Кешегә ҡул бәхете бирмәһен, баш бәхете бирһен.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Фәһемле лә, күңелле лә үтте
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Рәсәй көнө менән!
  • «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Учалы быуаһынан – Һары диңгеҙгә! Сәләмәтлек

    Nazima MagafurovaНәзимә Мәғәфүрова, тормош юлдашы Әхмәҙей яҡты донъянан көтмәгәндә китеп барғас, албырғап, юғалып ҡала. Өс бала әсәһе производство алдынғыһы булған билдәле спортсы иренең ышығында йәшәп өйрәнгәс, бөтә ел-ямғырҙар ҡаршыһында япа-яңғыҙ ҡалғандай тоя үҙен. Стресс эҙһеҙ үтмәй – бер ни тиклем ваҡыттан һуң Нәзимә апай бөтөнләй ауырыуға һабыша. Йөрәге ауыртыуына түҙә алмай, ҡайһы бер көндәрҙә икешәр тапҡыр «ашығыс ярҙам» саҡырырға мәжбүр була. Йөрәк-ҡан тамырҙары сиренә ашҡаҙан ауыртыуы ла ҡушыла... Урамға йомош-фәлән менән сыҡҡан саҡта, йөрәгем туҡтап үлеп ҡалдыниһәм, кемлегемде белһендәр, тип, үҙе менән документтарын да алып йөрөй – донъя хәлен белеп булмай...

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 8 января 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Күңелендә һаман бала йәшәй... Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Fairuza FatkullinaБер үк профессия берләштерһә лә, ҡайһы ваҡыт үҙеңдең коллегаларыңды бөтөнләй белеп тә бөтмәйһең, ҡайһы берҙәрен иһә бары тик фоторәсемдәренән генә таныйһың. Ә бөгөнгө әңгәмәсе менән юлдар мәктәптәрҙәге осрашыуҙар аша башланды. Ни тиһәң дә, уның эше балалар менән бәйле. Тап шул саҡта Фәйрүзә Рәхмәт ҡыҙының баҫалҡылығына, сабырлығына, уның теләһә ниндәй аудиторияла ла тиҙ арала үҙ кешегә әйләнеп, балаларҙың эске донъяһына үтеп инеүенә һәр саҡ һоҡландым һәм һоҡланам. Һәр һүҙен үлсәп әйтер, кәрәк саҡта матур ғына итеп «сәп»кә тейҙерер ул. Хатта тормош сығырынан-сығарырға тырышып ярҙан-ярға бәргеләгәндә лә ул – үҙендә кешелек сифаттарын һаҡлап ҡалыр көслө характерлы башҡорт ҡатын-ҡыҙы.

    авторы: З. Әйле | 8 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәртип һәм именлек һағында Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Faiz ShaihislamovБула бит шундай егеттәр: үҙе хаҡында hөйләргә яратмай, аҙ hүҙле, тыйнаҡ. Гәзиткә үҙе тураhында мәҡәлә яҙыуға ла ҡырҡа ҡаршы. Әммә hәр  hөнәрҙең үҙ бәҫе, үҙ мәртәбәhе. Шулай итеп, таныш булығыҙ – милицияның өлкән лейтенанты Фәиз Шәйхисламов.

    Ул Белорет районының Инйәр ҡасабаhында тыуған, шул уҡ райондың Татлы урта мәктәбен, РФ  Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған. 1994 – 1996 йылдарҙа Калининград өлкәhендә Балтик флотында хеҙмәт иткән. Чечен Республикаhындағы ҡораллы низағта ла ҡатнашҡан.

    Хеҙмәт юлын Инйәр ҡасабаhында юл-патруль хеҙмәте инспекторы булараҡ башлаған. Бөгөн Фәиз Әнүәр улы Эске эштәр идаралығының Өфө буйынса юл хәүефhеҙлеге хеҙмәте дәүләт инспекцияhында техник надзорҙың өлкән дәүләт инспекторы булып эшләй.

    авторы: Лариса Абдуллина | 8 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Илдар Ғәбитовтан суперкроссворд Яңылыҡтар » Спорт

    Горизонталь буйынса: 1. Был урман үләненең төбөн ашау өсөн ҡабан сусҡалары сабынлыҡты соҡоп бөтә. 4. Тимерсенең эш ҡоралы. 7. Үҙ иленән сит илгә күскән кеше. 11. Ҡош-ҡорт ситкә hалмаhын өсөн ояhында ҡалдырыла торған йомортҡа. 15. Был рус яҙыусыhы, Нобель премияhы лауреаты, үҙенең китабын русса баҫтырып сығарыу өсөн ЦРУ-ның матди ярҙамына таянған. 16. Ҡош-ҡортто өркөтөү өсөн, кеше рәүешендә яhап, баҡсаға, баҫыуға ҡуйған нәмә. 17. Кроссвордтың, ребустың дөйөм атамаhы.

    авторы: админ | 8 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    * * *

    Ике дуҫ  ресторанда ултыра. Икенсе өҫтәл артында ултырған ике ҡыҙ менән танышырға уйлап, береhе:

    – Әйҙә, башҡалар килеп танышҡансы, тиҙерәк яндарына барайыҡ, – ти.

    – Туҡта, ашыҡма, – ти икенсеhе, – тәүҙә  ашағандары, эскәндәре өсөн аҡсаларын түләhендәр әле, шунан барырбыҙ.

    авторы: админ | 8 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әжәл көткәндә (новелла) Әҙәбиәт » Хикәйә

    altРәшит Солтангәрәев исемендәге республика әҙәби конкурсы башланыуға ошо көндәрҙә бер йыл тулып уҙҙы. Уға быйыл әҙиптең тыуған көнөндә, декабрь айында,   йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә:

    I урынға – бер мең доллар,

    II урынға – ноутбук,

    III урынға – 10 мең һум аҡса.

    Гәзит уҡыусылар иғтибар иткәндер, конкурсҡа хикәйәләр бик күп килә, араларында төрлөләре бар. Әммә авторҙарҙың яҙыу стиленә артыҡ ҡул тейҙермәйенсә, гәзиткә бирерҙәйҙәрен тәҡдим итә киләбеҙ. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, бәлки, танылмаған, бер кем дә белмәгән прозаик, әҙәбиәттәге яңы йондоҙ һеҙҙер? Тәүәккәлләгеҙ, күңелегеҙҙә йөрөткән хикәйәгеҙҙе ҡағыҙға төшөрөп, беҙгә ебәрегеҙ! Ваҡытлы матбуғатта баҫылмай тороп, ижадсы үҫешә алмай. Яҙығыҙ, конкурста ҡатнашығыҙ, елле бүләктәр отоғоҙ!
     
     
    Сәғәт теле биште hуҡты, «зыр-зыр» көйө яңғыраны, Шәрифулла ҡарт күҙҙәрен асты...

    Ул, арыу ғына оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, егеттәрсә етеҙлек менән hикереп тороп, сәйнүген ҡайнатырға ҡуйыр өсөн  икенсе бүлмәгә  сығып та китте. Һыйырын hауып ингәнсе ҡайнай торор.  Соланда эленеп торған, hарай эсендәге эштәр менән генә шөғөлләнер өсөн тәғәйенләнгән иҫке курткаhы менән калошын кейеп алды. Ошонда уҡ кәштәлә биҙрәhе ултыра, иҙәндә – ҡомғаны менән йоғаныс майы.

    Тәү башлап быйылғы йыл быҙаулаған, үтә лә сабырhыҙ, уҫал холоҡло йәш тананы, дочка ла дочка, тип маҡтай-маҡтай ҙур кинәнес менән hауҙы.
    авторы: админ | 8 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Грипп килә, тиҙәр Сәләмәтлек

    Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор-вируслы инфекция ауырыуҙарын эпидемиологтар әлегә тыныс тип тапҡан.

    Башҡортостан Республикаһы буйынса Ростпотребнадзор идаралығы мәғлүмәттәре буйынса әлегә грипп менән сирләүселәр теркәлмәгән. Рәсәйгә гриптың ҡышҡы каникулдарҙан һуң ябырылыуы билдәләнгән.

    Медиктар иҫәпләүенсә, гриптан һаҡланыуҙың төп сараһы булып әлегә халыҡҡа вакцина яһау ҡала бирә.

    авторы: админ | 8 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әбйәлил менән ғорурлана алаһығыҙ Башҡортостан

    Афарин!

    Бөгөн Өфөлә йәшәүсе әбйәлилдәрҙең бер түгел, ике ойошмаhы эшләп килә. Береhе «Әбйәлил» ижтимағи берекмәhе булhа, икенсеhе – Әбйәлил студенттары берлеге. Тап ошо ике ойошма яңыраҡ яҡташтарын осрашыуға йыйҙы.

    Кисәгә килеүселәрҙе БР Президенты Хакимиәтенең территориялар hәм кадрҙар буйынса идаралығы етәксеhе урынбаҫары Хәйҙәр Вәлиев, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Владимир Павлюкович, «Әбйәлил» ижтимағи берекмәhе рәйесе урынбаҫары Раян Шаhимөхәмәтов, Башҡортостанда биатлон спортына нигеҙ hалыусыларҙың береhе, билдәле спорт мастеры Мазhар Алсынбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рәшит Ишбулатов тәбрикләне.

    авторы: админ | 8 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru