Иренсәкте илсе итһәң, илеңә яу килтерер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тәҡдир һәм яҙмыш
  • «ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!»
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Тик ҡатын-ҡыҙҙар өсөн
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәш ҡалайыҡ «Йәшлек»-тә! Яңылыҡтар

    Artur DavletbekovҺаумыһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
    2008 йылдың башында тағы ла һеҙҙең менән осрашыуыбыҙға бик шатбыҙ.
    Үткән йылды оҙатҡанда һәр көм үҙенең эшенә йомғаҡ яһай. Ҡабан йылы «Йәшлек» гәзите өсөн дә уңышлы ғына булды. Беҙҙең ҡаҙаныштар менән, хөрмәтле уҡыусылар, гәзит аша танышып барҙығыҙ инде. Бөтә донъяла инфляция барған ваҡытта беҙ гәзитебеҙгә яҙылыу хаҡын кәметеүгә өлгәштек. Республикабыҙҙа был бәхет ни бары ике баҫмаға - татар йәштәре өсөн сыҡҡан «Өмет» гәзитенә һәм «Йәшлек»кә эләкте.
    Икенсенән, гәзитебеҙ Рәсәй матбуғатының алтын фондына инде. Был шатлыҡлы хәбәр декабрҙең аҙағында билдәле булды, һәм килеп, 2007 йыл менән сағыштырғанда, гәзитебеҙгә яҙылыусылар һаны артты. Быйыл «Йәшлек»те 19443 уҡыусы алдырасаҡ. Әлбиттә, элекке 40 меңлек тиражды яулау хаҡында хыялланырға ла хыялланырға, әммә һеҙҙең кеүек шәп уҡыусыларыбыҙ менән ул һанға ла етербеҙ әле. Ә бөгөн беҙҙең төп бурыс - халыҡ яратып уҡырлыҡ гәзит сығарыу. Редакцияла бына тигән шәп коллектив тупланған, улар һеҙҙең ихтыяжығыҙға тап килерҙәй баҫма сығарыу өсөн бар көсөн һалыр, тип уйлайым.

    авторы: А. Дәүләтбәков | 3 января 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Һылыуҙарҙан-һылыу ҡыҙҙар ҡайҙа? Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    DilbarБашкортостаныбыҙҙың һылыуҙарҙан-һылыу, гүзәлдәрҙән-гүзәл ҡыҙҙары менән тирә-яҡта дан тотоуын бер кем дә инкар итә алмай. Халҡыбыҙҙың тик башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас матур сифаттарға эйә булған гүзәл заттары ата-бабаларыбыҙ йәйләүҙәрҙә көн иткән дәүерҙә лә үҙҙәренең күҙҙе ҡамаштырыр, һуштан яҙҙырыр гүзәллектәре менән егеттәрҙең йөрәген әсир итһә, бөгөн дә һылыу ҡыҙҙарыбыҙға тиң сибәрҙәр юҡ донъяла. Төн ҡараһылай серле ҡарашлы, алма кеүек янып торған алһыу йөҙлө, ҡыҙарып бешкән сейәләй һутлы иренле, ҡара ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡашлы, тал сыбығындай нескә билле, тау шишмәһендәй оҙон толомло, һандуғастай моңло тауышлы һылыуҙарыбыҙ янынан ниндәй егет тыныс ҡына уҙып китһен инде?! Башҡортостан ҡыҙҙары – илебеҙ йөҙө, халҡыбыҙ ғорурлығы.

    авторы: Азамат Исмәғилев | 3 января 2008 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Яңы йыл теләктәре Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Ҡәҙим АРАЛБАЕВ

    Уралымда – ожмах еребеҙҙә –
    Ниндәй бәхетлебеҙ –
    Ҡыштар бар!
    Аҡ бурандар.
    Көмөш тәңкә ҡарҙар
    Яҙҙырырҙай хатта hуштарҙан.

    авторы: Tayfur | 3 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тормошо уның ҡайнар усаҡ кеүек Әҙәбиәт

    alt«Мең йыл быҫҡып йәшәгәнсе,

    Бер йыл дөрләп яныу артыҡ», – был  юлдарҙың авторы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыhы Зәйнәб Биишеваның      100 йыллыҡ юбилейы уңайынан республика етәкселеге тарафынан ҡарарҙар ҡабул ителеп, иле алдындағы ҙур эштәрен тағы бер тапҡыр байҡап, киләсәк быуынға Оло әҙибәнең ысын  булмышын күрhәтеү, уның образы аша йәштәрҙе тәрбиәләү маҡсатында эш йәйелдереп ебәрелде. Мәктәптәрҙә уҡыусылар уның ижады хаҡында иншалар яҙа, тормош юлын өйрәнә, юғары уҡыу йорттарында конференциялар үткәрелә, гәзит-журнал биттәрендә мәҡәләләр донъя күрә. Былар үҙҙәре үк Зәйнәб апай Биишеваның халыҡҡа яҡын булыуына бер дәлил. Халыҡ уның әҫәрҙәрен ярата, хатта ауыл китапханаларында китаптары аҙ булыуына ғәжәпләнә, киләсәктә уларҙың нәшер ителеүенә өмөтләнә.

    авторы: админ | 3 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Зәйнәб апай янында Әҙәбиәт

    Зәйнәб апай Биишева менән миңә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаhында ике тапҡыр бергә дауаланыу, аралашыу бәхете тейҙе. Тәүге осрашыу 1986 йылдың сентябрендә булhа, икенсеhе 1989 йылдың октябрендә насип булды. Хәйер, яҙыусының быға тиклем республика кимәлендә уҙғарылған ижад кисәләрендә, осрашыуҙарҙа ҡатнашырға, сығыш яhарға тура килгәйне.

    авторы: админ | 3 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    2008 йылда нимә көтөргә? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Пенсионерҙар

    Пенсияның страховкалау өлөшө 1 февралдән 8 процентҡа, ә апрелдән тағы ла 7,5 процентҡа күтәреләсәк. 1 августан пенсияның төп өлөшөн дә  15 процентҡа арттырасаҡтар.

    Хәрбиҙәр

    Хәрбиҙәр һәм ошо өлкә пенсионерҙарының эш хаҡы ике этапта артасаҡ. Уларҙың килемдәре февраль һәм октябрь айҙарында туғыҙар процентҡа күтәреләсәк. Шулай уҡ хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың балаһы булғандарының  ҡатындары ай һайын 6 мең һум күләмендә пособие аласаҡ.

    авторы: Лилиә Сираева | 3 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иҫке йылды оҙатҡанда... Мәҙәниәт

    altМәскәү башҡорттарында йәштәргә «Бал-маскарад» үткәреү, балалар өсөн шыршы байрамы ойоштороу матур традицияға әйләнгән.

    Быйылғы «Бал-маскарад» Тверская урамында «Банглес» төнгө клубында үтте. Йәш ғаиләләр, студенттар, йәштәр Ҡарhылыу менән Ҡыш бабайҙы күрергә, бергә күңел асырға ашыҡты. Йәштәрҙең барыhы ла береhе-береhенән матурыраҡ, фантазия менән тегелгән карнавал костюмдарында ине.

    Ҡыш бабай тәҡдим иткән эсемлек – ҡымыҙ барыhының да күңеленә хуш килде.

    Мәскәү уртаhында башҡорт көйҙәренә ихлас тыпырлашып бейегән йәштәргә Сәғиҙулла Байегеттең килеп ҡушылыуы үҙе бер сағыу тамаша, ҙур бүләк булды.

    авторы: админ | 3 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек» гәзитенең 2007 йылғы премияһы лауряттары Мәҙәниәт

    Гәзит – коллектив хеҙмәт емеше ул. Әлбиттә, эше башҡалар күҙенә салынмаған техник  хеҙмәткәрҙәрҙән алып баҫманың тематик йөкмәткеhен көндәлек ижади эшмәкәрлеге менән байытҡан журналистар бер төптән егелеп эшләмәhә, «Йәшлек»те төрлө йәштәге гәзит уҡыусыларҙың зауығына тап килерлек итеп сығарыуы икеле. Шөкөр, редакциябыҙ коллективы берҙәм hәм татыу. Өҫтәүенә, журналистика алдына заман ҡуйған бурыстарҙы – халҡыбыҙҙы рухи яҡтан, йәштәребеҙҙе милли рухта  тәрбиәләүҙе еренә еткереп үтәргә тырышабыҙ. Әлбиттә, гәзитебеҙҙең күп hанлы дуҫтары – әүҙем яҙышып тороусы штаттан тыш авторҙарыбыҙ ҙа йәштәрҙең төп баҫмаhын тематик йәhәттән байытыуға күп көс hала. Ниhайәт, гәзиттең иң егәрле журналисын hәм үткер ҡәләмле авторҙарын асыҡлар мәл дә етте.

    авторы: админ | 3 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru