Ашаған аш табыр, эшләгән эш табыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡолаҡ һал!
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!
  • Бәхетленең бөтәһе бер юлы
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Яңылыҡтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • 2008 йыл Башҡортостанда Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип иғлан ителде Башҡортостан

    8 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов үҙенең Указы менән 2008 йылды Башҡортостан Республикаһында Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип иғлан итте.

    Президенттың был Указы халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу, ғаиләгә, әсәләргә, аталарға һәм балаларға социаль ярҙамды әүҙемләштереү, халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу, демографик хәлде яҡшыртыу, ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү юлында дәүләт власы, урындағы үҙидара һәм йәмғиәттең тырышлығын берләштереү маҡсатында, шулай уҡ илдә Ғаилә йылы иғлан ителеүен иҫәпкә алып ҡабул ителде.

    Указға ярашлы, Ғаиләгә социаль ярҙам йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырылған. Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов етәкләйәсәк.  2008 йылдың 30 ғинуарына тиклем йыл эсендәге сараларҙың комплекслы программаһы әҙерләнәсәк.

    Указ буйынса, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә лә ойоштороу комитеттары булдырыу, Ғаиләгә социаль ярҙам  йылы дауамында үтәсәк саралар планын әҙерләү тәҡдим ителде.

    Указдың үтәлешен тикшереү БР Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.

     

    Башҡортостан Президентының

     матбуғат хеҙмәте.

    авторы: админ | 10 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Юлдаш» уятҡан мөғжизә Башҡортостан

    altҠыштың сатнама һыуыҡтарын байрамдарҙың күп булыуы йылыта. Ҡыш, Яңы йыл алып килгән байрамдарҙың бүләктәргә, шатлыҡтарға бай булыуы бигерәк тә һөйөнөслө.

    Республикабыҙҙың популяр «Юлдаш» радиоканалы матур йолалары менән күптән билдәле инде. Уның хеҙмәткәрҙәре йыл әйләнәһенә республикабыҙҙың район-ҡалаларында йөрөп, халыҡҡа йыр-моң, бүләктәр тарата, төрлө ярҙам күрһәтә. Ҡыҫҡаһы, улар ҙа ҡышҡы һыуыҡтарҙа кешеләргә йылылыҡ өләшә.

    Быйыл Яңы йыл байрамында «юлдаштар» Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Архангел райондарында булды. Улар ауылдарҙа йөрөп халыҡты байрам менән ҡотланы.

    авторы: Лилиә Сираева | 10 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    Хаж ҡылыусылар ҡайтты

    Сәғүд Ғәрәбстанына хаж ҡылырға барыусыларҙың беренсе төркөмө Башҡортостанға ҡайтты.

    Дөйөм алғанда, беҙҙән Мәккә һәм Мәҙинәләге изге урындарға барлығы 350 мосолман ғибәҙәт ҡылған. Бер төркөмдөң составында хажға республиканың мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин да барып ҡайтҡан.

    Нурмөхәмәт хәҙрәт изге ғәмәлдең хәл-ваҡиғаһыҙ яҡшы үтеүе һәм ғибәҙәт ҡылыусыларҙың имен ҡайтыуы хаҡында белдерҙе. Сәғүд Ғәрәбстанында әле һауа температураһы 35 градус эҫелекте тәшкил итә, ә беҙҙә һалҡын, шуға ла хажға барыусыларҙың тыуған иленә әйләнеп ҡайтҡас бер генә проблемаhы килеп тыуған – климатҡа ҡайтанан яраҡлаша алмай интегеү. «Хажи», «хажиә» исемен алып ҡайтыусы ғибәҙәт ҡылыусылар үҙҙәре менән, мосолмандарҙың ышаныуҙарына ярашлы, Зәм-зәм шишмәһенән барлыҡ сирҙәрҙән дә дауалаусы изге һыу алып ҡайтҡан. Ошо көндәрҙә ул мәсеттәргә таратыласаҡ.

    авторы: Вадим Хәбиров | 10 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Сәбәбе – көнкүреш газы

    Ҡаҙанда көнкүреш газы шартлау арҡаһында һәләк булған кешеләр һаны етәүгә барып баҫҡан.

    Авиатөҙөүселәр биҫтәһендәге өс ҡатлы йорт шаршамбыға ҡараған төндә емерелгән. Фажиғә ҡорбандары араһында бер бала бар.

    Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, харабалар аҫтында ун бишләгән кешенең ҡалыуы мөмкин.

    авторы: Гүзәл Байғотлина | 10 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ВИЧ-инфекциялылар һаны артҡан Яңылыҡтар

    БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 6107 ВИЧ-инфекциялы теркәлгән.

    ВИЧ-инфекциялыларҙың күбеһенең (4113 кеше) көслө заттан икәне билдәләнгән. 14 йәшкә тиклемге 49 бала, 15 – 17 йәштәрҙәгеләрҙән – 8 үҫмер, 18 – 30 йәштәгеләрҙән – 3498, 31 – 40 йәштәгеләрҙән – 2055, 41 – 50 йәштәгеләрҙән 405 кеше ВИЧ-инфекциялы статусына эйә.

    Үткән йылда республикала 894 ВИЧ-инфекциялы кеше теркәлгән. Сирлеләрҙең күбеһе (4570 кеше) ҡалаларҙа йәшәй.

    Т. АМАНОВ.

    авторы: админ | 10 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт эмитенттары лайыҡлы урында Яңылыҡтар

    RTS Board системаһында 1000 эмитент араhында башҡорт эмитенттары 2,87 процент тәшкил иткән.

    Башҡортостан эмитенттар һаны буйынса ил төбәктәре араһында, Мәскәүҙән (19,96 процент), Краснодар крайынан (6,52 процент), Санкт-Петербургтан (4,15 процент), Свердловск (3,56 процент) һәм Мәскәү (2,96 процент) өлкәләренән генә ҡалышып, алтынсы урында килә.

    Волга буйы федераль округында иһә эмитенттар өлөшө 17,68 процент тәшкил итә.

    Т. АМАНОВ.

    авторы: админ | 10 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡатын-ҡыҙҙар ғәйепле булып сыға... Яңылыҡтар

    2007 йылдың башынан алып республикабыҙҙа теркәлгән аварияларҙың 367-һендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғәйепле булыуы асыҡланған. Гүзәл заттарҙың иғтибарһыҙлығы, вайымһыҙлығы менән Башҡортостан юлдарында 22 кеше һәләк булған, 487-hе төрлө тән йәрәхәттәре алған.

    Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе бер ҡатын «Нива-Шевроле»ға ултырып ала ла, Өфөгә юллана. «Бөкө»ләре менән тәҡәтте ҡоротҡан Октябрь проспектында ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм икенсе машинаға бәрелә. Бәрелгән машина ситкә осоп, өсөнсө машинаны төкөй. Һөҙөмтәлә бер кеше һәләк була, ике кеше дауаханаға эләгә.

    Ошондай ваҡиғалар көн һайын тиерлек булып тора. Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының БР буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, быйыл ҡатын-ҡыҙҙар ғәйебе менән килеп сыҡҡан авариялар былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға артҡан.

    Ә бит быға тиклем статистика ҡатын-ҡыҙҙарҙың аварияларға ирҙәргә ҡарағанда күпкә әҙерәк юлығыуын күрhәтә ине. Быйылғы мәғлүмәттәр гүзәл заттарҙы бер ҙә биҙәмәй. Инде генә «гранаталы маймыл»дар кеүек мыҫҡыллауҙарҙан ҡотола башлағайныҡ – бына һиңә, мә!

    Тимәк, уйланырға урын бар. Тиҙлекте арттырыу, ҡаршы юлға сығыу кеүек ҡағиҙә боҙоуҙар иң ауырҙарҙан һанала. Улар кеше үлеменә, ауыр йәрәхәттәргә килтерә. Ә беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тап ошо енәйәттәргә бара (әйткәндәй, ошондай ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар быйыл ҙур күләмле штраф түләй башлаясаҡ).

    Алиса ИМАНҒОЛОВА.

    авторы: админ | 10 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эшләйһе лә әле әшләйһе Башҡортостан

    Йыл аҙағы – башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау, киләсәккә бурыстар билдәләү осоро. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма комитетының ултырышы ла быйылғы йыл йомғаҡтарын барлауға, киләһе йылға эш планын раҫлауға арналды.

    Әлегә тиклем Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Румил Аҙнабаев рәйес вазифаһын башҡарыусы булып ҡына йөрөгәйне. Ултырышта ҡоролтай ағзалары  уға ышаныс белдереп, бер тауыштан  башҡарма комитеттың рәйесе итеп һайланы.

    авторы: админ | 10 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru