Балта оҫтаһы балтаһынан билгеле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • Рәхмәтле hәм мәрхәмәтле Аллаh исеме менән
  • Дайджест
  • Ниңә шулай?
  • Мин тормошто һайлайым
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Атайҙы эҙләгәндә Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Бәйән ителәсәк ваҡиғаны мин бынан ярты быуат самаһы элек ишеткәйнем. Ул саҡта әллә ни иғтибар итмәгәнмен. Әммә ваҡиға әлегәсә күңел төбөндә һаҡланды. Бөгөн килеп, ауылдашымдың мәҙәк сәйәхәтен яҙып үтмәксе булдым. Дәһшәтле һуғышта аталарын юғалтҡан күптәр өсөн ул тойғо ҡәҙерле. Сәғирә (исемен үҙгәртеп алдым), ете синыфты тамамлағас, әсәһенең ризалыҡ бирмәүенә ҡарамай, ҡалаға юлланды.

    авторы: админ | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эшләгәне – тик изгелек Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Өләсәйем Фәрғезә Мөхәмәҙи ҡыҙы Йөҙйәшәрова 1927 йылдың 17 сентябрендә Бөрйән районының Мәҡсүт ауылында тыуған. Fаиләлә һигеҙ бала үҫә улар.
    Бала сағы һуғыш йылдарына тура килә. Быуындары ла нығынып бөтмәгән ҡыҙ башҡалар менән бергә ағас ҡырҡырға һәм ялан эштәренә йөрөй.
    Аслыҡ-яланғаслыҡ бик күптәрҙе ҡырҙы. Күгәрсен районындағы Күркәтауҙа ҡышҡы селләлә һары таңдан тороп кис ауғансы ағас ҡырҡтыҡ.

    авторы: админ | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Изге күңелле Лена Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Һәр яҡлап гүзәл кешеләр була. Тәбиғәт ундай кешеләргә матурлыҡты ла, һәләтте лә, йомарт күңелде лә, күркәм холоҡ-фиғелде лә йәлләмәй бирә. Шундайҙарҙың береһе – Лена Вәлийән ҡыҙы Абдуллина-Ҡотлобирҙина Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Ата-әсәһе ғүмер буйы колхозда малсылыҡта эшләне.

    авторы: админ | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шағир, актер, йырсы ине Мәҙәниәт

    Уны ХХ быуаттың «шәрә нервыһы», быуат моңо, тауышы, һыҙланыуы тип атанылар. 1938 йылдың 25 ғинуарында Мәскөүҙә донъяға килгән Владимир Высоцкий үҙенең бар булмышы менән – ижад кешеһе.
    Таганкалағы Мәскәү драма һәм комедия театрында эшләгән йылдарҙа...

    авторы: админ | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фаил Рәмил улы Вәлиев Башҡортостан » Юбилейҙар

    Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы егете, Сибай сауҙа-иҡтисад колледжы студенты
    Фаил Рәмил улы ВӘЛИЕВТЫ
    20 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уҡыуында, киләсәк тормошонда ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, бәхеттәрҙең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң мулын теләйбеҙ. Тыуыр таңдарың тыныс, яҡты, ғүмерең бәхетле булһын.
    Иң изге теләктәр менән – әсәйең, апайҙарың Рәмилә, Рәйлә, еҙнәйең Илшат, һеңлең Гүзәлиә.

    авторы: админ | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фәрит, Кинйәбикә Мәмбәтовтар Башҡортостан » Юбилейҙар

    Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында ғүмер итеүсе ҡәҙерле атайыбыҙ
    Фәрит Исмәғил улы менән һөйөклө әсәйебеҙ Кинйәбикә Ғәҙелша ҡыҙы МӘМБӘТОВТАРҘЫҢ
    бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулды. Уларҙы ошо күркәм байрамдары менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Киләсәк тормошоғоҙ нурлы, сәләмәтлегегеҙ ныҡлы, ғүмер юлығыҙ оҙон һәм тигеҙ, тормош күктәрегеҙ һәр саҡ аяҙ булһын. Тағы ла дәртләнеп, тормош ҡәҙерен белеп, бергә-бергә йәшәргә яҙһын!
    Бөтә балалары, килен-кейәүҙәре исеменән – ҡыҙҙары Филизә.

    авторы: админ | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ялған эҙҙәрҙән һаҡланығыҙ! Яңылыҡтар » Спорт

    1-се мәсьәлә
    Аҡтар: Крf5, Фc2,
    Лa2 (3)
    Ҡаралар: Крһ5,
    Сe1 (2)
    Аҡтар башлай һәм 2-се йөрөштә мат ҡуя.
    Һаҡ булығыҙ, мәсьәләлә ялған эҙҙәр бар.

    2-се мәсьәлә
    Аҡтар: Крe1, Фe6, Лһ1, Кg3 (4)
    Ҡаралар: Крg2 (2)
    Аҡтар башлай һәм 2-се йөрөштә мат ҡуя.
    Был мәсьәләлә аҡтарҙың тәүге йөрөшөн генә түгел, бик хәйләкәр икенсе йөрөшөн дә табыу ҡыйын була
    Рубриканы алып барыусы – Закир ҠОЛТАЕВ.

    авторы: админ | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Былар ҡыҙыҡлы Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    • Метеорологтар атмосферала 12900 куб. километр һыу барлығын иҫәпләп сығарған. Уның 98 проценты – күҙгә күренмәй торған быу, 2 проценты болоттар рәүешендә йөрөй.
    • Йыл һайын биологтар 16 меңгә яҡын яңы бөжәк төрөн асыҡлай. Эш ошолай дауам итһә, тик мең йылдан һуң ғына ерҙәге барлыҡ бөжәктәр ҙә фәнгә билдәле буласаҡ.
    • Бөгөн донъяла бер көндә башҡарылған телефон шылтырауы 1983 йыл дауамындағы шылтыратыуҙар һанына тиң. Был кеҫә телефондары барлыҡҡа килеүгә бәйле.
    • Германия экологтары иҫәпләп сығарыуынса, бер йыл эсендә донъялағы барлыҡ автомобилдәр туҡтаған саҡта һауаға саң рәүешендәге 932 тонна баҡыр, 2078 тонна цинк һәм 80 тонна ҡурғаш бүлеп сығара. Цинк менән ҡурғаш тәгәрмәс резинаһының сифатын арттырыу өсөн ҡулланылһа, баҡыр тормоз колодкаларының составына индерелә.
    • Донъяла 1200 төр ағыулы балыҡ һәм бары тик 450 – 500 төр ағыулы йылан барлығы билдәле.
    А. ИСМӘҒИЛЕВ әҙерләне.

    авторы: админ | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru