Һаумыһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
2008 йылдың башында тағы ла һеҙҙең менән осрашыуыбыҙға бик шатбыҙ.
Үткән йылды оҙатҡанда һәр көм үҙенең эшенә йомғаҡ яһай. Ҡабан йылы «Йәшлек» гәзите өсөн дә уңышлы ғына булды. Беҙҙең ҡаҙаныштар менән, хөрмәтле уҡыусылар, гәзит аша танышып барҙығыҙ инде. Бөтә донъяла инфляция барған ваҡытта беҙ гәзитебеҙгә яҙылыу хаҡын кәметеүгә өлгәштек. Республикабыҙҙа был бәхет ни бары ике баҫмаға - татар йәштәре өсөн сыҡҡан «Өмет» гәзитенә һәм «Йәшлек»кә эләкте.
Икенсенән, гәзитебеҙ Рәсәй матбуғатының алтын фондына инде. Был шатлыҡлы хәбәр декабрҙең аҙағында билдәле булды, һәм килеп, 2007 йыл менән сағыштырғанда, гәзитебеҙгә яҙылыусылар һаны артты. Быйыл «Йәшлек»те 19443 уҡыусы алдырасаҡ. Әлбиттә, элекке 40 меңлек тиражды яулау хаҡында хыялланырға ла хыялланырға, әммә һеҙҙең кеүек шәп уҡыусыларыбыҙ менән ул һанға ла етербеҙ әле. Ә бөгөн беҙҙең төп бурыс - халыҡ яратып уҡырлыҡ гәзит сығарыу. Редакцияла бына тигән шәп коллектив тупланған, улар һеҙҙең ихтыяжығыҙға тап килерҙәй баҫма сығарыу өсөн бар көсөн һалыр, тип уйлайым.
Былтыр декабрҙә Башҡортостан Республикаһында Силәбе өлкәһе көндәре үткәйне. Иҫ киткес шәп тамаша булды ул. Кескәй генә балаларҙың ҡумыҙ, ҡурайҙа уйнап, башҡортса һөйләшеп, бейеп, йырлап (хатта әрләшеп) йөрөүенә, һәүәҫкәр артистарҙың иһә хатта Өфөләге профессиональ йырсыларҙан арттырып йырлауына шаһит булдыҡ. Ә бит нисә йыл элек кенә Силәбе өлкәһендә башҡортса йырлау түгел, һөйләшеүселәр ҙә бөтөп бара ине. Республикабыҙ етәкселеге алып барған сәйәсәттең һөҙөмтәләре бына ошонда күренде лә. Тимәк, телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға иғтибар, ихтирам арта. Тимәк, башҡорттар арта. Тимәк, «Йәшлек» гәзитенең дә тиражы арта, тигән өмөт тә арта.
Һәр баҫма үҙенең хәбәрселәре менән көслө. Үкенескә күрә, бөгөн уҡыусылар араһында гәзиткә яҙышыусылар кәмене, һеҙҙе дәртләндереү маҡсатында ауыл хәбәрселәре араһында конкурс иғлан итергә ниәтләйбеҙ. Еңегеҙҙе һыҙғана тороғоҙ!
Һеҙгә, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, быйыл да тап «Йәшлек»те һайлағанығыҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, ғаиләгеҙгә, яҡындарығыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, шатлыҡ-бәхеттәр, именлек теләйбеҙ. Тыуған республикабыҙҙа мәңге тыныслыҡ, халыҡтар дуҫлығы сәскә атһын!
Ихтирам менән, «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире.