Күп өргән эт тешләмәҫ, күп ҡысҡырған эшләмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа
  • Йәштәр көнө менән!
  • Китапханасы эше күңелһеҙ түгел
  • Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә?
  • [b]Шәхестәребеҙгә ҡара яғырға юл ҡуймаҫбыҙ![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Спорт һөйөүсе Гөлнара һәр ерҙә лә алда бара Яңылыҡтар » Спорт

    Уҡыуҙа ла һынатмаған, спорт өлкәһендә лә уңыштары булған ҡыҙҙар һәм егеттәр күп республикабыҙ мәктәптәрендә. Ҡайҙа нисектер, әммә Әбйәлил районының Амангилде урта мәктәбендә спорт һөйгән уҡыусылар бихисап. Сөнки бында сәләмәт тормош алып барыуға ҙур иғтибар бүленә. Ғөмүмән, Амангилде ауылының күп ғаиләләрендә спортҡа өҫтөнлөк бирелә. Был уларҙың балаларында ла сағылмай ҡалмай, әлбиттә.

    авторы: Азамат Исмәғилев | 24 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңы корпус яңы мөмкинлектәр аса Сәләмәтлек

    Дауахананың баш табибының хирургия буйынса урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты Владимир Соколов әйтеүенсә, бауырға ҡатмарлы операция гастрохирургия бүлегендә башҡарыла. Бөгөн 46 йәшлек пациент үҙен яҡшы тоя.
    Әлеге ваҡытта Республика клиника дауаханаһының хирургия хеҙмәте ҡәҙимге режимда эшләй. Быға тиклем көнөнә – 30, хәҙер иһә 45 кешегә операция эшләнә.

    авторы: Азамат Исмәғилев | 24 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Заман менән бергә Әҙәбиәт

    Республикабыҙ ҡатын-ҡыҙҙары һағынып көтөп алған, яратып уҡыған «Башҡортостан ҡыҙы»на 40 йәш тулды. Бай йөкмәткеле, сағыу биҙәлешле журнал ижад иткән илһамлы коллективты ошо уңайҙан ихлас тәбрикләйбеҙ.
    1968 йылдың ғинуарында тәүге һаны донъя күргән баҫманы иң тәүҙә шағирә Кәтибә Кинйәбулатова, унан һуң оҙаҡ йылдар буйына шағирә Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева етәкләгән. Хәҙер инде туғыҙ йылға яҡын был яуаплы вазифа – шағирә Йомабикә Ильясова иңендә.

    авторы: Гүзәл Байғотлина | 24 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшенле йәшлек Әҙәбиәт

    Иртә менән мәктәпкә килгәс, химия дәресендә:
    – Һин киткәс тә әле сәғәт 3-кә тиклем һөйләшеп ултырҙыҡ, – тине Асия.
    – Нимә тураһында һуң?
    – Барыһы тураһында ла.
    – Бына шулай әҙерәк хәрәкәт итергә кәрәк тә инде. Бына «молекулаларҙың бер туҡтауһыҙ хәрәкәте» яҙылған бит, – тип Вәхит һөйләшеүҙе дәрескә бороп ебәрҙе.

    авторы: админ | 24 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йөрәк йырым Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Күҙ йәштәрһеҙ иларға ла тормош
    Мине инде күптән өйрәтте.
    Бәхет йырын йырлар сағымда ла
    Ҡайғы моңон минән көйләтте.

    авторы: админ | 24 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мин ергә изгелектәр эшләр өсөн килдем Сәләмәтлек

    «Мин ергә изгелектәр эшләр өсөн килдем», – ти халыҡ табибы Альбина
    2004 йылда (7 октябрь, № 40) «Аҙна» гәзитендә «Сихырҙың ни икәнен үҙ иңендә татый» тигән бер яҙмаға юлыҡҡайным. Мәҡәлә Ғафури районында йәшәүсе Зөһрә Ғәзизова һөйләгәндәрҙән сығып яҙылғайны. Унда шундай юлдар бар: «Бығы тиклем сихырға ышанмай инем. Кинәт ауырып киттем. Табип уколдар ҡаҙаһа ла, ҡан баҫымы төшмәй.

    авторы: админ | 24 января 2008 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    «Моңдаръя» – ул, ысынлап та, моң даръяһы Мәҙәниәт

    Ике көндә лә зал шығырым тулы булды Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында барған «Моңдаръя» кисәһендә. Бер ҡараһаң, быға һис тә аптырарға түгел. Рәүилә Мәсәлимова, Fәзим Ильясов, Радмир һәм Рәмил Туйсиндар, Хәсән Усманов, Фәрүәз Урманшин, Ирек Ноғоманов, Гөлсөм Бикбулатова, Әнүәр Нурғәлиев, Наил Шәймәрҙәнов кеүек халыҡ яратып тыңлаған йырсылар бер гөлләмә булып сәхнәне биҙәгәндә, нисек өйҙә түҙеп ятаһың ти инде?!

    авторы: Лариса Абдуллина | 24 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күптәр яҡлауға мохтаж Сәйәсәт

    Башҡортостан Президенты Указы менән 2008 йыл Башҡортостанда Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан Республика йортонда Ғаиләгә социаль ярҙам йылын әҙерләү һәм үткәреү буйынса БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов рәйеслегендә ойоштороу комитетының тәүге ултырышы үтте.

    авторы: Лилиә Сираева | 24 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru