Башланған эш эшләнә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хәүефһеҙлек – төп бурыс
  • Йондоҙнамә
  • Айырылышыуҙың сәбәптәре төрлө шул...
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Кемдер – әсәй, кемдер – «матуха»... Башҡортостан

    Әсәй... Донъялағы иң ғәзиз, иң яҡын, иң ҡәҙерле кеше ул.
    Туғыҙ ай буйы сабыйын йөрәге аҫтында йөрөтөп, мең ғазаптар кисереп, яҡты донъяға тыуҙырған, төн йоҡоларын йоҡламай ҡарап үҫтереп, ғүмере буйы һөйөү-наҙ менән солғап, уның өсөн йәнен бирергә әҙер тороусы, яҡлаусы ла, һаҡлаусы ла ул.
    Сабыйы донъяға тыуғас та, һәр әсә уның аҡыллы, тәүфиҡлы бала булып үҫеүен теләй.
    Һәр баланың теле «әсәй» тип асыла. Тик ваҡыт үтеү менән, сабый ҙа гел сабый ғына булып тормай, үҫеп буй етә. Әсәй ҡуйынынан айырылып, тыуған ояһынан үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫа.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һеҙ байҙарға хеҙмәт итәһегеҙ Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Гәзит уҡыусы үпкә белдерә
    Һаумыһығыҙ һәм һау булығыҙ, йәшлегем гәзите «Йәшлек».
    Байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым. Һеҙгә ижади уңыштар, ғаилә именлеге, үткер ҡәләм, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡыуаныстар теләп, хеҙмәт ветераны Хәлиҙә әбейегеҙ Сәфәрғәлина.
    «Ленинсы» гәзитен 1954 йылдан алдырып уҡыным, ул минең серҙәшем дә, ярҙамсым да булды. Үткер ҡәләмле ине ул. Бер нәмәнән дә ҡурҡып торманы, дәрәжәле ағайҙарҙың да битенә «саба» ине. Заман башҡа – заң башҡа, хәҙер «Йәшлек» гәзите байҙар йырын йырлай. Тормош байрамдарҙан ғына тормай, сетерекле яҡтары ла күп уның. Бына «Йәшлек» гүзәле»н генә алһаң да, ғәҙел түгел.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ни сыҡһа ла, шул Мәнсүрәнән сыға Мәғәриф

    Һаумы, яратkан гәзитем «Йәшлек»! Һинең биттәреңдә ябай ауыл кешеләре тураһында йыш уkыйбыҙ, бына бит ниндәй кешеләр була, тип һоkланабыҙ. Ә kайһы ваkыт яныбыҙҙа ғына көслө рухлы, тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, янындағыларға гел изгелек кенә эшләп йәшәүселәрҙе күрмәйбеҙ ҙә. Уларҙы кем дә булһа күреп, гәзиткә яҙһа, kалай һәйбәт булыр ине, тибеҙ. Гәзит бит үҙебеҙҙеке, уның яҙмышында беҙҙең дә өлөшөбөҙ бар, тимәк, уның биттәрендә үҙ кешеләребеҙ тураһында яҙылғанды ла уҡырға хаҡыбыҙ барҙыр бит, тип уйлап, ошо хатты яҙырға булдым.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һеҙ һорағайнығыҙ Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Хоҡуғығыҙҙы белгестәр аңлатыр
    Миңә 55 йәш. 38 йылдан ашыу дөйөм эш стажым бар. 2006 йылда «За заслуги в проведении Всероссийской переписи 2006 года» миҙалы менән бүләкләндем (Приказ №247 от 29.12.2006 Федеральной службы Государственной статистики). Мин «Хеҙмәт ветераны» исемен юллай аламмы? Бының өсөн ниндәй документтар кәрәк буласаҡ?
    Үтенес менән – Ринат НӨҒӘМӘНОВ. Әбйәлил районы.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баш эйәбеҙ һинең алдыңда! Мәғәриф

    Уҡытыусы... Йылдар үтеп, үҙебеҙ ҙур тормош юлына аяҡ баҫҡас ҡына уҡытыусы һөнөренең ябай һөнәр түгеллеген аңланыҡ.
    Әле лә хәтеребеҙҙә: ҡурҡа-ҡурҡа башланғыс синыфтан бишенсегә килгән тәүге көн. Ләкин беренсе көндән үк яңы синыф етәксеһенең йомшаҡ тауышы, әсәләрсә хәстәрле ҡарашы, белем алыуға дәртләндереүе тулҡынланыуыбыҙҙы юҡҡа сығарҙы һәм алдағы йылдарҙа ул беҙҙең иң яҡын кешебеҙгә әүерелде. Мәләүез районы Первомай урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Асия Мөхәммәт ҡыҙы Латипова хаҡында һүҙебеҙ.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юрист кәңәше Башҡортостан

    Һеҙҙең һорауҙарығыҙға БДУ-ның Хоҡуҡ институты студенты Айнур Фәрхиев яуап бирә.
    Компенсация түләнә
    Һаумы, «Йәшлек»! Беҙ ирем менән 32 йыл бергә ғүмер иттек. Миңә әле 52 йәш. Иптәшем Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашты. Былтыр августа, автомобиль фажиғәһенә эләгеп, вафат булып ҡалды. Иремдең пенсияһының 50 процентын миңә тәғәйенләнеләр. Ә ул иҫән саҡта файҙаланған льготалары һәм компенсациялары ниндәйҙер күләмдә ҡатынына тейеш түгелме икән? Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы вафат булған осраҡта, уның ғаиләһенә берәй төрлө компенсация биреләме? Роза ӘБДЕЛҒАФАРОВА. Балаҡатай районы, Кәркәй ауылы.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хужабикәгә кәңәш Сәләмәтлек

    Бөтә әҙер ризыҡты ҡыҫҡа һалам кеүек итеп йәки киҫәктәргә турарға. Уларҙы ҡатлап һалырға, майонез, ҡаймаҡ ҡойорға. Салат составына ингән ризыҡтар һәм тәмләткес үләндәр менән биҙәргә. 40 – 50 г ҡоштоң бешкән һум ите, 30 г яңы йәки консерваланған ҡыяр, 25 г яңы алма, 10 г ниндәй ҙә булһа колбаса, 10 г йомортҡа, 30 г ҡаймаҡ менән майонез, 1 – 2 г тәмләткес үләндәр.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Риф Хәйрулла улы Муллагилдин Башҡортостан » Юбилейҙар

    Әлшәй районының Зеленый Клин ҡасабаһынан ҡәҙерле кешебеҙ
    Риф Хәйрулла улы МУЛЛАГИЛДИНДЫ
    60 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Оҙаҡ йылдар етәксе урындарҙа эшләп, абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған Риф Хәйрулла улы – оло йөрәкле, кешелекле, кеселекле, күркәм холоҡло шәхес ул. Тормош иптәше Гөлнур Хаммат ҡыҙы менән ике ҡыҙына матур тәрбиә, юғары белем биреп, хәҙер ейәндәр бағып, туғандарының хөрмәтенә төрөнөп, күптәргә үрнәк, күптәрҙе көнләштерерлек пар, күркәм ғаилә булып, муллыҡта бик матур донъя көтәләр.
    Ошо көндәрҙә Гөлнур Хаммат ҡыҙы ла тыуған көнөн билдәләй. Fүмер байрамдары менән уларҙы тәбрикләп, ныҡлы һаулыҡ, имен, яҡты ҡояшлы көндәр, оло бәхет, туғандарына терәк-таяныс булып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
    Ҡотлау менән – Йылайырҙан бажаһы Арыҫлан, балдыҙы Маһинур һәм балалар.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru