Ҡарағайға ҡарап тал үҫер, хеҙмәтеңә ҡарап дан үҫер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Телефон аша аҡса «эшләгән»
  • «ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!»
  • Наркомандар ҡартаймай, улар йәшләй үлә
  • ӨФӨ ЯНЫНДА ИГЕН ҮҪТЕРЕП, ҠОРТ ҮРСЕТЕП...
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Балаларым менән бергә үҫәм Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    "Мин балаларым менән бергә үҫәм", – ти ул. Улдары ниндәйҙер сит ил телен өйрәнә башлай икән – әсә улар менән бергә яңы һүҙҙәр ятлай, һыуытҡысҡа, стеналарға, шкафтарға яңы һүҙбәйләнештәр, ят телдәге "ҡанатлы һүҙ"ҙәр яҙылған ҡағыҙ киҫәктәрен йәбештереп бөтә. Ниндәйҙер формула иҫтәрендә ҡалмай икән, уны аш-һыу бүлмәһендәге клеенкаға яҙа – ашъяулыҡ йәл түгел, иң мөһиме, формула күҙ хәтерендә ҡалһын. Ә яратҡан афоризмы: "Балаларыңа аҡса биреп ҡалдыра алмайым тип уфтанғансы, күберәк һөйөүеңде бир".

    Өс бала әсәһе Зөлфирә ДАШКИНА – "Һөнәрем – бала бағыу, өй ҡарау" тип әйтә алған әсәләрҙең береһе.

    авторы: Гүзәл Байғотлина | 11 декабря 2007 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Хирург Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Яңы рубрика: "...менән бер көн"

    Уның ихлас йылмайыуы байтаҡ уҡыусыбыҙға таныштыр ҙа, бәлки. Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән балаларҙы дауалауҙан тыш, был табип йыш ҡына райондарға сығып та эшләй. Хирург-ортопед, медицина фәндәре кандидаты Тимур ПСӘНЧИН – Республика балалар клиник дауаханаһының травматология-ортопедия бүлеге мөдире. Башҡортостанда бөгөн был тармаҡтың кимәле ярайһы яҡшы һанала, Рәсәйҙәге уртаса кимәлдән юғарыраҡ киләбеҙ.

    Бүлек мөдиренең рөхсәте менән, уның эшенең бер көнөн күҙәтергә булдыҡ.

    авторы: Гүзәл Байғотлина | 11 декабря 2007 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Телефонһыҙ бер көн Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Сәғәт 06.14 «Мин арыным», - уянып та бөтмәйенсә, шулай тип уйланым. Сәғәт 06.14 – бер минуттан будильник зыңғырлаясаҡ. Уның тауышын енем һөймәй, шуға ла һәр саҡ бер минутҡа алдараҡ уянам. Ғәҙәт буйынса, баш осонда ятҡан кеҫә телефонына үрелдем. Шунан, бер көн унһыҙ йәшәп ҡарайым әле, тигән һүҙем иҫемә килеп төштө. Ҡыҙыҡ, элек нисек мобильниктарһыҙ йәшәгәнбеҙ икән?! Бер нисә йыл элек, мәҫәлән, Учалыла кеҫә телефоны булғандарҙы бармаҡ менән генә һанарға мөмкин ине, һәм улар беҙҙең өсөн миллионерҙар кеүек күренә торғайны. Ә хәҙер һәр уҡыусыла тиерлек мобильник бар һәм был бер кемде лә ғәжәпләндермәй. Бына бит заманалар нисек тиҙ үҙгәрә! Заман технологияларының ҡаҙаныштары хаҡында оҙаҡ уйларға тура килмәне, сөнки бөгөн шәмбе – ял көнө икәнлеге иҫкә төштө. Ҡыуаныстан йылмайып, тиҙерәк йоҡлар өсөн күҙҙәрҙе сытырлатып йомдом. Йоҡларға! Йоҡларға… Йоҡ-лар-ға…

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 11 декабря 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фәрештә затынан бит ул... Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Беҙ – дүрт кеше – күл буйында үләндә ҡыҙынып ятабыҙ. Рита (бөтә исемдәр ҙә үҙгәртеп алынды, - авт.) ныҡ итеп ирендәрен ҡымтыған да, ялҡауы килеп кенә киң эшләпәһе аҫтынан тулҡындарҙы һанай. Беҙҙән бер аҙ ситтәрәк ятҡан Айһылыу “бәпәйенең” ҡолағын үлән ҡыяғы менән ҡытыҡлай. “Бәпәйе” тигәнем Айһылыуҙың үҙенән ике тапҡыр олораҡ, өс тапҡыр тиерлек киңерәк. Пеләш башлы, оло ҡорһаҡлы етди бер ағай инде, ҡыҫҡаса әйткәндә. Бөтә реакциялары һүнеп бөткәндер инде, бахырҙың, ҡытыҡлауға иҫе лә китмәй, күҙҙәрен йомоп ята бирә, тип эстән генә көлөп, уларҙы күҙәтәм.

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 11 декабря 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru