|
 |
|
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы бөйөк Зәйнәб Биишеваға йөҙ йәш тулған булыр ине. Ошо уңай менән гәзит уҡыусылар иғтибарына әле бер ҡайҙа ла баҫтырылмаған бер фоторәсемде тәҡдим итәм. 1987 йылдың декабрендә Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтында республика мәктәптәре китапханасылары ике аҙналыҡ курсҡа йыйыла. 96 сәғәтлек эш программаһы менән таныштырғас, дүрт сәғәте беҙҙең ҡарамаҡта булды. «Ниндәй йырсы, артист, яҙыусы менән осрашырға теләйһегеҙ?» – тинем. Төрлө милләттән булған мәктәп китапханасылары бер тауыштан Зәйнәб Биишева менән осрашырға теләне. Киттем оло әҙибәгә. Хәлде һөйләп бирҙем. «Ҡыҙым, сәй ҡуй», – тине. Сәй эсәбеҙ. «Мөмкин булһа, һин мине Fайса менән ҡуша саҡыр», – тигән теләген белдерҙе. Ә Fайса Хөсәйенов былай ҙа программала бар ине. Ике оло шәхес менән осрашыу йылы, матур үтте. Мәктәп китапханасылары теләге менән башланған хеҙмәттәшлектән ошо иҫтәлек ҡалды.
Саимә FИЗЗӘТУЛЛИНА. |
|
авторы: админ | 7 февраля 2008 | | Фекерҙәр (0) |
|
+ Новости Баш-портала Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар
|
|
|