Арҡауын атһаң, буйын алырһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ғәйепһеҙме? Улайһа, ҡабаланма
  • ҺАНДАР ТЕЛЕ МЕНӘН
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Һуңғы ҡыңғырау сыңы, тынлыҡ ярып, киләсәккә бирҙе фатиха
  • Йондознамэ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Байрамың менән, студент! Сәйәсәт

    Студент саҡ – йәшлектең күркәм мәле, ҡыйыу пландар һәм ижади башланғыстар, тәүге асыштар осоро. Тап шул ваҡытта кешенең гражданлыҡ һәм тормош позицияһы формалаша. Уның ниндәй булырынан һеҙҙең яҙмышығыҙ ғына түгел, тотош Ватаныбыҙ киләсәге тора!
    Башҡортостанда һеҙҙең ижади һәләттәрегеҙҙе асырға ярҙам итеү өсөн күп эшләнә. Беҙҙә һәләтле йәштәрҙе ҡеүәтләүҙең комплекслы саралары бойомға ашырыла. Йыл да 335 талантлы студент, аспирант һәм докторант республика Президенты стипендияһын ала, күренекле йәмәғәт, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре исемендәге стипендиялар тапшырыла. Йәш ғалимдарға һәм коллективтарға фәнни тикшеренеүҙәр өсөн гранттар бүленә. Республика бюджетынан студенттарҙы социаль яҡлауға ла байтаҡ аҡса бирелә. Киләсәктә лә һәр берегеҙ йәмғиәттә лайыҡлы урын алһын өсөн ҡулдан килгәнсә тырышасаҡбыҙ!
    Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, уҡыуҙа уңыштар, барлыҡ изге ниәттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйем!
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза РӘХИМОВ.

    авторы: админ | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бына шундай башҡорт ҡыҙы ул Башҡортостан

    «Һай, үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!» – тип ғорурланып әйтергә мөмкин һеҙ һүрәттә күргән Әбйәлил районы һылыуы, бөгөн Мәскәү ҡалаһының Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетында белем алыусы Айгөл Мырҙағәлина хаҡында. Рәсәй тигән бөйөк илебеҙҙең баш ҡалаһына сығып китеүенә ҡарамаҫтан, туған телен онотмай, башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәтенә тоғролоҡ һаҡлай ул.

    авторы: Азамат Исмәғилев | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Моңдар яңғырашы Әҙәбиәт

    Уҙған йылдың авгусында Свердловск өлкәһенең Каменск-Уральский ҡалаһында йәш яҙыусыларҙың Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе булып үтте. Унда илебеҙҙең төрлө төбәгенән шиғыр, проза, балалар өсөн әҫәрҙәр яҙыусы йәштәр ҡатнашты. Һеҙҙең иғтибарға шәхсән үҙем өсөн ҡыҙыҡлы тойолған бер нисә йәш авторҙың һәм шиғриәт семинары етәкселәре Нина Ягодинцева, Александр Кердан, Андрей Расторгуевтың шиғри тәржемәләрен тәҡдим итәм. Шиғри тәржемә өлкәһендә был тәүге тәжрибәм.
    Лариса АБДУЛЛИНА.

    авторы: Лариса Абдуллина | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт әҙәбиәтен тәржемә итеү кәрәкме? Әҙәбиәт

    Башҡорт әҙәбиәтен тәржемә итеү кәрәкме? Тәржемә итеүселәр бармы?
    Башҡорт шиғриәтен рус теленә тәржемә итеү кәрәкме? Кәрәк, әлбиттә. Бына ошо хаҡта ҙур һөйләшеү ойошторолдо «Бельские просторы» журналы редакцияһында. Унда журналдың баш мөхәррире Юрий Горюхин, тәржемәсе Марсель Ғәфүров, журнал хеҙмәткәрҙәре Светлана Чураева, Игорь Фролов, Николай Грахов, Башҡортостан Яҙыусылар союзының тәржемә секцияһы етәксеһе Айҙар Хөсәйенов, тәржемәсе Зөһрә Бураҡаева, Башҡортостан Яҙыусылар союзының рус яҙыусылары секцияһы етәксеһе Владимир Денисов ҡатнашты.

    авторы: Лариса Абдуллина | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт өсөн йән атҡан ҡурайсы Башҡортостан » Юбилейҙар

    Мәшһүр педагог-ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужиндың үҙе сығарған, яратып башҡарған йырҙарының береһе был. Юҡҡа ғына бар күңелен һалып йырламағандыр уны ҡурайсы. Ошо бер генә куплетта ла уның бар булмышы, зиһене, күңеле талаптары, асылы сағылғандай. 27 ғинуарҙа Башҡортостанда ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә ҡурай мәктәбен булдырыусы ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужинға 80 йәш тулған булыр ине.

    авторы: Лариса Абдуллина | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшерен мөхәббәт Әҙәбиәт » Хикәйә

    Оҙаҡ торҙо, атым сапманы,
    Тормош ауыр, саҡ-саҡ атланы.
    Ярһып атламаны, кәртәләр ватманы,
    Сылбырҙар өҙмәне, һаҡланы. Р. ХАННАНОВ.

    авторы: админ | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшенле йәшлек Әҙәбиәт

    АСЫЛМАFАН СЕРҘӘР (Исемдәр үҙгәрә)
    Физика уҡытыусыһының ялҡытҡыс тауышынан арып, Вәхит иғтибарын дәрестән бөтөнләйгә ситкә күсерҙе. Уның уйланып ултырыуын һәм ҡайһы саҡта йылмайып ҡуйыуын һиҙеп алған уҡытыусы:

    авторы: админ | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һорау – яуап Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Аҡса дөрөҫ түләнгән
    Күптән түгел гәзитегеҙҙә беҙҙең республикала бала табыу буйынса пособиеның иң ҙур күләме 26910 һумға етеүе тураһында хәбәр иткәйнегеҙ. Яңыраҡ икенсе балабыҙ тыуҙы, унан һуң беҙгә 9200 һум пособие бирелде. Был дөрөҫмө?
    ҒӘЛИЕВТАР (телефон аша).

    авторы: Гүзәл Байғотлина | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru