Ваҡытһыҙ эшләнгән эш эшләнмәгәнгә иҫәп.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Телефон аша аҡса «эшләгән»
  • Аллаһы Тәғәлә бойороҡтары
  • «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ!
  • Өс һөйләм менән
  • Йәштәр, һеҙҙе байрам менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәшенле йәшлек Мәғәриф

    – Библиотекаға бара һыңмы? – тине Вәхит Әмиргә. – Әйҙә, киттек.
    Улар «Алтын йондоҙ» романын уҡыны. Вәхит таңға ҡала ине. Ниндәй гүзәл роман! Ысын совет йәштәре. «Татар телендә мин бындай китапты әле уҡығаным юҡ», – тине ул Әмиргә.
    – Мин билет ала торормон. Сәғәт 7-гә обязательно ҡайт. Мин киттем, – тине Әмир.
    Вәхит журналды уҡып бөткәс, икенсе номерҙы алып тормайынса шиғырҙар, тәнҡит мәҡәләләрен ҡарап сыҡҡас, ҡайтырға ашыҡты. «Үпкәләп ҡуйыуы бар...» – тип уйланы ул.

    авторы: админ | 17 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кисермәм кеүек ине Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Яңыраҡ Өфө урамында бер нисә йыл күрешмәгән сыбыҡ осо туғанымды осраттым – уны Себер тарафтарында эшләй, һирәк ҡайта, тиҙәр ине. Һарғылт сәсле, зәңгәр күҙле, йоҡа кәүҙәле туғаным матур ғына ҡыҙҙы ҡултыҡлап алғайны.
    – Таныш булығыҙ, был киленегеҙ була, – тип йылмайҙы ул. – Туйыбыҙҙы бында үткәрҙек тә, хәҙер кире китергә йыйынып йөрөйбөҙ. Билет алырға китеп барыуыбыҙ...
    Оҙаҡ һөйләшергә форсат теймәне – улар ҙа, мин дә ашыға инек. Шуға ла күңелемдә ниндәйҙер көйөк тороп ҡалды – ғүмер буйы шулай ашығып йәшәлә, бер-береңә ваҡыт та етмәй...

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 17 января 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Рәхмәт һеҙгә, тоғро дуҫтарыбыҙ! Мәғәриф

    Ҡәҙерле дуҫтар, былтыр гәзитебеҙгә ошо йылдың тәүге яртыһына яҙылыу барған мәлдә һеҙҙең үтенесегеҙ буйынса «Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!», «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!», «Бөтә коллектив менән – «Йәшлек»кә!», «Бөтә ауыл менән – «Йәшлек»кә!» конкурстарын тергеҙеп ебәргәйнек. Тәүге ике бәйгенең шарттары буйынса, синыфта – 15 баланан кәм, ә мәктәптә уҡытыусылар коллективы уҡыусылар менән бергә 100-ҙән дә, ә коллективта 20-нән дә кәм хеҙмәткәр, ауылда 50-нән кәм йорт-хужалыҡ булмаҫҡа тейеш ине.

    авторы: админ | 17 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ейәнсәрем сәнғәткә ғашиҡ Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Һеҙ һүрәттә күргән ҡыҙ һомғол буйлы, оҙон сәсле, ҡурсаҡ кеүек матур ейәнсәрем Венера Мортазина булыр. Һинд ҡыҙы сүрәтенә инеп төшкән сибәребеҙ ысынында саф башҡорт ҡыҙы. Эшһөйәрлеге, ихласлығы менән айырылып торған Венера Ҡыйғы районының Аҫылғужа ауылынан. Күңеле менән йыр-моңға, сәнғәткә ғашиҡ ул. Әлеге көндә Өфө ҡалаһының музыкаль тәрбиә биреү гимназияһында белем ала.
    Яратҡан ейәнсәремдең тик яҡшы билдәләргә генә уҡыуын, артабан да матур сифаттарға эйә булыуын теләп – өләсәһе Люциә АБДРАХМАНОВА.

    авторы: админ | 17 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Заманса башҡорт сибәрҙәре, һеҙ ҡайҙа? Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Үткән йылғы конкурсҡа йомғаҡ яһап, «иң-иң»дәрҙе билдәләгәс, гәзитебеҙҙең матур бер йолаһына әүерелеп киткән гүзәллек бәйгеһен быйыл да дауам итәбеҙ. Конкурстың йөкмәткеһен бер аҙ байытып, төрлөләндереп ебәреү маҡсатында, уның шарттарына ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелде.
    Шулай итеп, быйылғы бәйгелә ҡатнашыусыларға мотлаҡ рәүештә буй-һынын тулыһынса кәүҙәләндергән бер нисә фоторәсемен ебәрергә тура киләсәк. Әйткәндәй, унда заман башҡорт ҡыҙы образы сағылыш табырға тейеш.

    авторы: админ | 17 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байрамды ла билдәләнек, үҙебеҙҙе лә күрһәттек Мәҙәниәт

    Журналистар төрлө һөнәр эйәләренең байрамдарын күп яҙһа ла, үҙҙәренә байрамдар бик һирәк эләгә. Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында уҙғарылған сара республика матбуғатының ҡәләм оҫталарын йыйҙы.

    авторы: админ | 17 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тағы «Оскар»ға дәғүә итә Мәҙәниәт

    Билдәле кинорежиссер Никита Михалковтың тағы бер фильмы Америка киноакадемия һының 2008 йылғы «Оскар» премия һына дәғүә итә.
    1995 йылда ул «Утомленные солнцем» фильмы өсөн мәртәбәле премияға лайыҡ булғайны. Әле «Оскар»ҙың финалға сыҡҡан номинанттары ара һында Михалковтың «12» тип аталған кинокартина һы ла бар. Ул «Сит телдәге иң яҡшы фильм» категория һында иң уңышлы төшөрөлгән фильмдар рәтенә индерелгән. Талантлы кинорежиссерҙың был эше Венецияла үткән кинофестивалдә «Алтын арыҫлан», Миланда «Алтын Амевросий» наградалары менән баһаланғайны инде.

    авторы: З. Йәһүҙина | 17 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Танытмалар бирелә Сәйәсәт

    Рәсәйҙә президент һайлауҙары кампания һының яңы этабы башланды.
    Һайлау комиссиялары теркәүҙән төшөү танытмаларын 2 мартта үҙҙәренең һайлау участка һына килеп тауыш бирә алмаған граждандарға тапшыра башланы ла инде. Уны 10 февралгә тиклем алырға була.
    Президент һайлауҙарына теркәүҙән төшөү танытмаларының яңы өлгөһө баҫылған. РФ Һайлау комиссияһы, был документты законһыҙ рәүештә файҙаланыусыларға РФ Енәйәт кодексы буйынса енәйәти яуаплылыҡ янай, тип иҫкәртә.

    авторы: З. Йәһүҙина | 17 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru