Иләмәй күн булмаҫ, тиреһеҙ тун булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ислам әҙәбе
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле,
  • Рәсәй көнө менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • ҺАУЛЫҠ – ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠУЛДА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңы гранттар булдырылды Сәйәсәт

    БР Президенты Мортаза Рәхимов «Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары тураһында» Указы менән Башҡортостан Президенты гранттарын булдырырға ҡарар итте.
    Был гранттар мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә уңыш ҡаҙанғандарға биреләсәк.
    Указ буйынса, 2009 йылдың 1 ғинуарынан башлап 300 мең һумлыҡ биш грант һәм 100 мең һумлыҡ егерме биш грант билдәләнәсәк. Улар Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәтен үҫтереү һәм һаҡлау, музыка, архитектура, театр, хореография, рәсем төшөрөү, архитектура һәм дизайн, кино, музей, клуб һәм китапхана эштәре өлкәһендә мәҙәни ҡиммәттәрҙе тыуҙырыу, һаҡлау, таратыу һәм үҙләштереү өсөн эшләнгән ижади проекттарға дәүләт ярҙамын арттырыу өсөн булдырылған.
    Башҡортостан Республикаһы Президентының матбуғат хеҙмәте.

    авторы: админ | 22 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бай ҙа, уңған да республикабыҙ! Иҡтисад

    Әле Германияның Берлин ҡалаһында 73-сө тапҡыр «Йәшел аҙналыҡ – 2008» халыҡ-ара аграр күргәҙмәһе үтә.
    Ул 17 ғинуарҙа башланып, 27 ғинуарға тиклем дауам итәсәк. Экспофорумда 70-кә яҡын ил ҡатнаша, улар араһында Рәсәй ҙә бар. 15 йыл элек беҙҙең экспозициялар был сарала 20 квадрат метр майҙанды ғына биләй ине. Хәҙер инде Рәсәй алты мең квадрат метр майҙанда тотош павильонды биләп тора, унда илебеҙҙең 30 төбәге урын алған.
    «Йәшел аҙналыҡ»та Рәсәйҙең төп терәге булып Волга буйы федераль округы сығыш яһай. Илдәге ауыл хужалығы өлкәһенең кимәлен тап беҙҙең республика күрһәтә.

    авторы: Лилиә Сираева | 22 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшәү менән үлем араһында Сәләмәтлек

    Башҡортостан Республикаһының 1-се наркология диспансерының баш табибы урынбаҫары, 1-се категориялы психиатр-нарколог Лилия Михайлова билдәләүенсә, алкоголизмға, наркоманияға ҡаршы көрәш өсөн киң матбуғат сараларының, төрлө лекциялар, акцияларҙың тәьҫире көслө. Беҙ табип менән ошолар хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

    авторы: Лилиә Сираева | 22 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һөйөү мөғжизәләр тыуҙыра Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия ағзалары, инспекция хеҙмәткәрҙәре менән ҙур ғына бер ауыл урамы буйлап атлайбыҙ. Уларҙың маҡсаты – инспекцияла иҫәптә торған имен булмаған ғаиләләрҙе тикшереү. «Ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеү» – үкенескә күрә, был ҡаты билдәләмә район судтарында йыш яңғырай. Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 69-сы статьяһы буйынса, ата-әсә, үҙ бурысын тейешенсә атҡармаһа, шул иҫәптән алимент түләмәһә; ...

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 22 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләнәм, һыҙланам, юлланам... Мәҙәниәт

    Әбйәлил районының Таштимер ауылында тыуған йәш йырсы Илнур Миһмановтың исеме йәштәр эстрадаһына «Ҡурай» йыры менән килеп инде, тиһәм, һис яңылышмам. Байтаҡ ваҡыт ул «Юлдаш»-хит»та йәштәрҙең иң яратҡан йырҙарының береһе булараҡ яңғыраны. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – Өфө сәнғәт училищеһының III курсында уҡып йөрөүсе Илнур Миһманов.

    авторы: админ | 22 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Изге йән Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Һәр бер кешенең донъяла иң яҡын, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле, изгеләрҙән-изге кешеһе була. Шул изге йәндәрҙең береһе – өләсәйем Райна Ханнан ҡыҙы Ваһапованың алтын ҡулдарынан йылылыҡ һибелә, һиҙгер йөрәгенән изгелек бөркөлә. Ул 1936 йылда Ырымбур өлкәһе Переволоцк районының Ҡотлөмбәт ауылында донъяға килгән. Үҙ ғүмерендә күпте күргән: атаһын һуғышҡа оҙатҡан, һеңле-ҡустыларына ҙур терәк һәм таяныс булған.

    авторы: админ | 22 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уңалмаҫ яра Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Яҙ! Тирә-йүнде йәмләп яҙ миҙгеле лә килеп етте. Эй-й, һағындырҙы шул йәмле яҙ, йәй көндәре.
    Иртә таңда ла, төн ауышҡанда ла, һис кенә лә тынмай һандуғас моңдары. Ағиҙел буйҙарындағы талдар араһынан сыҡҡан «сут-сут» иткән ауаздар, һандуғас моңдары ҡолаҡты иркәләй. Ниндәй моңло тауыштар! Кескәй генә ҡошсоҡтарҙан урғылған моң, башҡа ҡоштарҙағы кеүек, бер тондағы ауаз түгел бит.

    авторы: админ | 22 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡәләмемде һынап ҡарайым Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    МӘҢГЕЛЕКТЕҢ ҠОСАFЫНДА
    Үле тынлыҡ зыяратта –
    мәрхүмдәр йоҡлай,
    тереләрҙә булған хәтер
    уларҙы һаҡлай.
    Бында булмай көнләшеүҙәр –
    юҡ быға нигеҙ.
    Юҡ ярлылар, юҡ хәллеләр –
    бөтәһе тигеҙ.

    авторы: админ | 22 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru