Еләк берәмләп йыйыла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хорау-яуап
  • «Урал моңо» Салауат hәйкәленән башлана
  • Батша васыяты
  • Тәбиғи буяу хәүефһеҙерәк
  • Тотош дәүер ҡала офоҡта
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Фәрештә затынан бит ул... Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Беҙ – дүрт кеше – күл буйында үләндә ҡыҙынып ятабыҙ. Рита (бөтә исемдәр ҙә үҙгәртеп алынды, - авт.) ныҡ итеп ирендәрен ҡымтыған да, ялҡауы килеп кенә киң эшләпәһе аҫтынан тулҡындарҙы һанай. Беҙҙән бер аҙ ситтәрәк ятҡан Айһылыу “бәпәйенең” ҡолағын үлән ҡыяғы менән ҡытыҡлай. “Бәпәйе” тигәнем Айһылыуҙың үҙенән ике тапҡыр олораҡ, өс тапҡыр тиерлек киңерәк. Пеләш башлы, оло ҡорһаҡлы етди бер ағай инде, ҡыҫҡаса әйткәндә. Бөтә реакциялары һүнеп бөткәндер инде, бахырҙың, ҡытыҡлауға иҫе лә китмәй, күҙҙәрен йомоп ята бирә, тип эстән генә көлөп, уларҙы күҙәтәм.

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 11 декабря 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эх хин, аҙғын Сифилюс... Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Француз табибы Бетанкурҙың «еңел ҡулы» менән енси юл аша таралған ауырыуҙар мифологик мөхәббәт алиһәһе Венераның исемен йөрөтә. Ғәҙеллек өсөн шуны әйтергә кәрәк - ҡағиҙә булараҡ, венерик сирҙәрҙе ошо бөйөк тойғо булмағанда йоҡторалар. Венерик ауырыуҙарҙың исемлеге ҙур ғына, һәм шуларҙың береһе - сифилис - республиканың ҡайһы бер райондарында «сәскә» ата.

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 10 декабря 2007 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Суицид Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Суицид һөҙөмтәһендә Рәсәй йыл һайын бөтә афған һуғышында һәләк булғандарға ҡарағанда күберәк кешеләрен юғалта» - был фекер рәсәйҙәр өсөн яңылыҡ түгел һәм бер кемдең дә иҫен китермәй. Күренеш ғәҙәтигә әйләнеп бара. Ә нимә кешене һуңғы аҙымға этәрә? Ниндәй сәбәптәр кешене һуңғы өмөтөнән мәхрүм итә? Башҡа илдәрҙә хәлдәр нисек? Ошо һорауҙарға Учалы психоневрология диспансерының баш табибы Рәмзиә Урузбаева яуап бирә.

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 10 декабря 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Монитор артындағы тормош йәки Кем күрше партала ултыра? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ғалимдарҙың фекеренсә, беҙ һуңғы йылдарҙа үҙ-ара аралашыуҙы бермә-бер кәметкәнбеҙ. Юҡ-юҡ, беҙ аралашыу һәләтен һис тә юғалтмағанбыҙ, ни бары әңгәмәләштәребеҙгә талапсаныраҡҡа әйләнгәнбеҙ. Ни өсөнмө? Ә кемгә уның ҡылыҡтарын башҡаларҙың баһалауы оҡшаһын?! Яҡындарыбыҙҙың кәңәштәре кәрәге бер тин булған өгөт-нәсихәт, буш вәғәз кеүек ишетелә. Ә инде шелтәләүҙәр, ғөмүмән, штыкка ҡабул ителә. Һинән күберәк белгән кеше йәнеңде көйҙөрә, бер нәмә лә белмәгәне – хәтереңде ҡалдыра, йәнәһе лә, кем менән мин бәйләнгәнем!Ә интернет - бына был, исмаһам, эш!

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 9 декабря 2007 | Фекерҙәр (6) | Тотош уҡырға
    Юҡлыҡ талаштыра, барлыҡ яраштырамы? Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Әхирәтем: «Ваҡытың булһа, мине ауылға алып бар әле, зинһар, ағайымдарҙың хәлен белеп килергә кәрәк», – тигәс, ҡыуанып ризалаштым – ҡалалағы эҫелә быжып ятҡансы, исмаһам, саф һауала йөрөп ҡайтылыр. Эште оҙаҡҡа һуҙманыҡ, шул сәғәттә үк юлға сыҡтыҡ. Һөйләшеп барғас, юлдың оҙонлоғо ла һиҙелмәне, кәрәкле ауылға елдертеп барып та еттек. «Ошонан уңға борол, бында тура барырға кәрәк...» – әхирәтемдең өйрәтеүе буйынса урам-тыҡрыҡтарҙы үтеп, ағаһының бейек йорто алдында туҡтаныҡ. Машинаны һүндереп өлгөрмәнем, ҡапҡанан ике бәләкәй ҡыҙ йүгереп килеп сыҡты ла, әхирәтемдең муйынына аҫылынды: «Ур-ра! Апай килгән!». Минең менән һаулыҡ һорашҡас, ҡыҙҙарҙың бәләкәсерәге (5-6 йәштәр самаһы барҙыр) ҡунаҡ апаһын, еңенән тартып, үҙенә ҡарай эйелтте лә: «Атай ҡаланан иҫереп ҡайтҡан, әсәй шуға баянан бирле асыулана», – тип шыбырланы. Килә биргәс, өҫтәп ҡуйҙы: «Ныҡ асыулана». Әхирәтемдең әле генә ҡыуаныстан балҡыған йөҙөнә күләгә ятты.

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 4 декабря 2007 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru