Булмаҫтай алтмышҡа етһә лә булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Һынамыштар, юрамыштар
  • Белем – хазина, уға асҡыс – хеҙмәт
  • ВАҠЫТТЫҢ ЯҢЫ САҠЫРЫУҘАРЫНА ЯУАП ИТЕП
  • Башҡорт театрының мәшһүр ҡыҙы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Пенсионерҙарға ярҙам итеү – изге бурыс» Сәйәсәт

    Республикала граждандарҙы социаль тәьмин итеү эше менән танышыу маҡсатында килгән вице-премьер иң тәүҙә Өфөнөң өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар йорт-интернатында булды. Уның 125 урынға иҫәпләнгән яңы ятаҡ корпусы – Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына инеүенең 450 йыллығы айҡанлы төҙөлгән мөһим социаль объекттарҙың береһе. Шулай итеп, оҙаҡламай интернат даими ярҙамға мохтаж 235 кешене һыйындыра аласаҡ.

    авторы: админ | 28 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Салауат Юлаев» – тәүге баҫҡыста Яңылыҡтар » Спорт

    Рәсәйҙең хоккей буйынса чемпионатының 55-се турынан һуң өс әйләнештәге марафондың лидеры асыҡланды. Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы – регуляр чемпионаттың еңеүсеһе. Суперлиганың тәүге көндәренән беренсе урынды биләп килгән юлаевсылар плей-офф уйындарына тиклем беренселекте бирмәне. Афарин! Был ҡыуаныслы ваҡиға Башҡортостан хоккейы тарихында беренсе тапҡыр күҙәтелә.

    авторы: админ | 28 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    УМПОлар өй туйлай
    «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Ҡанаттар» торлаҡ комплексы файҙаланыуға тапшырылды.
    Мотор эшләүселәрҙең шатлығын Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров, Өфө ҡалаһы мэры Павел Качкаев уртаҡлашты. УМПОла эшләүсе 175 ғаилә яңы фатир асҡыстары алды. Өфөнөң Мушников урамында урынлашҡан был торлаҡ комплексында өй туйлаусыларҙың өстән бер өлөшө – йәштәр. Бында физкультура үҙәге, табип бүлмәһе, автотораҡ, балалар майҙансығы ла бар.

    авторы: админ | 28 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тышта буран, мин өйҙә торам... Башҡортостан

    Республикабыҙҙа февраль урталарында башланған бурандар әле булһа дауам итә. Рәсәй Fәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығынан белдереүҙәренсә, көслө ҡар яуыуы 6 мартҡа тиклем дауам итеүе ихтимал. Улай тиһәң, тәбиғәткә ышаныуы тағы ла икеле.

    авторы: админ | 28 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Дуҫ булайыҡ!
    25 февралдә РФ Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Дмитрий Медведев эш сәфәре менән Сербияға барҙы.
    Ул Косовоның халыҡ-ара статусы хаҡында Белград менән бер фекерҙә булыуын белдерҙе.
    Бынан тыш, ике арала уртаҡ инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу хаҡында ла килешеүҙәр булды. Ике яҡты ла ҡыҙыҡһындырған проекттар башлыса энергетика өлкәһенә ҡағыла. «Газпром» менән «Сербиягаз» компаниялары ла оҙайлы килешеүҙәргә ҡул ҡуйған. Әгәр Сербия аша беҙҙең газ торбалары үтһә, был ил Рәсәйҙән Европаға ебәрелгән газ үткәргесенең үҙәге буласаҡ. Шулай уҡ киләсәктә лә Рәсәй һәм Сербия араһында мәҙәни бәйләнештәр, студенттар менән алмашыу кеүек йүнәлештәр дауам итәсәк. Сербияла рус телен өйрәнеү ҙә юғары кимәлдә буласаҡ, тип вәғәҙәләйҙәр.
    Ә инде Америка Рәсәйҙең Белградты яҡлау позицияһын «әҙәпһеҙлек» тип атай һәм беҙгә халыҡ-ара изоляция менән янай.

    авторы: админ | 28 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Берәү ҙә аҡса тәҡдим итмәне Башҡортостан

    Кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башына төшмәһә, ти халыҡ мәҡәле. Юл хәрәкәтен көйләп, тәүлектәр буйына водителдәрҙе тәрбиәләргә тырышҡан дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре хаҡында көләмәстәр һөйләмәгән кеше һирәк. Автоинспекторҙар, үҙ сиратында, ҡайһы бер водителдәрҙе ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмауҙа ғәйепләй. Ҡыҫҡаһы, юлдарҙа аңлашылмаусанлыҡтар етерлек. Шуға ла, авариялар йылдан-йыл кәмеүгә табан барһа ла, бөтөнләй үк бөтмәй.

    авторы: админ | 28 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Миңзәләнең күңел утрауына бер ҡараш Мәҙәниәт

    Уның тауышын һәр кем үҙенсә баһаланы. Әммә халыҡсан тәбиғи моңдо халыҡ таныны. Ейәнсура районы ҡыҙы Миңзәлә Түләбаева
    сылтырап аҡҡан шишмәләй саф тауышы менән тамашасы күңеленә талғын ғына килеп ҡағылғандай.
    3 мартта М. Fафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уның концерты үтә. Ошо уңайҙан йырсы менән осрашып һөйләшергә булдыҡ.

    авторы: админ | 28 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Каруанһарай» – кисә һәм бөгөн Мәҙәниәт

    Сәнғәт институтында уҡып, төрлө сәхнәләрҙә сығыш яһап йөрөгән биш егет Рәсүл Ҡарабулатов, Артур Туҡтағолов, Вилдан Яруллин, Мәхмүт Нәҙершин, Әмир Тойғонов, бергә йыйылып, төркөм ойоштороп ебәрә. Уға ғорур яңғыраған «Каруанһарай» исеме бирәләр. Башҡорт халҡының ҡәлғәһе, ғорурлығы булған Каруанһарай илдең баш йорто булһа, был төркөм башҡорт сәхнәһенең йөҙөн билдәләй. Бай йөкмәткеле, моңло йырҙары менән популярлыҡ яулаған төркөмдөң даны күрше өлкәләргә лә, сит илдәргә лә таралды. Бөгөн төркөмдө ойоштороусы егеттәр ҡайҙа тиһегеҙме?

    авторы: админ | 28 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 33  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru