Булыр-булмаҫ кеше ат үлтерер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хорау-яуап
  • Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә?
  • Мин тормошто һайлайым
  • «Ассамблея үҙ бурысын лайыҡлы үтәй»
  • МАШИНАҒА ЛА ЭҪЕ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ниңә пенсиям аҙға ғына арта? Башҡортостан

    Һеҙгә үтенес менән хат яҙа Асия әбейегеҙ. Миңә оҙаҡламай 72 йәш тула. Шулай булһа ла, «Йәшлек» гәзитенә «Ленинсы» исеме менән сыҡҡан йылдарҙан бирле яҙылып киләм. 2008 йылға алты айға ноябрҙә үк яҙылып ҡуйҙым. «Йәшлек» гәзите – минең йыуанысым, әгәр үтенесемә аңлатма бирһәгеҙ, серҙәшемә әйләнерһегеҙ.
    Алты йыл элек 47 йыл бергә йәшәгән бабайым гүр эйәһе булды. 10 йыл буйы тын юлы (бронхит) ауырыуы менән интекте, биш йылдан һуң ғына II төркөм инвалиды бирҙеләр. Юл йөрөү бушлай булды, ә дарыуға 50 процент ташлама менән файҙалана ине, пенсияһы артманы.

    авторы: админ | 31 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һыра – эскелек ҡапҡаһы Сәләмәтлек

    Бер көн кис урамдан китеп барһам, аяғында саҡ баҫып торған танышым Сәғитте күреп, шаҡ ҡаттым. Ҡулына һыра тотҡан егет, үҙ алдына нимәлер һөйләнеп, клуб яғына юлланды. Уны ошо хәлдә күреү мине тамам аптыратты, уйға һалды. Ә бит ҡасандыр ул мәктәптә яҡшы уҡыусылар рәтендә ине. Ваҡытын бушҡа уҙғарманы, спорт менән шөғөлләнде, волейбол түңәрәгенә йөрөнө, мәктәп-ара һәм район кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа ҡатнашып килде.

    авторы: админ | 31 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Аҡыллы туп» хөкөм итеүсегә ярҙамға килә Яңылыҡтар » Спорт

    Футбол тубын ҡапҡаға тибеп ебәргәндән һуң, уныһы ҡапҡаның өҫкө рамына килеп бәрелә, ҡаҡлығып, ҡапҡа һыҙығына төшә һәм уйын майҙанынан сығып оса. Гол булдымы, юҡмы? Футболда видеоҡабатлау булмау сәбәпле, судьяға ғәҙел хөкөм сығарыуы бик ҡатмарлы. Сөнки туп мотлаҡ рәүештә ҡапҡа һыҙығының эске өлөшөнә тулыһынса инергә тейеш, ә уны күҙ йомған арала шәйләп өлгөрөүе, ай-һай, ауыр...

    авторы: админ | 31 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байрамдар, иҫтәлекле көндәр Яңылыҡтар

    8 – Рәсәй фәне көнө.
    10 – Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө.
    14 – Бөтә донъя ғашиҡтар көнө.
    15 – Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө.
    21 – Халыҡ-ара туған тел көнө.
    23 – Ватанды һаҡлаусылар көнө.
    25 – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө.

    авторы: админ | 31 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тимерйән Әхтәм улы Шәрхиев Башҡортостан » Юбилейҙар

    Балаҡатай районының Айҙаҡай ауылынан ҡәҙерле атайыбыҙ
    Тимерйән Әхтәм улы ШӘРХИЕВТЫ
    күркәм байрамы – 55 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Атайыбыҙ – яҡшы күңелле, абруйлы, ихтирамлы, өлгөлө кеше. Уға ныҡлы һаулыҡ, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, әсәйебеҙ менән бер-береһенә терәк булып, балаларының изгелеген күреп, оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
    Һин бит, атай, беҙҙең өсөн ҡояш,
    Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
    Оҙаҡ йәшә, атай, мәңге йәш бул,
    Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ!
    Ҡотло булһын, атай, тыуған көнөң.
    Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙкәйең.
    Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхет менән
    Үтһен һинең килер көндәрең!

    Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Нуриза, улдарың Илфат, Айрат, Айҙар, килендәрең Гөлкәй, Йәмилә, ейән-ейәнсәрҙәрең Динар, Дилиә исеменән – Fибәҙуллиндар ғаиләһе – ҡыҙың Алһыу, кейәүең Вадим, ейәнсәрҙәрең Айһылыу менән Айгүзәл.

    авторы: админ | 31 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәүлиҙә Фәхрислам ҡыҙы Мәҡсүтова Башҡортостан » Юбилейҙар

    Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылынан Мәүлиҙә Фәхрислам ҡыҙы МӘҠСҮТОВАНЫ
    матур юбилейы – 60 йәше менән ихлас ҡотлайбыҙ. Күркәм байрамы айҡанлы уға иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, уның уңғанлығы, тынғыһыҙлығы, изге күңеллелеге, оло йөрәкле булыуы менән һоҡланабыҙ. Киләсәктә лә ауырыу-һыҙланыуҙы белмәүен, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисереүен, күңел тыныслығы, күңеленең бай, өҫтәленең һый-ниғмәттән һығылып тороуын, кеҫәһенең «ҡалынайыуын» теләйбеҙ.
    Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
    Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгең.
    Ауырлыҡтар һине урап үтһен,
    Ҡабул булһын һәр бер теләгең.

    Иң изге теләктәр менән – балалары, Күмертауҙа, Өфөлә, Ергәндә йәшәүсе туғандары, бизнес-партнерҙары.

    авторы: админ | 31 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Осрашыуға саҡырабыҙ! Яңылыҡтар

    Әбйәлил районының Байым урта мәктәбен 1973, 1978, 1983, 1988, 1993, 1998, 2003 йылдарҙа тамамлаусыларҙы 9 февралдә 13 сәғәттә үтәсәк осрашыу кисәһенә саҡырабыҙ.
    Байым урта мәктәбе администрацияһы.

    авторы: админ | 31 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юбилейҙар Башҡортостан » Юбилейҙар

    1 – журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәрит ВАХИТОВҠА – 75 йәш (1933).
    – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир САЛАУАТОВҠА – 60 йәш (1948).
    4 – СССР-ҙың халыҡ рәссамы, БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәт ЛОТФУЛЛИНДЫҢ тыуыуына – 80 йыл (1928 – 2007).

    авторы: админ | 31 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru