Балта оҫтаһы балтаһынан билгеле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле...
  • Телеңде йоторлоҡ
  • «Төндә атыр гөл»
  • Башҡорт театрының мәшһүр ҡыҙы
  • Вакцина әҙер, әммә...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡотлайбыҙ! Башҡортостан » Юбилейҙар

    «Йәшлек» гәзите коллективы йылды ҡыуаныслы ваҡиға менән башлап ебәрә. Бөрйән районының Fәҙелгәрәй ауылында тыуған коллегабыҙ
    Зөһрә Хәсән ҡыҙы ЙӘҺҮҘИНАНЫ
    һәм Ҡариҙел районының Яҡуп ауылы егете
    Илгиз Әлфит улы МӨFИНОВТЫ
    законлы никахтары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
    Ике йылға бергә ҡушылып аҡһа,
    Мул һәм тәрән була һыуҙары.
    Беҙ теләйбеҙ – ярҙарына тулып
    Аҡһын һеҙҙең ғүмер юлдары.

    Мөхәббәтте ғаилә нигеҙе итеп
    Оҙаҡ йылдар ғүмер итегеҙ.
    Берегеҙ ут булғанда, икенсегеҙ
    Туҫтаҡ ҡымыҙ тотоп көтөгөҙ.

    Ырыҫ артһын һеҙҙең өйөгөҙҙә,
    Бәрәкәтле булһын юлығыҙ!
    Һеҙҙең ышаныслы аҙымдарҙы
    Дауам итһен ҡыҙҙарығыҙ һәм улдарығыҙ!

    Иң изге теләктәр менән – «Йәшлек»тәр.
    smile
    авторы: admin | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әҙәп сиктәрендәге гүзәллек Мәҙәниәт

    Алты йәше тулыуға Риммаға ата-әсәһе бәләкәй теген машинаһы бүләк итә. Бүләктән шундуҡ айырылмаҫ булған ҡыҙсыҡ теккән итәк-күлдәктәр кейеү бәхете иң элек үҙенең һәм әхирәттәренең ҡурсаҡтарына ғына тәтей. Өлкән синыфтарҙа ата-әсәһенә теккән кейемгә лә сират етә. Ҙурайғас, кем булырға? Әлбиттә, модельер!
    Тыуған ҡалаһы Медногорскиҙағы профессиональ училищенан һуң Өфө дәүләт сервис институтын тамамлап (икеһен дә тик «бишле»гә), тегенсе ҡыҙ шул хыялын тормошҡа ашыра башлай.
    «Матурлыҡ мәктәбе»нең бөгөнгө әңгәмәсеһе – Ырымбур өлкәһе ҡыҙы, Өфөлә йәшәүсе һәм ижад итеүсе, үҙенең коллекциялары менән «ЕвроУфаАзия» йәштәр модаһы форумында, «Һылыуҡай – 2007» бәйгеһендә, яңыраҡ Екатеринбургта үткән «Мисс Евразия» конкурсында, Әбйәлил йәштәр ойошмаһы үткәргән «Камил инсан» гүзәллек бәйгеһендә уңышлы сығыш яһаусы йәш модельер-конструктор Римма БАЙТИМЕРОВА.

    авторы: Гүзәл Байғотлина | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Милли көрәшкә – аҡ юл! Яңылыҡтар » Спорт

    Тиҙҙән Өфөлә спорттың милли һәм халыҡ төрҙәре һарайы буласаҡ
    «Айырым маҡсатлы республика программалары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы, БР Президенты Мортаза Рәхимов 2008 йылдың 16 ғинуарындағы Указы менән «2008 – 2012 йылдарға Башҡортостан Республикаһында милли көрәште үҫтереү» айырым маҡсатлы республика программаһын раҫланы.
    Указ менән республика Хөкүмәтенә программа сараларын ваҡытында тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итергә ҡушылды.

    авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өлкәндәр уйыны Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    ...Редакцияға ялбырап килеп ингән ҡатынды танымай торҙом бер аҙ – педучилищела бер ваҡытта уҡыған нәҙек ҡыҙ һимереп, ҡалынайып киткән, тик тауышы ғына шул уҡ. Хәйер, ғәҙәттәре лә һаҡланған. Мәрйәләр кеүек ҡыланып, мине шар ҙа шор килеп ҡосаҡлап, яңаҡтарымдан өс тапҡыр ирендәрен тейҙерер-тейҙермәҫ үпте лә, ҡолағыма: «Һөйләшер һүҙем бар, әйҙә сығайыҡ», – тип шыбырланы. Бына бит, кеше үҙгәрмәһә үҙгәрмәй икән – һаман да буш урында сер яһай!

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байышта бар егеттәр – эшкә ут кеүектәр Башҡортостан

    Ауыл ерендәге йәштәрҙән: «Нимә менән шөғөлләнәһең?» – тип һораһаң, күптәренән: «Эш юҡ», – тигән яуапты ишетергә тура килә. Әзмәүерҙәй егеттәрҙең ауыл тиклем ауылда ла эшһеҙлеккә һылтанып ятыуын бер нисек тә аңлатып булмай. Эшләйем тигән кеше һис ҡасан да, эш юҡ, тип зарланмай ул. Теләк, тәүәккәллек кенә булһын. Ейәнсура районының Байыш ауылында йәшәүсе бер туған Нәғим һәм Наил Байназаровтар, урта белемле генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, юғалып ҡалмай: үҙ көстәре менән теплица төҙөргә керешәләр.

    авторы: Азамат Исмәғилев | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөйөк әҙибә хаҡында иҫтәлектәр китабы сыҡты Әҙәбиәт

    Ошо көндәрҙә З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан «Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева» исемле китап донъя күрҙе. Әҙиптәр Ирек Кинйәбулатов, Fәлим Хисамов төҙөгән баҫмала «Замандаштар һүҙе», «Онотолмаҫ иҫтәлектәр», «Бағышлауҙар» рубрикаларында яҙыусыларҙың, әҙибәнең яҡташтарының, йәш быуындың мәҡәләләре, хәтирәләре, шиғырҙары бирелгән.
    Китапта шулай уҡ Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаттары, әҙибәнең биографияһына бәйле документтар урын алған. Фоторәсемдәр менән байытылған йыйынтыҡ – яҙыусының ижады, йәшәйеше менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн ҙур бүләк. Л. СИТДИҠОВА.

    авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Инвалид балаларға – Яңы йыл бүләге Сәләмәтлек

    Бөтә донъя түҙемһеҙлек менән көтөп алған Яңы йыл байрамы Салауат башҡорт дәүләт драма театрында һәр йылдағыса гөрләп үтте. Балалар өсөн ҡуйылған «Мультляндия иленә сәйәхәт» тип аталған Яңы йыл бүләге балаларҙың күңеленә хуш килде. Ун көн дауамында барған тамашаға ҡалабыҙҙың балалар баҡсаларынан, мәктәптәрҙән, төрлө ойошмаларҙан килделәр. Көләс йөҙлө, һау-сәләмәт ҡыҙҙар-малайҙарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.
    Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡалала тыумыштан йәки, сәләмәт тыуып та, төрлө сәбәптәр арҡаһында ауыр сирҙәргә дусар булған балалар ҙа аҙ түгел. Уларҙы байрам менән ҡотлау, тормоштарына аҙ ғына булһа ла йәм өҫтәү теләге менән театр етәкселеге махсус мәрхәмәтлелек акцияһы үткәрҙе. Өс йөҙҙән ашыу инвалид баланың иң ауыр хәлдә булғандарын Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу өйҙәренә барып ҡотланы һәм бүләктәр тапшырҙы.
    Был акцияны үткәреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн «Яңы ҡала» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, «Жилпромстрой» ойошмаһына, бигерәк тә уларҙың етәкселәре Марат Мусин менән Валерий Петраковскийға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
    Айһылыу ХӘСӘНОВА,
    театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире.

    авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшенле йәшлек Әҙәбиәт

    «Мы строим коммунизм,
    Что в мире краше,
    Чем этот труд!
    Где доблести предел?
    Предела нет!
    А кто сказал, что наша
    Любовь должна быть мельче наших дел?
    Я, может, сам такой любви не стою,
    Но, принимая бури и ветра,
    Живет, сияет чистой красотою
    Любовь – высоким помыслам сестра».

    авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru