Ҡоро ҡулға ҡорал яу.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ай башы - июль
  • ҺӨТ АРЗАНЫРАҠ
  • БАШ ҠАЛАЛА ТӘҮГЕ СТУДЕНТ ҺАБАНТУЙЫ ҮТТЕ
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Наркоманияға – юҡ!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!» Яңылыҡтар » Конкурстар

    «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!»
    «Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!»
    «Бөтә коллектив менән – «Йәшлек»кә!»
    «Бөтә ауыл менән – «Йәшлек»кә!» конкурстары дауам итә. Бәйгеләрҙең шарты ябай – яратҡан гәзитегеҙгә яҙылырға ла, квитанция+исемлекте, мисәт-ҡултамғалар менән раҫлатып, редакцияға ебәрергә. Сикләүҙәр: синыфта – 15 баланан, мәктәптә уҡытыусылар коллективы hәм уҡыусылар менән бергә – 100-ҙән, коллективта – 20-нән дә кәм хеҙмәткәр, ауылда 50-нән кәм йорт-хужалыҡ булмаҫҡа тейеш.

    авторы: admin | 20 декабря 2007 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Әскән атайҙарҙың ҡуйын дәфтәренә Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Төшөммө был? Әллә таныш яҙмыш
    Ҡабатлана микән тағы ла?
    ... Төн ҡараһын йыртып бала илай,
    Юҡ, ҡысҡырып түгел, шым ғына...

    Ҡасандыр бит ошо шомло төнгә
    Мин һыйындым, йылы тапмағас.
    (Эскән атай йәмһеҙ һүҙҙәр менән
    Тыуған йорттан ҡыуып сығарғас)...

    авторы: админ | 16 декабря 2007 | Фекерҙәр (4) | Тотош уҡырға
    Мәғәнә һал тормошҡа Башҡортостан

    "Таң hарыhынан юлға сыҡ – уңырhың. Бәхетлеләр ҡояш менән бергә атлай", – әсәhенең был hүҙҙәрен күп ишетте инде Нәжип. Аңлаhа ла, белеп етмәгән кеүек әйткәнен. Иҫәнғолға табан йәйәүләп китеп барыуы. Дүрт тиҫтә саҡрым араны йәйәүләп үткеhе килә уның. Уйҙарына бирелеп, үткән-күргәндәрен тиреп-түгеп. әсә йортонан сыҡты, ә алда ниҙәр көтә, тулы ҡанлы тормошмо, әллә бушлыҡмы? Тыуған йортта hөйгән ҡатыны менән ҡыҙы ҡул болғап ҡалды. Бисәhенең өмөтhөҙ генә баҡҡан ҡарашы, әсәhенең, киреhенсә, ниндәйҙер өмөт биргес шелтә ташлап оҙатып ҡалыуы тағы ла нығыраҡ уйға һала. Һаман уға ышаныуҙарын әйт. Ҡыҙының, илаһи заттың, тиҙеләк ҡайт, атай, тип өндәшеүе һуң...

    авторы: Мөнир Ҡунафин | 14 декабря 2007 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Эшләгән кешегә эш бар ул! Яңылыҡтар

    «Эшләгән кешегә эш бар ул!» – ошо һүҙҙәр бик йыш ишетелә ауыл ерендә уңышлы эшләгән, үҙ урынын, юлын табып йәшәгәндәр ауыҙынан. Саҡ ҡына фантазия, ҙур тырышлыҡ, уңғанлыҡ булһа, һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәйәсәк. Көнбағыш майын һәр кем йылына күпме ҡуллана икән? Һанайым тиһәң дә, шешәләп, литрлап үлсәйбеҙ, шулай бит?! Ә Стәрлебаш районының Баҡый ауылы халҡы көнбағыш майын феләкләп үлсәй, үҙҙәрендә үҫкән көнбағыштан әҙерләй. Дөрөҫөрәге, ауылдаштары эшҡыуар Фәнүр Вәлишиндың май һығыу цехында центнер-центнер көнбағыштан йыл әйләнәһенә етерлек май һыҡтырып ала.

    авторы: Лилиә Сираева | 14 декабря 2007 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Был донъя - мәңге йәшәһәң дә туймаҫлыҡ Башҡортостан

    Йөрәктән – йөрәккә

    – Мин "япон бүләге" smile . Атайым тәүҙә действительный хеҙмәттә булды, унан япон һуғышына китте. Ул япон һуғышынан ҡайтҡас, мин тыуғанмын. Сабый саҡта атайым алдына ултыртып ала ла: "Япон бүләге бит ул", – тип һөйә ине. Мин шуға ныҡ ышандым. Урамға сығам да маҡтанам: "Атайым мине япондан алып ҡайтҡан!" – тим.

    авторы: Гүзәл Байғотлина | 13 декабря 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балаларым менән бергә үҫәм Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    "Мин балаларым менән бергә үҫәм", – ти ул. Улдары ниндәйҙер сит ил телен өйрәнә башлай икән – әсә улар менән бергә яңы һүҙҙәр ятлай, һыуытҡысҡа, стеналарға, шкафтарға яңы һүҙбәйләнештәр, ят телдәге "ҡанатлы һүҙ"ҙәр яҙылған ҡағыҙ киҫәктәрен йәбештереп бөтә. Ниндәйҙер формула иҫтәрендә ҡалмай икән, уны аш-һыу бүлмәһендәге клеенкаға яҙа – ашъяулыҡ йәл түгел, иң мөһиме, формула күҙ хәтерендә ҡалһын. Ә яратҡан афоризмы: "Балаларыңа аҡса биреп ҡалдыра алмайым тип уфтанғансы, күберәк һөйөүеңде бир".

    Өс бала әсәһе Зөлфирә ДАШКИНА – "Һөнәрем – бала бағыу, өй ҡарау" тип әйтә алған әсәләрҙең береһе.

    авторы: Гүзәл Байғотлина | 11 декабря 2007 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Хирург Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Яңы рубрика: "...менән бер көн"

    Уның ихлас йылмайыуы байтаҡ уҡыусыбыҙға таныштыр ҙа, бәлки. Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән балаларҙы дауалауҙан тыш, был табип йыш ҡына райондарға сығып та эшләй. Хирург-ортопед, медицина фәндәре кандидаты Тимур ПСӘНЧИН – Республика балалар клиник дауаханаһының травматология-ортопедия бүлеге мөдире. Башҡортостанда бөгөн был тармаҡтың кимәле ярайһы яҡшы һанала, Рәсәйҙәге уртаса кимәлдән юғарыраҡ киләбеҙ.

    Бүлек мөдиренең рөхсәте менән, уның эшенең бер көнөн күҙәтергә булдыҡ.

    авторы: Гүзәл Байғотлина | 11 декабря 2007 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Телефонһыҙ бер көн Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Сәғәт 06.14 «Мин арыным», - уянып та бөтмәйенсә, шулай тип уйланым. Сәғәт 06.14 – бер минуттан будильник зыңғырлаясаҡ. Уның тауышын енем һөймәй, шуға ла һәр саҡ бер минутҡа алдараҡ уянам. Ғәҙәт буйынса, баш осонда ятҡан кеҫә телефонына үрелдем. Шунан, бер көн унһыҙ йәшәп ҡарайым әле, тигән һүҙем иҫемә килеп төштө. Ҡыҙыҡ, элек нисек мобильниктарһыҙ йәшәгәнбеҙ икән?! Бер нисә йыл элек, мәҫәлән, Учалыла кеҫә телефоны булғандарҙы бармаҡ менән генә һанарға мөмкин ине, һәм улар беҙҙең өсөн миллионерҙар кеүек күренә торғайны. Ә хәҙер һәр уҡыусыла тиерлек мобильник бар һәм был бер кемде лә ғәжәпләндермәй. Бына бит заманалар нисек тиҙ үҙгәрә! Заман технологияларының ҡаҙаныштары хаҡында оҙаҡ уйларға тура килмәне, сөнки бөгөн шәмбе – ял көнө икәнлеге иҫкә төштө. Ҡыуаныстан йылмайып, тиҙерәк йоҡлар өсөн күҙҙәрҙе сытырлатып йомдом. Йоҡларға! Йоҡларға… Йоҡ-лар-ға…

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 11 декабря 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru