Ишектән кереп, төнлөктән сыҡма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хәҙистәр
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • Йондоҙнамә
  • Атайсал, тип янған йөрәктәр
  • Яңылыҡтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йорттары ла иркен, күңелдәре лә! Башҡортостан

    2008 - Ғаиләгә социаль ярҙам йылы
    Ябай кеше өсөн бәхет формулаһы ниндәй, тип һораһалар, бөтәһенең дә яуабы бер төрлөрәк буласаҡ – ғаилә һәм балалар, яратҡан эш урыны, фатир, күңел тыныслығы. Раевка ҡасабаһында йәшәүсе Айгөл менән Рифат Шәймөхәмәтовтарҙың татыу ғаиләһе ошо бәхеткә тулыһынса ирешкән. Улдары – 6 йәшлек Вадим, бәләкәс ҡыҙҙары Регина менән иркен, яңы йортта гөрләтеп йәшәйҙәр, эшләйҙәр.

    авторы: админ | 5 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    Буш тормаһын ҡуралар
    2 февралдә Мәләүез районында «Буш торған малсылыҡ биналарын 2007 йылда сафҡа индереү һәм реконструкциялау йомғаҡтары һәм 2008 йылға бурыстар» темаһына район хакимиәте башлыҡтарының зона кәңәшмәһе үтте.

    авторы: админ | 5 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Милли проект уңышлы тормошҡа ашырыла Мәғәриф

    БР Мәғариф министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышы республикала «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһенә арналды.
    2005 йылдың 5 сентябрендә РФ Президенты Владимир Путин тарафынан иғлан ителгән өҫтөнлөклө проекттар иҫәбендә «Мәғариф» милли проекты тормошҡа ашырыла башлауға ике йыл тулып үтте.

    авторы: админ | 5 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Машиналарға «айыу майы» һөртәләр Яңылыҡтар

    «Республика юлдарында йыл һайын меңләп кеше вафат була», – тигән мәғлүмәт менән бөгөн бер кемде лә аптыратып булмай. Ниндәй генә ҡәтғи ҡанундар сыҡһа ла, тәртип боҙоусылар көн һайын табылып тора. Шунлыҡтан беҙҙә үткән йылда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген күҙәтеүселәр айырыуса етди эшләне.

    авторы: админ | 5 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡырға ҡабул итеү тураһында бөгөн хәстәрлек күрелә Мәғәриф

    БР Мәғариф министрлығында урта профессиональ белем биреү һәм интернат тибындағы учреждениелар етәкселәре менән үткән кәңәшмәлә бер генә мәсьәлә ҡаралды – профориентация эше алып барыу һәм 2008 йылда урта махсус уҡыу йорттарына Башҡортостан Республикаһы менән социаль-гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйған РФ субъекттарынан абитуриенттар ҡабул итеүҙе ойоштороу.

    авторы: админ | 5 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Туҡмалған – бирешмәгән Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ул көндө Октябрьский ҡалаһында почтальон Рәйхана Әхмәтйәнова пенсия таратып йөрөгән. Сираттағы бер подъездан сығып барғанда, сумкала 50 мең һум самаһы аҡса ҡалған булған.
    Беренсе ҡатта Рәйхана Ғәбделхәй ҡыҙына әзмәүерҙәй бер егет һөжүм итә. Күҙенә газ баллоны менән һиптертеп, һөжүм итеүсе сумканы тартып алырға итә. Бик ныҡ һыҙланыуына ҡарамаҫтан, ҡатын ҡаршылыҡ күрһәтә, сумканы бирмәй. Талаусы уны туҡмай, тештәрен онтай, эйәген һындыра, ләкин сумканың тотҡаһын ғына йолҡоп сығара ала – сибек кенә кәүҙәле ҡатын сумканы барыбер ысҡындырмай.
    Йортта йәшәүселәр ярҙамға сыҡҡанын ишеткәс, енәйәтсе ҡаса. Әле уны милиция эҙләй. 55 йәшлек почтальонды иһә, эйәгенә операция эшләп, яңы саҡ дауахананан сығарғандар. Рәхмәтле пенсионерҙар уның хәлен белешеп тора. Т. АМАНОВ.

    авторы: админ | 5 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кем кемде? Сәйәсәт

    Илдә һайлау алды агитацияһы башлана
    4 февралдән телевидение һәм радио дәүләт каналдарында һайлау алды дебаттары башланды. Һайлауға тиклем ҡалған бер ай дауамында президентлыҡҡа дәғүәселәр киң мәғлүмәт сараларында агитация материалдарын урынлаштырасаҡ. Халыҡты үҙҙәре менән таныштырыу өсөн кандидаттарға «Первый канал», «Россия», «ТВ-Центр» телеканалдары һәм өс радиостанция – «Маяк», «Радио России» һәм «Голос России» етешәр сәғәтлек бушлай эфир бирә.
    Тәүге дебаттарҙа КПРФ башлығы Геннадий Зюганов, ЛДПР лидеры Владимир Жириновский, Демократик партия етәксеһе Андрей Богданов ҡатнашты. Беренсе вице-премьер Дмитрий Медведев көсөргәнешле эш графигы арҡаһында оппоненттар менән һүҙ көрәштереүҙән баш тартҡан. Агитация һайлауҙан бер көн алда тамамланасаҡ. Г. ИЛЬЯСОВА.

    авторы: админ | 5 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    15 йылға – тәүге тапҡыр
    Былтыр беҙҙең илдә бөтәһе 1602 387 сабый тыуған.
    Был, 2006 йыл менән сағыштырғанда, 123 меңгә күберәк. Тыуымдың бындай кимәле Рәсәйҙә 1991 йылдан бирле күҙәтелмәгән.
    РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикова әйтеүенсә, икенсе һәм өсөнсө бала табыусылар йыл эсендә 33 проценттан алып 42-гә тиклем артҡан.
    Йыл дауамында халыҡтың тәбиғи кәмеүе лә бер аҙ туҡтаған – бының өсөн мигранттарға рәхмәт әйтергә кәрәк. Былтыр улар арҡаһында 238 мең кешегә күбәйгәнбеҙ.

    авторы: админ | 5 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru