Ауыр йөктө ат тарта, ауыр эште ир тарта.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
  • Күңеле саф Әлфирә
  • Бер стакан еләк – 60 һум
  • Июль
  • Аллаhы Тәғәлә бойороҡтары
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Хужабикәгә кәңәш Сәләмәтлек

    «Ҡыҙыл бүрек» салаты
    Салат «Гранат беләҙеге»нә оҡшаш, тик бында картуф ҡушылмай. Сей кишер, аҡ йәки ҡара торма, ит (иң яҡшыһы тел йәки һыйыр ите), йөҙөм, сәтләүек, гранат кәрәк буласаҡ. Улар ҡатлап һалына.
    1-се ҡатлам: ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән, бер аҙ һығылған кишер;
    2-се: ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән торма (кишерҙән әҙерәк булырға тейеш);
    3-сө: ваҡ итеп туралған тел;
    4-се: ваҡ туралған йөҙөм менән сәтләүек. Йөҙөм үтә ныҡ шәрбәтле булмаҫҡа тейеш.
    Бар ҡатламдарға майонез һыларға, салаттың өҫтөнә гранат емештәре һалырға. Улар матурлыҡ өсөн түгел, тәм өсөн кәрәк, шуға ла 1 – 2 гранат кәрәк булыр.

    авторы: админ | 15 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ир-егеттәр идеалы бармы? Сәләмәтлек

    Тормошта һәр кем үҙ бәхетен – берҙән-берен табырға ынтыла. Аҡ атҡа атланып, ҡулына фатир асҡысын тотҡан принцты осратыр өсөн, әлбиттә, күп егеттәрҙе арҡанларға тура килер. Әммә, баҡтиһәң, ҡатын-ҡыҙҙың ир-егет идеалы төрлө була икән. Шәхесте үҫтереү институты белгестәре ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус тест әҙерләгән. Уның һорауҙарына яуап бирһәгеҙ, күҙ алдығыҙҙа хыял иткән ир-егеттең портреты төҫмөрләнер.

    авторы: Вадим Хәбиров | 15 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡайҙа ҡараһам да, ап-аҡ донъя, ҡайтыр юлым тапмай ҡаңғырҙым Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Рәйсә Бәҙретдинова Ҡырмыҫҡалы районының Сахай ауылында тыуған. Мәсетле районының йәмле Ҡәшкиәк йылғаһы буйындағы Туҡбай ауылында башланғыс мәктәпте тамамлап, Дыуан-Мәсетле ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәптә, Рәми Fарипов исемендәге Республика башҡорт гимназияһында белем алған. Өфө китапхана техникумын, БДУ-ны тамамлаған. Бөгөн Мәсәғүт педагогия колледжында 20 йылдан ашыу башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй. Рәсәй Федерацияһының урта махсус белем биреү алдынғыһы.

    авторы: админ | 15 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Донъя – ҡуласа Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Колхоздың баш экономисы булып эшләгән Имамовты халыҡ үҙ итә. Ҡырҡмаhа ҡырҡ эш менән мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында урынлашҡан ауыл советына, hаҡлыҡ кассаhына, почтаға, колхоз идараhына ун ауылдан йомош менән килгән кеше тәүҙә Fилманға мөрәжәғәт итә. Үрҙә hанап үтелгән ойошмаларҙа төпкөл ауылдарҙан килгән баҫалҡы, ҡыйыуhыҙ яҡташтарын асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала hалып бармайҙар, үҙ ҡағыҙҙарына төкәлеп ултырған ҡатын-ҡыҙ күҙ аҫтынан бер hөҙөп ҡараhа, йә арҡырыраҡ hүҙ әйтhә, ауылынан hирәк сыҡҡан кеше, «кантур»ҙағы өҫтәл артында ултырғандарҙы ҙур түрәләй күреп, бәлйерәй ҙә төшә.

    авторы: админ | 15 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Барыһы ла бер туған кеүек Башҡортостан

    Барыһы ла бер туған кеүекЕйәнсура районының Биштирәк ауылында тыуып үҫкән Флүр Ҡарасурин яҡын киләсәктә күп балалы атай булып китермен тип уйламағандыр, бәлки. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Күгәрсен районының Мораҡ ауылында тракторсы, шофер, умартасы һөнәрҙәрен үҙләштерә, тыуған ауылында нигеҙ ҡороу хаҡында хыяллана. Улдарының был ниәтен Зәкиә Әхмәтбаҡый ҡыҙы менән Ғәлим Шәмсетдин улы ла хуплай.

    авторы: Азамат Исмәғилев | 15 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кисәге студент – бөгөнгө профессор Башҡортостан

    Һәр йыл тамамланыр алдынан студенттар алдында оло һынауҙарҙың береһен – сессияны тапшырыу бурысы тора. Студент уны ниндәй ысулдар менән булһа ла еңә, ул шулай яраҡлашҡан. Ә профессорҙар өсөн сессия нимә ул?
    Был һорауға БДУ-ның журналистика кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы Тимерғәле Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов яуап бирә.

    авторы: админ | 15 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Стәрлетамаҡ ҡалаһының мэры кем? Башҡортостан

    Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенә яңы етәксе тәғәйенләнде.
    Ҡала хакимиәтен быға тиклем етәкләгән Спартак Әхмәтовтың РФ Дәүләт Думаһына депутат булып hайланыуы hәм Мәскәүгә күсеүе сәбәпле, ҡала хакимиәте етәксеһе вазифаһына конкурс нигеҙендә яңы етәксе һайлап алынды. Конкурс йомғаҡтары буйынса был урынға Илгиз Ҡәҙер улы Шәрипов үтте.
    Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы советының ултырышында ҡатнашыусы БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов сығышында, сәнәғәт потенциалы бай һәм үҫешкән социаль өлкәһе булған, өс тапҡыр «Рәсәйҙең көмөш ҡалаһы» исеменә, 2006 йыл һөҙөмтәләре буйынса «алтын» титулын яулаған ҡала менән идара итеү ҙур яуаплылыҡ талап итә, тип билдәләне һәм яңы етәксегә, йөкмәтелгән бурыстарын намыҫ менән атҡарыр, тигән ышаныс белдерҙе.
    Яңы етәксе сығышы менән Әлшәй районынан, Өфө дәүләт авиация институтын (хәҙер университет) тамамлаған. 1997 йылдан алып «Ҡыҙыл пролетарий» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡарған. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты.

    авторы: админ | 15 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт тарихы – Төркиәлә Башҡортостан

    «Отюкен» билдәле төрөк нәшриәтендә «Башҡорттар: үткәне һәм хәҙергеһе. Тарих, тел һәм мәҙәниәт буйынса эҙләнеүҙәр» исемле ғилми мәҡәләләр йыйынтығы донъя күрҙе.
    Йыйынтыҡты төҙөүселәр – Анкара университетының тел, тарих һәм география факультеты ғалимдары Мелек Озйетгин, Мертхан Дюндар һәм Евразия стратегик эҙләнеүҙәр үҙәге хеҙмәткәре Ильяс Камалов. Ғилми китап билдәле башҡорт ғалимы Әхмәтзәки Вәлиди Туған иҫтәлегенә арналған. Мәҡәләләрҙең авторҙары – төрөк һәм башҡорт вуздарының, ғилми-тикшеренеү үҙәктәренең хеҙмәткәрҙәре.

    авторы: админ | 15 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru