Иренсәк донъянан ҡоро ҡалыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тотош дәүер ҡала офоҡта
  • «ПРЕМЬЕР-МИНИСТР БУЛЫР!»
  • МАШИНАҒА ЛА ЭҪЕ
  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
  • Ҡоншаҡтар тыуған ерендә донъя көтә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Инфляцияға ҡаршы – махсус төркөм
    Рәсәй Хөкүмәте инфляцияны ауыҙлыҡлай алмай.
    РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы белдереүенсә, ғинуарҙың тәүге өс аҙнаһында уҡ илдәге хаҡтар, уртаса алғанда, 1,8 процентҡа артҡан. Премьер-министр Виктор Зубков Финанс һәм Иҡтисади үҫеш министрлыҡтарының эшенән ҡәнәғәт түгел.

    авторы: Гүзәл Байғотлина | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Премиялар тапшырылды Сәйәсәт

    Күгәрсен районында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.
    Абруйлы премияға быйыл дүрт кеше – шағир, публицист, тәржемәсе, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назаров (Хәсән Назар), профессор, философия фәндәре докторы, БДУ-ның Нефтекама филиалы директоры Октябрь Вәлитов, филология фәндәре кандидаты, Стәрлебаш ауылының 1-се урта белем биреү мәктәбе директоры Миңлехәнә Баһауетдинова, Күгәрсен районы Мораҡ башҡорт гимназияһы директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфиә Искәндәрова лайыҡ булды.
    Лауреаттарҙың барыһы ла Зәйнәб Биишеваның мираҫын халыҡҡа еткереүгә ҙур өлөш индергән.
    (Халыҡ яҙыусыһының тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап, Күгәрсен районында үткән республика ғилми-ғәмәли конференцияһынан материалды киләһе һандарҙа уҡығыҙ).
    Г. ИЛЬЯСОВА.

    авторы: админ | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Сәйәсәт

    Президенттың эш сәфәре
    Республика Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Белорет һәм Учалы райондарында булды.
    Белорет районында Президент «Асы» шифаханаһында төҙөлөп ятҡан яңы корпусты ҡараны, Учалыла иһә торлаҡ һәм «Горняк» стадионы төҙөлөшө менән танышты. Дөйөм майҙаны 6,5 мең квадрат метр булған 94 фатирлы йортто Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты район хакимиәте менән берлектә төҙөй. Был фатирҙарҙы учалылар социаль ипотека буйынса аласаҡ.
    Мортаза Ғөбәйҙулла улы шулай уҡ иң алдынғы ауыл хужалыҡтарының береһе булған «Байрамғол» агрофирмаһының эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. 1280 баш малға иҫәпләнгән комплекс «Агросәнәғәт комплексын үҫтереү» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу шарттарында барлыҡҡа килгән.

    авторы: Сажиҙә Лотфуллина | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Буш хәбәр булып сыҡты Сәләмәтлек

    Корвалол да, валокордин да рецепһыҙ һатыласаҡ
    Аҙна башында ил буйлап йәшен тиҙлегендә хәбәр таралды – имеш, тиҙҙән корвалол, валокордин һәм шуның кеүек йыш ҡулланылған башҡа дарыуҙар башҡаса рецепһыҙ һатылмаясаҡ. Албырғаған халыҡ дарыуханаларға йүгерҙе – ысынмы икән был хәбәр, бушмы?

    авторы: админ | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дайджест Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    ТӨРМӘЛӘ УЛТЫРЫП, МИЛЛИОН ДОЛЛАР ОТ, ИМЕШ
    Бранстэйбл ҡалаһының банкыһына төшкәне өсөн биш йыллыҡ енәйәт язаһын үтеүсе берәү 1 млн доллар отҡан.
    55 йәшлек Тимоти Элиот 2006 йылдың октябрендә үҙенең тыуған ҡалаһындағы банкынан аҡса урларға йыйынғанда ҡулға алына.

    авторы: админ | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бирергәме, бирмәҫкәме? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Баш ҡалабыҙҙың транспорт иң күп йөрөгән урамдарында хәйер һораусыларға күнегеп тә бөткәнбеҙ инде. Улар бер туҡтауһыҙ елдергән машиналар араһында йөрөп, үҙҙәренең генә түгел, башҡаларҙың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Улар бигерәк тә Октябрь проспектын, Революция, Беренсе Май, Интернационал, Рәсәй, Өфө шоссеһы урамдарын үҙ иткән.

    авторы: админ | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙең таможня һынатмай Иҡтисад

    Бөгөн бөтә донъя таможня органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең профессиональ байрамдарын – Халыҡ-ара таможня көнөн билдәләй. Рәсәй таможняһында 70 меңгә яҡын кеше хеҙмәт итә, ә бөтә донъяла был өлкәлә 800 меңгә яҡын кеше үҙ эшен намыҫлы башҡара.

    авторы: админ | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Штаб булдырылды. Һайлау – 2008 Сәйәсәт

    РФ Президентлығына кандидат Дмитрий Медведевтың Башҡортостандағы һайлау штабын БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Радий Хәбиров етәкләйәсәк.
    Ул Дәүләт Думаһына һайлауҙар барышында «Берҙәм Рәсәй» партияһы штабын да етәкләгәйне. Партия республика буйынса 83 процент тауыш йыйыуға өлгәште.
    Штаб һайлау алды кампанияһының башынан алып йомғаҡ яһалғанға тиклем эшләйәсәк. Дмитрий Медведев «Берҙәм Рәсәй» партияһы тарафынан РФ Президентлығына кандидат итеп 17 декабрҙә күрһәтелде. Уның кандидатураһын РФ Президенты Владимир Путин хупланы. Башҡортостан Президенты «Берҙәм Рәсәй»ҙәрҙең тәҡдимен, Рәсәй өсөн мөһим ваҡиға, тип билдәләне. Мортаза Рәхимов фекеренсә, Рәсәй алған йүнәлеште глобаль иҡтисад менән дә, ябай кешенең проблемалары менән дә таныш көслө етәксе генә дауам итергә тейеш.
    Т. АМАНОВ.

    авторы: админ | 26 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru