Йоҙағын эшләгән асҡысын да эшләр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ХӘҘИСТӘР
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • Эш солтаны
  • Хәүефһеҙлек – төп бурыс
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тар джинсы кеймәгеҙ! Сәләмәтлек

    – Бына һин дә тар ғына салбар кейеп алғанһың! Ярамай улай, ярамай, – тип ҡаршыланы мине Зөлфиә Бикмеева. Йәш акушер-гинеколог кабинетына ингән бөтә кешене лә шулай ҡайғырта, хәстәрләй.
    Профессияһына ғашиҡ, эшенә мөкиббән бирелгән – Зөлфиә Бикмеева Күгәрсен районының Мораҡ ауылында урынлашҡан үҙәк дауахананың бала табыу йортонда икенсе йыл ғына эшләй. Шулай ҙа уны районда яратып та, белеп тә өлгөргәндәр инде.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кем кемде еңер? Сәләмәтлек

    10 ғинуарҙа Рәсәй Хөкүмәте «Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының тәмәкегә ҡаршы көрәш буйынса конвенцияһына ҡушылыу тураһында» закон проектын хупланы.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшенле йәшлек Әҙәбиәт

    Тик бер минут тәрән хистәр менән
    Уның яндан ҡарап үтәләр.
    Тулҡынланып уның аҡ йөҙөнән
    Быуат йомғаҡтарын һүтәләр.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшерен мөхәббәт Әҙәбиәт » Хикәйә

    – Ихлас, ихлас, хет бөгөн үк өйләнәм! Ниңә Гөлирә тураһында бер нәмә лә өндәшмәйһең? – тине Фәһим, сабырлығын юйып.
    – Кейәүгә сығыуын сыҡмаған да ул, тик бына тағы ла димләп барыуҙы оҡшатыр микән? Әллә нисек уңайһыҙыраҡ та. Үҙең мәмәйләнеп ултырҙың бит! – тип Айнур Фәһимде шелтәләне.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    Президенттың эш сәфәре
    БР Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында булды.
    Республика башлығы Салауат, Ҡыйғы, Балаҡатай райондарында айырым социаль-мәҙәни һәм иҡтисади объекттарҙы төҙөү барышы менән танышты, урындарҙағы предприятиеларҙың эше менән ҡыҙыҡһынды. Салауат районының Лағыр ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлөшө аҙағына етеп килә, ауыл хакимиәте бинаһы реконструкциялана, оҙаҡламай унда коррекцион мәктәп-интернат урынлашасаҡ.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Исемкәйе – халыҡ телендә Әҙәбиәт

    Республикабыҙ был көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 100 йыллыҡ оло юбилейын киң билдәләй.
    Уның тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата республика Президенты тарафынан Указ ҡабул ителде, Хөкүмәт ҡарары менән ойоштороу комитеты төҙөлдө һәм юбилейға әҙерләнеү һәм үткәреү буйынса саралар программаһы эшләнде.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ҡара алтын» ергә аҡҡан. Ғәҙәттән тыш хәл Башҡортостан

    «Ҡара алтын» ергә аҡҡан
    29 ғинуарҙа Салауат районының Силәбе өлкәһе менән сиктәш Мөрсәлим ауыл советы территорияһында бер метр тәрәнлегендәге ер ҡуйынында ятҡан нефть үткәргес тишелеүе сәбәпле, туғыҙ кубометр нефттең ергә ағыуы асыҡланған.
    «Уралсибнефтепровод» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә ҡараған Усть-Балык – Өфө – Ҡурған – Әлмәт магистраль нефть үткәргесендәге был һәләкәт Мөрсәлим ауыл советы ҡарамағындағы бик күп кенә ер һәм урманды бысратҡан. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, «ҡара алтын» аҡҡан территорияның дөйөм майҙаны – дүрт гектар тирәһе.
    БР Тәбиғәт ресурстары министрлығынан, нефть һыуға эләкмәгән, һәләкәт һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр юҡ, тип хәбәр итәләр. Әлегә аварияның сәбәптәре тулыһынса асыҡланмаған.
    Әле нефть аҡҡан урында РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы, Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса техник күҙәтеү идаралығы эшселәре һәм башҡа бик күп белгестәр эшләй. Улар нефть үткәргесте бөгөн тулыһынса сафҡа индерҙе.
    Лилиә СИРАЕВА.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сибай хәбәрҙәре Башҡортостан

    «Аҡйондоҙ»ҙоң йондоҙло сәғәте
    Сибай педагогия колледжының «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбленә халыҡ ансамбле исеме бирелгән.
    Уның репертуарында, билдәле бейеүҙәрҙән тыш, һирәк осраған, яңынан тергеҙелгәндәре лә күп. Коллективты оҙаҡ йылдар Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, колледждың хореография уҡытыусыһы Нияз Байегетов етәкләй.
    Ғөмүмән, Башҡортостандың көньяҡ райондарының баш ҡалаһы Сибайҙың Халыҡ ижады йорто бик уңышлы эшләй. Унда әле 29 ижади коллектив тупланған. Уларҙың туғыҙы «халыҡ» һәм «өлгөлө» исемдәрен алыуға өлгәшкән. Бигерәк тә ветерандар хоры, «Сулпан» өлгөлө вокаль-хореография ансамбле, «Миләш» халыҡ вокаль ансамбле, Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыларының халыҡ инструменттары халыҡ ансамбле халыҡҡа яҡшы таныш.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru