Әхирәтем: «Ваҡытың булһа, мине ауылға алып бар әле, зинһар, ағайымдарҙың хәлен белеп килергә кәрәк», – тигәс, ҡыуанып ризалаштым – ҡалалағы эҫелә быжып ятҡансы, исмаһам, саф һауала йөрөп ҡайтылыр. Эште оҙаҡҡа һуҙманыҡ, шул сәғәттә үк юлға сыҡтыҡ. Һөйләшеп барғас, юлдың оҙонлоғо ла һиҙелмәне, кәрәкле ауылға елдертеп барып та еттек. «Ошонан уңға борол, бында тура барырға кәрәк...» – әхирәтемдең өйрәтеүе буйынса урам-тыҡрыҡтарҙы үтеп, ағаһының бейек йорто алдында туҡтаныҡ. Машинаны һүндереп өлгөрмәнем, ҡапҡанан ике бәләкәй ҡыҙ йүгереп килеп сыҡты ла, әхирәтемдең муйынына аҫылынды: «Ур-ра! Апай килгән!». Минең менән һаулыҡ һорашҡас, ҡыҙҙарҙың бәләкәсерәге (5-6 йәштәр самаһы барҙыр) ҡунаҡ апаһын, еңенән тартып, үҙенә ҡарай эйелтте лә: «Атай ҡаланан иҫереп ҡайтҡан, әсәй шуға баянан бирле асыулана», – тип шыбырланы. Килә биргәс, өҫтәп ҡуйҙы: «Ныҡ асыулана». Әхирәтемдең әле генә ҡыуаныстан балҡыған йөҙөнә күләгә ятты. |