Арҡауын атһаң, буйын алырһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балаларҙың ялы ял булһын
  • [b]ПРЕЗИДЕНТТЫҢ АБРУЙЫ АРТА[/b]
  • Йыртҡыс, «урман санитары», тотем – барыһын берләштерә ул..
  • Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй
  • Наркоманияға – юҡ!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәш ғалимдар бүләкләнде Яңылыҡтар

    Кисә Рәсәйҙә Фән көнө билдәләнде. Был байрам алдынан БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов бер төркөм йәш ғалимдарға һәм ғилми коллективтарға гранттар тапшырҙы. Ғилми эштәргә конкурс республикабыҙҙа былтыр булдырылғайны. Быйыл 56 йәш ғалимға дипломдар, шулай уҡ 30 грант тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында аспиранттар ҙа, докторанттар ҙа, ғилми хеҙмәткәрҙәр ҙә бар.

    авторы: админ | 9 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Президент – Дәүләт Советы кәңәшмәһендә
    Кисә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты.
    Ҙур Кремль һарайында үткән ултырышта илдең 2020 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш планы тикшерелде.

    авторы: админ | 9 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әгәр һайлау ошо йәкшәбелә үтһә Яңылыҡтар

    Һайлау – 2008
    РФ Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры һәм Президентлыҡҡа кандидаттарҙың береһе Дмитрий Медведев рейтингтарҙағы беренселеген һаҡлай килә.
    Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) аҙна һайын үткән сираттағы тикшереүенең йомғаҡтарын иғлан иткән. «Президент һайлауҙары киләһе йәкшәмбелә үтһә, кем өсөн тауыш бирер инегеҙ?» тигән һорауға респонденттарҙың 63 проценты «Берҙәм Рәсәй» партияһы кандидаты Дмитрий Медведевтың исемен атаған.

    авторы: админ | 9 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әҙерлекле һалдат – иң яҡшы һалдат Башҡортостан

    Республикала Ватан һаҡсылары көнөнә арналған оборона эше айлығы бара
    Бөтә Рәсәй күләмле оборона эше айлығы дауамында РОСТО-ның (ДОСААФ) Башҡортостандағы ойошмаһы ҡала һәм райондарҙа махсус саралар уҙғара.
    Айлыҡты асыу тантанаһы Октябрьский ҡалаһындағы ойошма нигеҙендә Йәштәр һарайында үтте.

    авторы: админ | 9 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡытыусыларға – яңы премиялар Сәйәсәт

    БР Президенты Указы менән «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы» конкурстары лауреаттарына Башҡортостан Республикаһы Президенты премиялары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына үҙгәрештәр индерелде.
    Уға ярашлы, 2008 йылдан Башҡортостанда йыл һайын шулай уҡ «Рус теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы» һәм «Татар теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы» конкурстары үткәреләсәк.

    авторы: админ | 9 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сит илдәр менән мөнәсәбәт яҡшы Сәйәсәт

    10 февраль – Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө

    Башҡортостан Республикаһында тышҡы бәйләнештәр төрлө йүнәлештә һәм тармаҡта әүҙем үҫешә. Сит илдәр менән мәҙәниәт, иҡтисад, спорт, сәйәсәт һәм бик күп башҡа йүнәлештә ныҡлы, оҙайлы мөнәсәбәттәр булдырылған. Шулай уҡ Башҡортостан ТӨРКСОЙ, ЮНЕСКО, ЮНИДО кеүек әһәмиәтле халыҡ-ара ойошмаларҙа ағза булып тора.
    10 февраль – Дипломатик хеҙмәткәр көнө. Ошо уңайҙан Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин һәм Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Зиннур Мәрҙәнов республика журналистары менән осрашты.
    авторы: админ | 9 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Туризм үҫешәсәк Башҡортостан

    15 – 16 февралдә Әбйәлил районының Асҡар район мәҙәниәт йортонда райондарҙың берләштерелгән 3-сө көньяҡ инвестиция форумы үтәсәк. Унда туризм тармағының үҫеше ҡараласаҡ.
    Сара Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе территорияларында урынлашҡан «Урал» туристик-рекреацион зонаһын берлектә үҫтереү мәсьәләләрен ҡарауҙы көн үҙәгенә ҡуя.
    Быйыл форумды ойоштороусыларҙың составы киңәйгән: БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы, Силәбе өлкәһенең Иҡтисади үҫеш министрлығы, БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы, БР Президенты ҡарамағындағы стратегик тикшеренеүҙәр үҙәге, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы һәм башҡалар ингән.
    Башҡортостандың көньяҡ райондарына инвестициялар йәлеп итеү, туристик индустрияны үҫтереү, туристик хеҙмәттәрҙең берҙәм мәғлүмәт-дистрибьютерлыҡ үҙәген булдырыу төп маҡсат итеп ҡуйыла.
    БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының матбуғат хеҙмәте.

    авторы: админ | 9 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Йомғаҡлау тиһәң дә була
    Кисә РФ Президенты Владимир Путин Дәүләт Советының киңәйтелгән ултырышында ил иҡтисадының 2020 йылға тиклем нисек үҫәсәген билдәләне.
    Аныҡ иҡтисади программаны 15 февралдә Дмитрий Медведев иғлан итәсәк.
    Субъекттар етәкселәре, депутаттар, сенаторҙар, партиялар лидерҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре – йәмғеһе 750 самаһы кеше йыйылған сара йыл һайын үтә һәм Федераль Йыйылыш алдында Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһауҙы хәтерләтә. Майҙағы инаугурациянан һуң Федераль Йыйылышҡа яңы Президент мөрәжәғәт итәсәк.
    Президент Рәсәйҙең иҡтисади үҫеше концепцияһын бер аҙ аса бирҙе, шәхесте камил үҫтереү шарттарын булдырыу кәрәклегенә баҫым яһаны. Дөйөмләштереп яһалған сығыштың төп фекере – «кеше капиталы»на өҫтөнлөк биреү кәрәклеге.

    авторы: админ | 9 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru