Көн күрмәҫ көндөҙ йоҡлар, кис торор.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ниндәй автобустарҙа йөрөйбеҙ?!
  • Яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Йөрәгеңде тыңлайһыңмы, әллә...
  • Һорау-яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Әминә Таһир ҡыҙы Әбсәләмова Башҡортостан » Юбилейҙар

    Сибай ҡалаһынан Әминә Таһир ҡыҙы ӘБСӘЛӘМОВАНЫ
    тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерлебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, күңел көрлөгө теләйбеҙ. Балаларың һәм ирең өсөн һәр саҡ терәк, кәңәшсе булып, тормошоңдо йәмләп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисер. Барлыҡ уй-теләктәреңде тормошҡа ашырып, уңыштарға ирешеп йәшәргә яҙһын. Күрһәткән изгелектәреңдең игелектәрен күреп, балаларыңдың, туғандарыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхетле, мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай.
    Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
    Килә һиңә бүләк итәһе.
    Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
    Иң йылыһын килә әйтәһе.
    Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
    Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
    Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
    Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
    Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
    Теләй бары изге теләк.
    Ер йөҙөндә һинән башҡа
    Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
    Иң изге теләктәр менән – ҡыҙың Вилена, улың Ғәзинур һәм яратҡан иптәшең Ринат, һеңлең Светлана.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Анзалита Рәмил ҡыҙы Мусина Башҡортостан » Юбилейҙар

    Мәсетле районының Һабанаҡ ауылынан Анзалита Рәмил ҡыҙы МУСИНАНЫ
    45 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусы, ике улына һөйөклө әсәй, туғандарына хәстәрлекле апай булған һеңлебеҙгә ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
    Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп,
    Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
    Ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп,
    Йәшә һин мәңгелек гөл булып.
    Барлыҡ туғандарың, яҡындарың исеменән – Анфиса апайың.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уймаҡ фекерҙәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    ӘЙТТЕМ – БӨТТӨ!
    *Аҡыллы булам тип, аҡылһыҙлыҡ ҡылып ҡуйма.
    *Ҡапҡа аҫтынан өргән сәүек тә, ғәйбәтсе лә икеһе лә бер.
    *Тишек кәмәлә йөҙөп булмағандай, йүнһеҙ кеше менән тормош көтөп булмай.
    *Һандуғастан көнләшкән кешенең моңо юҡ.
    *Йорттан юғалған кәзәне башлыса баҡсанан табалар.
    *Кәкре үҫкән ағасҡа ултыртҡан кешеһе ғәйепле түгел.
    *Йылға аша һалынған баҫма ҡыш онотолһа, яҙ иҫкә төшә.
    *Шыршыны Яңы йыл байрамы өсөн генә ултыртмайҙар.
    *Яңы йылды яңыса ҡаршы алһаҡ та, иҫке матур ғәҙәттәрҙе онотмайыҡ.
    *Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу – Яңы йылда иң ҡәҙерле ҡунаҡ.
    *Шыршы Яңы йылда ғына түгел, башҡа көндәрҙә лә кәрәк.
    Тимербулат МӨХӘМӘТҠОЛОВ.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Илдар Fәбитовтан кроссворд Яңылыҡтар » Спорт

    Горизонталь буйынса:
    3. Ер бүлгәндә иҫәпкә инеп, ерҙән өлөш алған йән башы. 6. Урыҫ ҡатыны. 8. Мунса өҫтәле. 9. Килен кемдең тупрағынан ярала? 10. Урман төпкөлөндә кем ҡытыҡлай? 11. 3 – 4 йәшлек бейә. 16. Берләшмә, ойошма. 17. Емерелеп төшкән ер, тау тоҡомо. 18. Ҡоро ағас, үләндең буйға ярсылып сыҡҡан йоҡа, осло сарпыһы. 19. Бер арбалыҡ көлтә өйөмө. 20. Аҡлы-аллы ваҡ ҡына сәскә атҡан, ҡыҙыллы-һарылы ҡушар-ҡушар емеш биргән ҡыуаҡ ағасы. 21. Башҡорттарҙың ҡаҙаҡ-ҡырғыҙҙарҙағы атамаһы.

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ире өйгә һуңлап ҡайта. Ҡатын асыулы ҡараш менән ҡаршы ала:
    – Шулай оҙаҡ ҡайҙа йөрөнөң?
    – Дуҫтар менән шахмат уйнаным.
    – Ә ниңә һинән араҡы еҫе килә?
    – Һинеңсә, минән шахмат еҫе сығырға тейешме ни?

    авторы: админ | 29 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байрамың менән, студент! Сәйәсәт

    Студент саҡ – йәшлектең күркәм мәле, ҡыйыу пландар һәм ижади башланғыстар, тәүге асыштар осоро. Тап шул ваҡытта кешенең гражданлыҡ һәм тормош позицияһы формалаша. Уның ниндәй булырынан һеҙҙең яҙмышығыҙ ғына түгел, тотош Ватаныбыҙ киләсәге тора!
    Башҡортостанда һеҙҙең ижади һәләттәрегеҙҙе асырға ярҙам итеү өсөн күп эшләнә. Беҙҙә һәләтле йәштәрҙе ҡеүәтләүҙең комплекслы саралары бойомға ашырыла. Йыл да 335 талантлы студент, аспирант һәм докторант республика Президенты стипендияһын ала, күренекле йәмәғәт, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре исемендәге стипендиялар тапшырыла. Йәш ғалимдарға һәм коллективтарға фәнни тикшеренеүҙәр өсөн гранттар бүленә. Республика бюджетынан студенттарҙы социаль яҡлауға ла байтаҡ аҡса бирелә. Киләсәктә лә һәр берегеҙ йәмғиәттә лайыҡлы урын алһын өсөн ҡулдан килгәнсә тырышасаҡбыҙ!
    Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, уҡыуҙа уңыштар, барлыҡ изге ниәттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйем!
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза РӘХИМОВ.

    авторы: админ | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бына шундай башҡорт ҡыҙы ул Башҡортостан

    «Һай, үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!» – тип ғорурланып әйтергә мөмкин һеҙ һүрәттә күргән Әбйәлил районы һылыуы, бөгөн Мәскәү ҡалаһының Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетында белем алыусы Айгөл Мырҙағәлина хаҡында. Рәсәй тигән бөйөк илебеҙҙең баш ҡалаһына сығып китеүенә ҡарамаҫтан, туған телен онотмай, башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәтенә тоғролоҡ һаҡлай ул.

    авторы: Азамат Исмәғилев | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Моңдар яңғырашы Әҙәбиәт

    Уҙған йылдың авгусында Свердловск өлкәһенең Каменск-Уральский ҡалаһында йәш яҙыусыларҙың Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе булып үтте. Унда илебеҙҙең төрлө төбәгенән шиғыр, проза, балалар өсөн әҫәрҙәр яҙыусы йәштәр ҡатнашты. Һеҙҙең иғтибарға шәхсән үҙем өсөн ҡыҙыҡлы тойолған бер нисә йәш авторҙың һәм шиғриәт семинары етәкселәре Нина Ягодинцева, Александр Кердан, Андрей Расторгуевтың шиғри тәржемәләрен тәҡдим итәм. Шиғри тәржемә өлкәһендә был тәүге тәжрибәм.
    Лариса АБДУЛЛИНА.

    авторы: Лариса Абдуллина | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru