Алдын бер уйла, артын биш уйла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ниндәй төҫкә буярға?
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ғали йәнәптәре Хәреф
  • Профсоюз берләштерҙе
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һеҙ ҙә беҙҙең эштән кинәнегеҙ Мәғәриф

    Әлфиә ХӘМИТОВА, «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары:
    – Иң тәүҙә гәзитебеҙҙе барлыҡҡа килтергән, уны ныҡлап аяҡҡа баҫтырыуға ғүмеренең иң матур йылдарын арнаған өлкән коллегаларымды, ҡасандыр редакцияла эшләп киткән элекке хеҙмәткәрҙәрҙең барыhын да баҫмабыҙҙың оло юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайым. Беҙгә, бөгөнгө журналистарға, әле лә теләктәшлек күрhәтеп, эшебеҙ менән даими ҡыҙыҡhынып, аҡыллы hәм урынлы кәңәштәр биреп, шылтыратып та, килеп тә хәл белешеп торғанығыҙ, йәғни «Йәшлек» илендә ҡалғанығыҙ өсөн hеҙгә ҙур рәхмәт!

    авторы: админ | 12 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халыҡсанлыҡ уны ысын баҫма итә Мәғәриф

    Йәшлеккә кире ҡайтып булмай, «Йәшлек»кә ҡайтып була, тип шаяртабыҙ үҙ-ара беҙ – ҡасандыр «Йәшлек»тә эшләп киткән журналистар. Ысынлап та, инде нисә йыл үтhә лә, гәзит биттәрендә баҫылған hәр мәҡәлә, хикәйә hайын үҙебеҙҙе «Йәшлек»кә кире ҡайтҡандай хис итәбеҙ, ошо hандарҙы тулҡынланып ҡулға алабыҙ. Шулай уҡ бөгөнгө «Йәшлек» йөгөн тартыусы йәштәрҙең яҙғандарын уҡып, оло шатлыҡ, кинәнес кисерәбеҙ.

    авторы: админ | 12 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Заман башҡа – заң башҡа Мәғәриф

    «Йәшлек» гәзите мине оло журналистикаға, асылда яҙыусылыҡ эшенә алып сығыуҙа төп этәргес булды. 1990 йылдарҙа район гәзитендә саҡ эшләй башлаған кешене баш ҡалаға саҡырып, яңы асылған йәштәр гәзитендә оло вазифаны йөкмәттеләр. Болғансыҡ заман елдәрендә ҡойоноп, әллә күпме ҡаршылыҡтарҙы йырып, Башҡортостан артабан йәшәйешкә хоҡуғын даулаған, үҫер юлдарын билдәләгән ҡыҙыҡлы ла, яуаплы ла, ҡатмарлы ла осор ине ул.

    авторы: админ | 12 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гәзит уҡыусыны үҙенең артынан эйәртергә тейеш Мәғәриф

    Татьяна СЫРВАЧЕВА, «Молодежная газета»ның баш мөхәррире:
    Бөгөнгө «Молодежная газета» 1996 йылда ошо исем аҫтында сыға башлай. «Ленинец» гәзите ике гәзиткә бүленгәс тә оҙаҡ йылдар ул ошо уҡ исем аҫтында донъя күрә әле. Гәзиттең исеме үк әйтеп тороуынса, беҙҙең гәзит йәштәр өсөн һәм йәштәр хаҡында. Заман йәштәренең ҡыҙыҡһыныуҙары һәм талаптары күп төрлө. Шунлыҡтан беҙҙең төп маҡсатыбыҙ улар артынан эйәреү түгел, ә, киреһенсә, гәзит уҡыусыны үҙенең артынан эйәртергә тейеш.

    авторы: админ | 12 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡыусыларыбыҙ бер рухлы Мәғәриф

    Рәдис НОҒОМАНОВ, «Өмет» республика татар йәштәре гәзитенең баш мөхәррире:
    – Республикабыҙ йәштәре баҫмаларының 85 йыллыҡ данлы һәм шанлы тарихы булыуы – үҙе бер ҙур шатлыҡ, ҙур ҡыуаныс. Тимәк, беҙгә йәштәр баҫмалары тураһында ғорурланып һүҙ ҡуҙғатырлыҡ урын бар. Был юбилейҙы «Өмет» гәзите лә шатланып ҡабул итә һәм ҡаршылай.
    Гәзиттең үткәндәрен барлар өсөн бөгөнгөһөн белеү зарур. «Өмет» гәзите байрамды ниндәй уңыштар менән ҡаршылай? Әлбиттә, һәр гәзиттең донъяға сығыуының мөһим бер мәғәнәһе – уның уҡыусылары булыуында. Бөгөн гәзитебеҙҙе даими алдырып барыусы тоғро дуҫтарыбыҙ булыуы – иң ҙур шатлығыбыҙ. Гәзитте алдырыусылар һаны 37 меңгә етеүе менән ғорурлана алабыҙ.

    авторы: Вадим Хәбиров | 12 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хөрмәтле «Йәшлек», «Молодежная газета» гәзиттәре коллективтары! Яңылыҡтар

    Һеҙҙе иҫтәлекле юбилейығыҙ – гәзиттәрегеҙ сыға башлауға 85 йыл тулыу айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайым!
    Ошондай бай тарихлы баҫмалар бөгөн республиканың абруйлы hәм йоғонтоло киң мәғлүмәт саралары hанала. Улар – йөкмәткеле hәм популяр, уҡыусы менән аңлайышлы стилдә аралашҡан баҫмалар. Уҙған тиҫтә йылдар эсендә hеҙҙең гәзиттәрегеҙ үҙ йөҙөн, объективлыҡты, ябай кеше мәнфәғәтен хәстәрләүҙе hаҡлап ҡала алды. Улар йәмғиәтте рухи яңыртыу, үҫеп килеүсе быуынды әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү буйынса тырышып эшләй.
    Һеҙҙең юғары профессионализмығыҙ, үҙ hүҙегеҙ өсөн яуаплылыҡ тойоуығыҙ тәрән ихтирам уята. Гәзиттәрегеҙ, иң сифатлы баҫмалар булараҡ, юҡҡа ғына йыл hайын «Рәсәй матбуғаты» күргәҙмәhенең отличие билдәhе менән бүләкләнмәй hәм уның «Алтын фонды»на инмәй.
    Туплаған тәжрибәгеҙ йәштәр гәзиттәренә киләсәктә лә йәмғиәтте борсоған мәсьәләләр тураhында сағыу итеп яҙырға, тыуған республикабыҙҙы артабан да үҫтереүгә булышлыҡ итер, тип ышанам. Һеҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең элекке ҡәләм оҫталарының hоҡланғыс традицияларын дауам итеүе, йәш hәм дәртле булып ҡалыуы hөйөндөрә.
    Алдағы көндәрҙә лә талантлы, тормош hулышын нескә тойған журналист оҫталығы өлгөhө булып ҡалығыҙ. Һеҙгә ныҡлы hаулыҡ hәм бәхет, яңынан-яңы ижади табыштар теләйем.

    Башҡортостан Республикаhы Президенты
    Мортаза РӘХИМОВ.

    авторы: админ | 12 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хөрмәтле «Йәшлек» коллективы! Яңылыҡтар

    Ысын йөрәктән һеҙҙе Рәсәй матбуғаты көнө һәм «Йәшлек»тең 85 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ҡотлайым.
    «Йәшлек» гәзите республиканың киң мәғлүмәт саралары араһында үҙенсәлекле урын биләй. 1923 йылда тәүге номеры сыҡҡандан алып гәзит, журналистикала өлгөлө, матур йолалар барлыҡҡа килтереп, ҙур юл үтте. «Йәшлек»тең һүҙе республика йәштәренә генә түгел, оло быуынына ла етди йоғонто яһай.
    Профессиональ оҫталығығыҙ, тос һәм ялҡынлы һүҙегеҙ, республиканың мәҙәни, ижтимағи һәм сәйәси тормошон даими яҡтыртыуығыҙ беҙҙең төбәктә алып барылған эҙмә-эҙлекле, уйланылған социаль сәйәсәт хаҡында республика йәштәренә еткереүгә булышлыҡ итә.
    Эшегеҙ, бөтмәҫ илһамығыҙ, журналистикаға тоғрололоғоҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. «Йәшлек» биттәрендә сағылыш тапҡан ваҡиғаларҙың артабан да Башҡортостан йәштәре йөрәгендә урын табырына ышанам.
    Бөтә күңелемдән һеҙгә сәләмәтлек, бәхет, ижади уңыштар, тыныслыҡ һәм именлек теләйем.

    Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе
    Юлай Ильясов.

    авторы: админ | 12 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байрамығыҙ мөбәрәк булһын! Яңылыҡтар

    Бөгөн башҡорт йәштәренең тәүге гәзите сыға башлауға 85 йыл тула. Бер кеше ғүмеренә торошло был дәүерҙә йәштәр баҫмаhы ныҡлап аяҡҡа баҫып, алдына заман ҡуйған бурыстарҙы – йәштәрҙе илен, телен hөйгән, Башҡортостандың ысын патриоттары итеп тәрбиәләүҙе уңышлы тормошҡа ашыра.
    «Йәшлек» гәзитенең берҙәм коллективы өсөн үткән йыл бик уңышлы булды. Ул Рәсәйҙең «Матбуғаттың алтын фонды билдәhе»нә лайыҡ тип табылды. Шулай уҡ быйылғы йылдың тәүге яртыhына уға яҙылыусылар hаны артыуы ла гәзиттең халыҡ араhында популяр булыуы хаҡында hөйләй.
    Ҡәҙерле «Йәшлек»тәр! Артабан да һеҙгә иңегеҙгә төшкән бурыстарҙы намыҫ менән үтәүегеҙҙе, сәмле hәм ғәмле булыуығыҙҙы, ижади ялҡынығыҙҙың киләсәктә тағы ла нығыраҡ дөрләүен, ғаилә бәхете теләйем.
    Алдағы йылдарҙа ла халҡыбыҙҙың ныҡлы арҡа таянысы булып ҡалырға насип итhен.

    БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт hәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы
    Борис МЕЛКОЕДОВ.

    авторы: админ | 12 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru