Күп бәрәкәт күп хәрәкәт менән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ниңә шулай?
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Тәмле
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Швед майҙансығында Башҡортостан байрағы елберләне Яңылыҡтар » Спорт

    Афарин, Максим! Маладис, Чудов! Башҡортостандың Михайловка ҡасабаһы, республика инде ике көн буйына тантана итә. Итмәҫлек тә түгел шул, сөнки Швецияла барған биатлон буйынса донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһының лидеры Максим Чудов, спринт ярышында бөтә билдәле биатлон аҡһаҡалдарын уҙып, үҙ карьераһында тәүге ҙур уңышҡа өлгәште. Икенсе көндәге эҙәрлекләү бәйгеһендә лә беҙҙең яҡташыбыҙ, Уле-Айнар Бьорндалендан ғына ҡалып, алтыны янына көмөш миҙалды һалып ҡуйҙы. Ай, афарин да инде. Ә бит бәйгелә 96-сы булып стартҡа сыҡҡан Максим финиш һыҙығына барып етмәйенсә кемдең чемпион булыуы билдәһеҙ ине.

    авторы: админ | 12 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар

    «Газпром»ға – 15 йыл
    Башҡортостан Президенты концерн ойошторолоуына 15 йыл тулыу айҡанлы, «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллерҙы һәм коллективын ҡотланы.
    Ҡотлауҙа: «Һеҙҙең хеҙмәткәрҙәрегеҙҙең фиҙакәр хеҙмәте арҡаһында «Газпром» донъяның энергетика баҙарында алдынғы урындарҙы биләй, илдең иҡтисади хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә стратегик бурыстарҙы үтәй. Беҙҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлек киләсәктә лә үҫер һәм тәрәнәйер», – тип белдерелә.

    авторы: админ | 12 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек»тәр – Әбйәлилдә Башҡортостан

    Бөгөн «Йәшлек» гәзите журналистары – баш мөхәррир Артур Дәүләтбәков, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире, шағирә Лариса Абдуллина, Учалы, Белорет, Әбйәлил райондары буйынса үҙ хәбәрсебеҙ Баныу Ҡаһарманова былтыр баҫмабыҙға яҙылыу осоронда мөхәрририәт иғлан иткән «Бөтә ауыл (коллектив, мәктәп, синыф) менән – «Йәшлек»кә!» конкурстарында еңеп сыҡҡан Әбйәлил районының Амангилде, Байым, Ҡырҙас ауылдары халҡы, мәктәп уҡыусылары менән осраша.
    Был осрашыуҙа, вәғәҙә иткәнебеҙсә, Башҡортостандың популяр йырсылары Хәсән Усманов, Ғәзим Ильясов һәм Әбйәлил ҡыҙы, «Гәлсәр һандуғас» телефестивале асҡан йәш йырсы Альбина Килдейәрова ҡатнаша. (Осрашыу хаҡындағы репортаждарҙы гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ).

    авторы: админ | 12 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ике мөҙәткә йомғаҡ Яңылыҡтар

    Рәсәй Президенты Дәүләт Советының киңәйтелгән ултырышында һигеҙ йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны
    Дәүләт башлығы үҙ сығышында иң элек илдең һигеҙ йыл элек кисергән көрсөгөн иҫкә төшөрҙө, уға ышаныс белдереүсе халыҡҡа рәхмәт әйтте. «Әле беҙ 90-сы йылдарҙа юғалта яҙған социаль-иҡтисади үҫеш кимәлен тулыһынса тергеҙгәнбеҙ, – тине Президент. – Былтыр эске тулайым продукт (ВВП) һуңғы ете йылдағы иң юғары күрһәткескә – 8,1 процентҡа етте. Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй «Ҙур һигеҙ»ҙең Италия, Франция кеүек илдәрен уҙҙы. Дәүләттең тышҡы бурысы ВВП-ның 3 процентына тиклем кәмене». Президент әйтеүенсә, һуңғы һигеҙ йылда пенсиялар яҡынса 2,5 тапҡырға артҡан, эшһеҙлек, ярлылыҡ кимәле икеләтә тиерлек кәмегән. Үҫештең ошо уҡ тиҙлеге һаҡланғанда, 2009 йыл аҙағына ВВП-ның икеләтә артыуы мөмкин.

    авторы: админ | 12 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәһәтерәк белгең килһә Яңылыҡтар

    Йәһәтерәк белгең килһә
    Тиҙҙән РФ Президенты һайлауҙары барышын кеҫә телефондары аша ла күҙәтеү мөмкинлеге булдырыласаҡ.
    Был маҡсатта Үҙәк һайлау комиссияһы махсус мобиль портал булдырмаҡсы. Ул 22 февралдән эшләй башлаясаҡ. 5503 тигән ҡыҫҡа номерға СМС-хәбәр ебәргән кеше РФ Президентлығына һәр кандидат тураһында белешмә алырға мөмкин. Һайлау көнөндә, 2 мартта, шул уҡ номерға СМС-хәбәр ебәреү менән һайлауҙарҙағы яңылыҡтар, яҡынса йомғаҡтар тураһында белешеп буласаҡ.
    Мобиль порталдың мәғлүмәттәре әленән-әле яңыртылып торасаҡ.

    авторы: админ | 12 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әйҙә, сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! Яңылыҡтар » Спорт

    Үткән шәмбелә Өфөнөң «Биатлон» спорт комплексында «Рәсәй саңғы ярышы – 2008» үтте
    Бөтә Рәсәйҙең спорт һөйөүселәрен, сәләмәт тормош алып барыусыларын йыйған был сарала Башҡортостандан 50 мең тирәһе кеше ҡатнашты. Улар араһында Октябрьский ҡалаһынан – 12 мең, Туймазынан – 5 мең, Сибайҙан 3 мең кеше булды. Рәсәй саңғы ярышында профессиональ спортсыларҙы ла, ябай халыҡты ла күрергә була ине.
    «Рәсәй саңғыһы» 1982 йылдан башлап үткәрелә. Сәләмәт тормошто пропагандалаған сара йылдан-йыл киңерәк ҡолас ала бара, унда ҡатнашыусылар ҙа күбәйә. Сараның маҡсаты – кешеләрҙе физик мәҙәниәткә ылыҡтырыу, насар ғәҙәттәрҙән арындырыу.

    авторы: админ | 12 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәжрибә уртаҡлашыу ҡамасауламаҫ Яңылыҡтар

    Башҡортостан делегацияһы Волга буйы федераль округының «Истоки России» муниципаль берекмәләр форумына юлланды.
    Бөгөн Һарытауҙа үтәсәк форумда Волга буйы федераль округының муниципаль берәмектәре Советы (Ассоциацияһы) ағзалары, эшҡыуарлыҡ һәм эксперт даирәләре вәкилдәре ҡатнаша. Сараның маҡсаты – социаль һәм мәҙәни мөхитте үҫтереү буйынса муниципаль берәмектәрҙең эшен әүҙемләштереү.

    авторы: админ | 12 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Янғантау» – еңеүсе! Яңылыҡтар

    «Янғантау» шифаханаһы «Юғары социаль һөҙөмтәлелек Рәсәй ойошмаһы» VII Бөтә Рәсәй конкурсының «Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеү» төбәк номинацияһында еңеүсе булған.
    Ул башҡа еңеүселәр менән бергә Дәүләт Кремль һарайында үтәсәк тантанала тәбрикләнәсәк.
    З. ХӘСӘНОВА.

    авторы: админ | 12 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru