Ашаған аш табыр, эшләгән эш табыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Уҡыуға түләгән аҡсаны нисек ҡайтарырға?
  • Хәҙистәр
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Атың булһа, ил таный
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Сибай хәбәрҙәре Башҡортостан

    «Аҡйондоҙ»ҙоң йондоҙло сәғәте
    Сибай педагогия колледжының «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбленә халыҡ ансамбле исеме бирелгән.
    Уның репертуарында, билдәле бейеүҙәрҙән тыш, һирәк осраған, яңынан тергеҙелгәндәре лә күп. Коллективты оҙаҡ йылдар Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, колледждың хореография уҡытыусыһы Нияз Байегетов етәкләй.
    Ғөмүмән, Башҡортостандың көньяҡ райондарының баш ҡалаһы Сибайҙың Халыҡ ижады йорто бик уңышлы эшләй. Унда әле 29 ижади коллектив тупланған. Уларҙың туғыҙы «халыҡ» һәм «өлгөлө» исемдәрен алыуға өлгәшкән. Бигерәк тә ветерандар хоры, «Сулпан» өлгөлө вокаль-хореография ансамбле, «Миләш» халыҡ вокаль ансамбле, Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыларының халыҡ инструменттары халыҡ ансамбле халыҡҡа яҡшы таныш.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Трактор» «иҙҙе», «Жигули» тапаны... Яңылыҡтар » Спорт

    «Салауат Юлаев» хоккейсылары Рәсәй беренселегенең сираттағы турын ситтә уҙғарҙы. Улар башта Силәбелә урындағы «Трактор» командаһы менән уйнаны һәм хужаларға 3:2 иҫәбенә отолоп, икенсе уйынды үткәреү өсөн Тольяттиға осто. «Лада» клубы иһә һуңғы арала һөҙөмтәле күрһәткесе менән күптәрҙең нервыһын ҡаҡшата. Был юлы улар, уңышлы башланғысын дауам итеп, өфөләрҙе 5:2 иҫәбенә ҡыйратып ҡайтарҙы. Fөмүмән, юлаевсыларҙың быйылғы миҙгелдә ике уйын рәттән еңелгәне юҡ ине. Әлбиттә, быға тиклем бер команданың да миҙгел буйына тигеҙ һөҙөмтә күрһәткәне юҡ. Булмай ҙа. Шуға күрә әлегә зарланырға урын юҡтыр, моғайын. Яуланған мәрәйҙәр запасы ла күңелде бер аҙ тынысландыра. Магнитогорскиҙың юлаевсыларҙан аҫта, икенсе урында килеүсе «Металлург» хоккейсылары уларҙан туғыҙ мәрәйгә ҡалыша.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Дүрт сәйәсмән дәғүә итә
    2 мартта үтәсәк Президент һайлауҙарындағы һайлау бюллетендәрендә дүрт кандидаттың исеме күрһәтеләсәк.
    Йәкшәмбелә РФ Һайлау комиссияһы кампанияла ҡатнашыусыларҙың исемлеген япҡан. Артабанғы көрәште Дмитрий Медведев («Берҙәм Рәсәй» кандидаты), Геннадий Зюганов (КПРФ), Владимир Жириновский (ЛДПР) һәм үҙен-үҙе кандидат итеп күрһәтеүсе, Рәсәй Демократик партияһы лидеры Андрей Богданов дауам итәсәк.
    Экс-премьер Михаил Касьяновҡа иһә ялғанлығы асыҡланған имзаларын ҡайтанан тикшереү ҙә ярҙам итмәгән – Һайлау комиссияһы уны теркәмәгән.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дайджест Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Англияла хайуандар ҙа диета тота
    Англияла хайуандар ҙа үҙҙәренең кәүҙә ауырлығын күҙәтеп бара. Мәҫәлән, хужалары ныҡ ашатып, ауырлығы 70 килограмдан ашып киткән лабрадор тоҡомло эт белгестәр күҙәтеүе аҫтында кәүҙә ауырлығының яртыһын кәметә алған һәм хәҙер уның ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.
    Ике йыл элек Расти исемле лабрадорҙың ауырлығы 70 кг булһа, хәҙер 35 килограмдан саҡ ҡына артығыраҡ. Мәрхәмәтлелек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре, эттең хужалары – 62 йәшлек Дерек Бентон менән уның ҡустыһы 53 йәшлек Давидты судҡа биргәндән һуң, уны диетаға ултыртырға ҡарар итә. Судта ағалы-ҡустылы Бентондар эткә зыян килтереүҙә ғәйепләнә. Һөҙөмтәлә хужалар шартлы рәүештә хөкөм ителә. Шулай уҡ уларға киләсәктә эттәрен яҡшыраҡ ҡарарға ҡушыла.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фекерҙәштәр булып ҡалайыҡ! Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Быны тағы ла бер йылды тамамланыҡ. «Йәшлек» почтаһы былтыр ҙа буш торманы: гәзит уҡыусыларыбыҙҙан бөтөнөһө 1132 хат алдыҡ. Ҡыйыу фекерҙәре, тос мәҡәләләре менән беҙҙе ҡыуандырып торған авторҙарыбыҙға, «Йәшлек»тең йөкмәткеһен байытыуға өлөш индергән ҡәләмдәштәребеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Айырыуса беҙҙең менән даими хеҙмәттәшлек иткән Солтан Fәлиев (Әлшәй), Роза Маннанова (Ишембай), Фанияз Садиҡов (Архангел), Мәҙинә Йәғәфәрова, Зөһрә Кашапова (Әбйәлил), Дауыт Амангилдин (Ырымбур), Рәйлә Нәҙерғолова (Стәрлетамаҡ), Фәриҙә Күсәкова (Хәйбулла), Ишмөхәмәт Шарапов (Өфө), Наил Юлдашбаев, Земфира Аҡбутиналарҙың (Ейәнсура) әүҙемлеген билдәләп китер инек. Уларға артабан да «Йәшлек» менән бәйләнеште өҙмәүҙәрен, киләсәктә лә баҫмабыҙҙың яҡын дуҫтары, фекерҙәштәре булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Булғандың ҡәҙерен белеп йәшәйек! Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    «Йәшлек»тең йәш сағы нисек үткәндер, мин үҙемдең йәш сағымды иҫкә төшөрөп, редакция менән уртаҡлашырға теләнем. Үткән ғүмерҙе уйлаһаң, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та кеүек. Бала сағым Ишембайҙың Көҙән ауылында, үҫмер сағым Өфө, Борай, Боҙаяҙ яҡтарында, Ишембайҙа үтте. Атайым, Зәки Вәлидиҙең бер туған энеһе булараҡ, мин 13 йәштә ваҡытта ҡулға алынып, ул киткәндән һуң булған тормошобоҙҙо иҫкә алыу ҙа ҡурҡыныс. Ас-яланғас, торорға урын булмаған саҡтарҙа нисек үлеп бөтмәгәнбеҙ, тип уйлайым. Унан, 16 – 17 йәштәр булғанда, һуғыш башланып, бөтә эш бала-саға, йәш-елкенсәккә ҡалды, көн менән төн ялғанып үтте.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре Башҡортостан

    2007 йылда «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәге бөтә башҡорт ойошмалары араһында иң әүҙеме булып танылды. Уның рәйесе Ләлә Һибәт ҡыҙы Биишева бына алты йыл инде «Аҡ тирмә» үҙәгенең бөтә сараларын ваҡытында һәм тейешле генә түгел, хатта юғары кимәлдә үткәреп бара. Айырыуса һуңғы саралар быға асыҡ дәлил булып тора.
    Ай һайын баш ҡалалағы бөтә башҡорт йәмәғәтселеге Нефтселәр мәҙәниәт һарайына «Аҡ тирмә» үҙәге үткәргән сараға йыйыла.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алты балалы әсә һәм уҡытыусы Башҡортостан

    Донъяға ихлас баҡҡан, тормош һынауҙарына бирешмәй, һәр ваҡытта ла көслө рухлы булып ҡала белгән кешеләр беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙы һоҡландыра. Ундай шәхестәр барлыҡ ваҡлыҡтарҙан өҫтөн тора һәм оло маҡсаттар ҡуйып йәшәй.
    Нәғимә Яҡуп ҡыҙы Самарбаева ла – шундайҙарҙан. Ул – Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, беренсе категориялы уҡытыусы, хеҙмәт ветераны.
    1974 йылда Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының математика факультетында белем ала ҡыҙ. 1979 йылдан бирле Баймаҡ районының Ҡолсора урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru