Көрәк бәләкәй булһа ла тирәкте йыға.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тантана
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Илдә булмаған ат
  • Тотош дәүер ҡала офоҡта
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • 111 ойошма – миллиардер Иҡтисад

    Башҡортостандың миллиардер-предприятиелары исемлеге тағы ла тулыланған
    Дөйөм алғанда, уларҙың иҡтисади эшмәкәрлектең хужалыҡ төрҙәре буйынса әйләнеше 752,3 миллиард һум тәшкил иткән. Был – дөйөм республика әйләнешенең 55,4 проценты.
    Ғөмүмән, былтыр ойошмаларҙың иҡтисади эшмәкәрлектең хужалыҡ төрҙәре буйынса әйләнеше 1 триллион 357,2 миллион һум тәшкил иткән. Был 2006 йылғы күрһәткестән 26,5 процентҡа күберәк. Әйткәндәй, 2006 йыл йомғаҡтары буйынса республикала бары 88 миллиардер-предприятие иҫәпләнгән.
    Яңы һандарға ҡарағанда, бындай предприятиеларҙың 26-һы 10 миллиард һумлыҡ күрһәткестән уҙған (»Башнефть», «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты», «Салауатнефтеоргсинтез», Өфө нефть эшкәртеү заводтары, «Сода», «Белорет металлургия комбинаты», ӨМПБ, «Уралсибнефтепровод» акционерҙар йәмғиәттәре һ. б.). Былтыр миллиардер-предприятиелар исемлегенә «Башҡорт баҡыры» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Хәйбулла районы) өҫтәлгән. Ҡайһы бер предприятиеларға, мәҫәлән, «Строймаш» заводына (Стәрлетамаҡ) миллиардлыҡ күрһәткескә етергә күп ҡалмаған.
    Г. ИЛЬЯСОВА.

    авторы: админ | 31 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡорбандар – һаман да балалар Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Татарстандағы көслө буран, ҡалын ҡар яуыуы һәм һуңынан ҡапыл көндәрҙең йылыныуы үҙенекен итмәй ҡалманы. Күп һанлы юл тығындары барлыҡҡа килеп, автомобилдәр юл-транспорт фажиғәһенә тарыһа, буранда трассала аҙашып ҡалыусылар ҙа булды.
    Дүшәмбе кисендә Бөгөлмә ҡалаһында булған бер фажиғә тағы тетрәндерҙе: ҡала ситендәге йырын битләүендә саңғыла шыуып йөрөгән туғыҙ бала ҡар шыуып, өс метр бейеклегендәге ҡар аҫтында ҡала.

    авторы: админ | 31 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфө һалдатын имгәткәндәр Сәләмәтлек

    Бала саҡтан әрме хеҙмәте тураһында хыялланған егет 18 йәше тулыу менән армияға алына. Тик ярты йыл ғына хеҙмәт итеп өлгөрә.
    Артур Нурисламов тест барышында иң күп балл йыйыуы, физик яҡтан әҙерлеге юғары булыуы менән Өфө хәрби комиссариатында уҡ иғтибарҙы йәлеп иткән. Ике метр буйлы, киң яурынлы, көслө егетте һауа-десант ғәскәрҙәренә оҙаталар.
    Ярты йылдан Артур старшина дәрәжәһенә етә, Омск өлкәһенең Светлый ҡасабаһындағы 63365-сы часта отделение командиры итеп тәғәйенләнә. Хеҙмәттәштәре менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙә була, бары тик бер лейтенант менән уртаҡ тел таба алмайҙар. Ике аҙна үткәс, Өфөгә, егеттең ата-әсәһенә, улдарының ауыр хәлдә дауаханала ятыуы тураһында телеграмма килеп төшә. Һалдаттың хеҙмәттәштәре һөйләүенсә, үҙ-ара ыҙғыш сыҡҡан ваҡытта лейтенант Артурҙың башына һуғып, баш һөйәген һындырған.
    Шул көндө һалдаттар араһында нимә булғанын тәфтишселәр асыҡлай. Артур Нурисламовҡа операция эшләнгән. Табиптар уның тере ҡалырына өмөтләнмәй ҙә тиерлек. Һауыҡҡан хәлдә лә, ғүмерлеккә инвалид булып ҡалыуы ихтимал, тиҙәр. «Комсомольская правда» гәзитенән.

    авторы: админ | 31 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡуңыҙ ғәйепле, ҡуңыҙ Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Яҡын арала Рәсәйҙә сәйҙең хаҡы өс тапҡырға артыуы ихтимал. Быға Россельхознадзорҙың Һиндостандан үҫемлектәр продукцияһының индерелеүен тыйыуы сәбәпсе булып тора. Ведомствоның рәсми хәбәренә ярашлы, 18 ғинуарҙа Новороссийск портына килтерелгән сираттағы сәй партияһында ҡурҡыныс ҡоротҡос ҡуңыҙ табылған. Шулай итеп, 28 ғинуарҙан һинд сәйен Рәсәйгә индереү сикләнде.
    Белгестәр иҫәпләүенсә, был тыйыу саралары һөҙөмтәһендә илебеҙҙә сәйҙең хаҡы өс тапҡырға тиклем артыуы мөмкин.

    авторы: админ | 31 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәфәрҙәр Сәйәсәт

    Башҡортостан менән таныштырасаҡбыҙ
    Шишәмбелә Башҡортостан Республикаһының халыҡ-ара презентацияһына әҙерләнеү буйынса эш төркөмө Парижға юлланды

    Республикабыҙҙың халыҡ-ара презентацияһы мартта ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында үтәсәк. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев етәкләгән эш төркөмөнә шулай уҡ тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин һәм уның урынбаҫары Вилорий Яҡупов инә.
    Йомаға тиклем дауам итәсәк сәфәр барышында презентацияны ойоштороуға бәйле мәсьәләләр хәл ителәсәк. Башҡортостандың Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы менән Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО ҡарамағындағы Даими вәкиллеге араһында ҙур сараны ойоштороуҙы көйләгән документҡа ҡул ҡуйыласаҡ. Э. ЛАТИПОВА.

    авторы: админ | 31 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Медведев закондарҙы яңыртыу яҡлы Сәйәсәт

    Президентлыҡҡа кандидаттарҙың береһе – вице-премьер Дмитрий Медведев РФ Юристар ассоциацияһы (РЮА) съезында ҡатнашҡан.
    Билдәле булыуынса, ул үҙе юридик белемгә эйә, Рәсәй юристары союзын ойоштороусыларҙың береһе. Бөгөн был ойошма 60 төбәктән хоҡуҡ өлкәһендәге иң шәп белгестәрҙе берләштерә. Медведев әле лә уның Попечителдәр советын етәкләй. Әйткәндәй, РЮА – Владимир Путин ингән берҙән-бер йәмәғәт ойошмаһы.
    Һуңғы йылдарҙа Рәсәй ҡануниәте йылдам үҫешһә лә, бар өлкәлә лә хәлдәр ал да гөл түгел. Мәҫәлән, ер, экология, бәләкәй эшҡыуарлыҡ ҡануниәттәрендә етешһеҙлектәр байтаҡ. Бөгөнгө Конституцияға тура килмәгән, иҫкергән закондар ҙа бар.
    Медведев шулай уҡ әҙ тәьмин ителгән граждандарға юридик ярҙам күрһәтеү, закондарҙы насар белеү һәм һанға һуҡмау проблемаларына туҡталып үткән, шулай уҡ пенсияларҙы арттырыу буйынса артабан да саралар күреләсәге хаҡында белдергән. Уның фекере – хоҡуҡи мәғрифәтселек мәктәптән үк башланырға тейеш.
    Съезд һуңында юристар Медведевтың Президент вазифаһына кандидатураһын хуплаған.
    Т. АМАНОВ.

    авторы: админ | 31 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшенле йәшлек Әҙәбиәт

    Проходнойҙың ишеген шаҡыған тауышҡа, Вәхит, зарядка эшләп, һалҡын һыу менән ҡойонорға барған еренән ҡапыл туҡтаны ла: «Кем һуң былай һуңға ҡалған? Туңғандыр бит?» – тип уйлап алды һәм баҫҡыстан аҫҡы этажға атылды.

    авторы: админ | 31 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәрбиәүи фильмдар күберәк булһын! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Һаумыһығыҙ, «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре!
    Һеҙгә ҡайнар сәләмдәр менән, һеҙҙе яратып, сығарған гәзитегеҙ «Йәшлек»те хөрмәт итеп, Туймазы районынан Әлиә Хәкимова хат яҙа.
    «Йәшлек» тәрбиәүи, әхлаҡи темаға арналған мәҡәләләре, хикәйәләре менән миңә бик оҡшай. Шуға күрә йыл һайын яҙылам һәм һәр һанын көтөп алам.

    авторы: админ | 31 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru