хәйруллин менән етәксенең үҙе һәм бүлектең эше хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
    авторы: admin | 10 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Салауат Юлаев клубы Яңылыҡтар » Спорт

    Хоккей буйынса Салауат Юлаев клубының тыуған йылы булып 1961 йыл һанала. Юғары дивизионда инде ул 21-се миҙгел уйнай. Шул ваҡыт эсендэ, яҡташтарыбыҙ Рәсәй беренселегендә өс йыл рәттән призерҙар исемлегенә инә. Рафаэль Ишмәтов етәкселегендә команда тик үҙенең тәрбиәләнеүселәренән торған состав менән 1994-1997 йылдарҙа бронза миҙал яулай.

    авторы: Нур | 5 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru