Күренгәндең алыҫы юҡ, күтәргәндең ауыры юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ғали йәнәптәре Хәреф
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • Берҙәмлектә – көс
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • Дайджест
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Программалар әҙ түгел... Файҙалана белергә кәрәк Башҡортостан » Милли проекттар

    Һүҙ юҡ, һуңғы ваҡытта йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү программалары ныҡ ҡына эшләй башланы. Әммә яҡынса 1965 – 1975 йылғылар быуыны ситтә тороп ҡалды: ни бушлай фатир алып өлгөрмәнеләр, ни йәмғиәттең яңы боролоштарына әҙер булмай сыҡтылар. «Йәшлек» гәзите редакцияһында ла бындай ғаиләләр бихисап.
    «Башинформ» агентлығында үткән «түңәрәк өҫтәл»дән күренеүенсә, мөмкинлектәр бар – тик уларҙы һәр кем өсөн дә ҡулай тип әйтеп булмай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Бөгөн Өфөлә, мәҫәлән, әле төҙөлгән фатирҙарҙың бер квадрат метры – 40 мең, элек төҙөлгәндәрҙеке 50 мең һум самаһы тора. Уларға яҡын да юллай алмаған ябай кеше дәүләт ярҙамына дәғүә итә аламы?

    авторы: админ | 2 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балаларға иғтибарлы булығыҙ! Яңылыҡтар

    Республикала фажиғәле тамамланған ике бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән.
    Бишбүләк районының Алексеевка ауылында 14 йәшлек үҫмер егеттең ҡар аҫтында ҡалып һәләк булыуы хаҡында үткән һанда хәбәр иткәйнек инде.
    Ә Хәйбулла районында төнгө дискотеканан ҡайтып килеүсе 17 йәшлек ҡыҙ туңып үлә. Тыуған ауылына каникулға ҡайтҡан Рязань ауыл хужалығы техникумының беренсе курс студенткаһы әхирәттәре менән бергә саҡрым ярым алыҫлыҡтағы күрше ауылға дискотекаға бара. Әхирәттәренең туғандарында йоҡлап ҡайтыу тәҡдименән баш тартып, ул өйөнә ҡайтырға сыға. Был көндө Хәйбулла районында һауа температураһы 34 градусҡаса төшә.
    Юлда туңған ҡыҙ телефон аша ата-әсәләренә үҙенең хәле хаҡында хәбәр итә. Ата-әсәләре уны, милицияға хәбәр итмәйенсә генә, үҙҙәре эҙләргә сыға, тик таба алмай. Икенсе көндә генә ҡыҙҙың туңған кәүҙәһе табыла. Т. АМАНОВ.

    авторы: админ | 2 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Ултырыш. 54-се
    Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың илле дүртенсе ултырышы булды.
    Республика парламентының ултырышында БР Президенты Мортаза Рәхимов ҡатнашты. Депутаттар БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәте торошо һәм уны үҫтереү перспективалары тураһында» докладын тыңланы. Ултырышта шулай уҡ БР Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе М. Бобылев палатаның 2007 йылдағы эшенә йомғаҡлау отчеты менән сығыш яһаны.

    авторы: админ | 2 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республика мәнфәғәттәрен яҡлағыҙ! Башҡортостан

    31 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда Республика Президенты Мортаза Рәхимов Башҡортостан Республикаһынан Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты.

    авторы: админ | 2 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ниместәр ҙә башҡорт балын ярата Яңылыҡтар

    Күптән түгел Берлин ҡалаһында үткән «Йәшел аҙналыҡ – 2008» халыҡ-ара агросәнәғәт күргәҙмәһендә Рәсәй делегацияһы составында Башҡортостан предприятиелары ла ҡатнашҡайны. Донъяның иң ҙур агросәнәғәт форумы күргәҙмәһендә республикабыҙҙың ниндәй продукциялар менән сығыш яһауы һәм уларҙың ниндәй баһаға лайыҡ булыуы хаҡында һүҙ барҙы «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында.

    авторы: админ | 2 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Бурыслыларҙың... ишектәрен ватасаҡтар
    Рәсәйҙә суд приставтарының хоҡуҡтары киңәйтелгән.
    Яңы Закон буйынса, хәҙер приставтар бурысын түләмәүсенең өйөнә рөхсәт һорамайынса, ҡайһы бер осраҡтарҙа алдан иҫкәртмәйенсә лә инергә мөмкин. Ләкин фатирға инеү өсөн өлкән суд приставының санкцияһы алынырға, мотлаҡ шаһиттар саҡырылырға тейеш. Өсөнсөнән, былай итеп тик суд ҡарары буйынса эш итергә ярай.
    Билдәле, 1 февралдән приставтар бурысын түләмәүселәргә шулай уҡ сит илдәргә юлды ябырға хоҡуҡлы.

    авторы: админ | 2 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бала күңеле далаламы? Башҡортостан » Милли проекттар

    Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала, ти халыҡ мәҡәле. Әммә тормошта бының киреһен дә осратырға мөмкин. Әҙме, балаларын яҙмыш ҡосағына ташлап, үҙ тормошон ғына ҡайғыртҡан йәиһә ғәзиздәрен араҡыға алмаштырған әсәләр? Һөҙөмтәлә был балалар үҙ көнөн үҙҙәре күрергә мәжбүр, йә тыуған йортон балалар йортона алмаштыра. Шулай ҙа улар өсөн ата-әсәһенән дә яҡшыраҡ, яҡыныраҡ кеше юҡ. Күңеленең түрендә әсәһенә, атаһына булған һөйөүҙе ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Быға ғәжәпләнергә лә түгел, сөнки һәр кем әсәй наҙына, атай хәстәренә мохтаж.

    авторы: админ | 2 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Изге йыр» – иң күркәм мәсет өсөн! Мәҙәниәт

    «Тормош менән аралар боҙолған саҡтарҙа, көн яҡтыһы күҙгә күренмәҫ булғанда, ҡапыл иҫемә төшә: донъяла йыр бар бит әле. Тимәк, инанырға, сабыр итергә, йәшәргә кәрәк. Һуңғы ҡабым икмәгем, һуңғы йотом һыуым менән бергә һуңғы тапҡыр ишетер йырым булһа, үкенескә ҡалмаҫ, тип йыуанам», – тип яҙған заманында халыҡ шағиры Мостай Кәрим. Башҡортостандың иң популяр йәш йырсылары ла аҡһаҡалдың һүҙҙәрен үҙҙәренә девиз итеп алған һәм йыр менән тормош йәмле, йәшәү ҙә күңелле икәнен тамашасылар алдында тағы бер ҡабат иҫбатларға теләй.

    авторы: админ | 2 февраля 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru