
Уҡытыусы... Йылдар үтеп, үҙебеҙ ҙур тормош юлына аяҡ баҫҡас ҡына уҡытыусы һөнөренең ябай һөнәр түгеллеген аңланыҡ.
Әле лә хәтеребеҙҙә: ҡурҡа-ҡурҡа башланғыс синыфтан бишенсегә килгән тәүге көн. Ләкин беренсе көндән үк яңы синыф етәксеһенең йомшаҡ тауышы, әсәләрсә хәстәрле ҡарашы, белем алыуға дәртләндереүе тулҡынланыуыбыҙҙы юҡҡа сығарҙы һәм алдағы йылдарҙа ул беҙҙең иң яҡын кешебеҙгә әүерелде. Мәләүез районы Первомай урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Асия Мөхәммәт ҡыҙы Латипова хаҡында һүҙебеҙ.
Асия Мөхәммәт ҡыҙының дәрестәре беҙгә ысын мәғәнәһендә тормош дәрестәре булды. Әҙәбиәт дәрестәре әҫәрҙе өйрәнеүгә генә ҡоролманы, беҙ уларҙан фәһем ала инек. Ваҡыты менән бик ҡәтғи, талапсан да ине уҡытыусыбыҙ. Олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашмай ҡалмай торғайныҡ. Һөҙөмтәләр ҙә яҡшы булды. Әлинәбеҙ олимпиадаларҙа һәр саҡ призлы урындар яуланы. Тәбиғәтте һаҡлауға бағышланған иншаһы хатта республикала өсөнсө урын яуланы. Бөгөн ул – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Лилиәнең Динис Бүләковтың 60 йәшенә бағышлап яҙған «Ғорурлығы тыуған яғымдың» иншаһы ҡала һәм район кимәлендә өсөнсө урын алып, аҡсалата премияға ла лайыҡ булғайны.
Асия Мөхәммәт ҡыҙы тыуған яҡты яратырға, милләтебеҙ яҙмышын хәстәрләргә өйрәтте. Уның тырышлығы менән ауылыбыҙ тарихын, тирә-яҡтағы ер-һыу атамаларын яҡшы беләбеҙ. Яҡташ яҙыусылар менән осрашыуҙар, музейҙарға барыу – әле лә яҡшы хәтерҙә.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлмәһендә Башҡортостанға арналған ҙур мөйөштә беҙҙең ижади эштәребеҙ әленән-әле алмашынып торҙо: уларҙы ғорурланып ҡарап алабыҙ ҙа тағы ла сәмләнеберәк яҙа инек. Күренекле даталарға арнап, ай һайын «Туған тел» гәзите донъя күрҙе. «Әҙәбиәт һәм сәнғәт яңылыҡтары» рубрикаһы – Әлфиә яуаплылығында. Махсус стендта «Йәшлек», «Йәншишмә» гәзиттәренең яңы һандарын алмаштырып торабыҙ, кәштәлә балалар һәм үҫмерҙәр, йәштәр өсөн башҡорт телендә сыҡҡан бөтә гәзит-журналдар тупланып бара. Үҙебеҙ яҙҙырмаған баҫманың һәр яңы һанын көтөп алабыҙ. Аҙ һанлы булһаҡ та, яйын табып, синыфтан тыш сараларҙы бик матур әҙерләй инек. Күңелдәрҙә тәрән тойғолар уятҡан «Халыҡ йырҙарында – халҡым тарихы», «Туған телем – ғаиләмдән», Р. Ғариповҡа, Б. Рафиҡовҡа, Д. Бүләковҡа, Ф. Күзбәковҡа арналған кисәләр бик матур ваҡиғалар булып иҫтә ҡалды.
Уҡытыусыбыҙҙың «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы», «Хеҙмәт ветераны» исемдәрен йөрөтөүе менән ғорурланабыҙ. Быйыл иһә район хакимиәте башлығы грантына лайыҡ булыуын ишетеп, бик шатландыҡ.
Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, хөрмәтле Асия Мөхәммәт ҡыҙы! Һеҙҙе бер ҡасан да онотмабыҙ!
2006 йылғы сығарылыш уҡыусылары исеменән – СДПА студенттары Лилиә БУРАҠАНОВА, Әлинә ХӨСӘЙЕНОВА, БДАУ студенты Әлфиә БИКТИМЕРОВА.