|
 |
|
 Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы республиканың Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы менән берлектә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, Өфө ҡалаһының мәктәп уҡыусылары араһында ижади конкурс иғлан итә. Ижади конкурста VIII – ХI синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Яҙыусының тормошона, ижадына бағышланған шиғыр, инша, һүрәттәр 2008 йылдың 8 мартына тиклем ҡабул ителә. Конкурсҡа йомғаҡ 2008 йылдың марты аҙағында яһала. Иң яҡшы эштәр 3. Биишеваның тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы асылған күсмә күргәҙмәлә урын аласаҡ. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә. Эштәр ошо адрес буйынса ҡабул ителә: г. Уфа, ул. Достоевского, 160. ГУКИ «Национальный литературный музей РБ». |
|
|
|
 Милиция майоры Вәғиз Сәлимгәрәевты Иҫке Янбай, Көндәшле, Яланғас ауыл советтарына ҡараған ауылдарҙа олоһо ла, кесеһе лә таный. Сөнки ул – Балтас районы буйынса эске эштәр бүлегенең өлкән участка уполномоченныйы – ауылдарҙағы халыҡтың именлеген тәьмин итә. |
|
|
 |
«Ҡыҙыл ут»ҡа сығып барғанда... |
Әҙәбиәт |
|
 Әҙәмиәтте өйрәнгән, уны һәр яҡлап сағылдырыуҙы бурыс итеп алған әҙәбиәт бөгөн яҙыусы алдында яңы талаптар ҡуя. Яҡтыртыу сығанағы, маҡсаты шул килеш ҡалһа ла, юғары сәнғәт әҫәре ижад итеүселәрҙән уҡыусы, заман зауыҡты нескә тойоусы яңы формалар, алымдар көтә. «Йәшлек» гәзите биттәрендә башҡорт шиғриәте хаҡында һөйләшеүҙәр, фекерҙәр күренеп тора. |
|
|
|
Республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге мәртәбәле дәүләт йәштәр премияһының сираттағы лауреаттарын – үҙен төрлө өлкәләрҙә танытҡан иң талантлы йәштәрҙе билдәләр мәл яҡынлашып килә. Билдәле булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан йыл һайын тапшырылған премиялар
|
|
|
|
5 февралдә 16 сәғәттә «Йәшлек» гәзите редакцияһы гәзит уҡыусылары өсөн «Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһының генераль директоры, биология фәндәре докторы, профессор Әмир Ишемғолов ҡатнашлығында «тура бәйләнеш» ойоштора. Башҡортостан умартасылығы, бал ҡорттарын тәрбиәләү һәм үрсетеү, башҡорт балының шифаһы һәм мөмкинлектәре, ошо йүнәлеш буйынса ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарығыҙҙы 273-46-38 телефоны буйынса бирә алаһығыҙ.
|
|
|
|
Хеҙмәттәшлек уңышлы бара Республика йортонда БР Президенты Мортаза Рәхимов «Уралсиб» финанс корпорацияһының президенты Николай Цветков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Унда «Уралсиб» банкыһының үткән йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм корпорацияның Башҡортостан менән артабанғы хеҙмәттәшлек планы тикшерелде. Банкының устав капиталының 8,4 проценты республикабыҙ ҡарамағында. |
|
|
|
Майҙа ғына «ирейәсәк» Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Алексей Гордеев менән осрашыуҙа иң ҙур аҙыҡ-түлек етештереүсе һәм һатыусы компаниялар вәкилдәре төп аҙыҡ-түлеккә хаҡ арттырыуға мораторийҙы 1 майға тиклем оҙайтырға килешкән. |
|
|
|
|
|