Балта оҫтаһы балтаһынан билгеле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ниндәй автобустарҙа йөрөйбеҙ?!
  • Ҡолаҡ һал!
  • Башҡорт театрының мәшһүр ҡыҙы
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла[/b]
  • Енәйәт һәм яза
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мәңгелек хис Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер

    «Мөхәббәт ул – мәңгелек сер, мөхәббәт ул – татлы сир, мөхәббәт ул – беҙ икебеҙ, мөхәббәт ул – күк һәм ер!» Ысынлап та, хаҡ һүҙҙәр. Был фани донъяны мөхәббәтһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым.
    Күҙемде асһам, тирә-яғым нурға сумған, ерҙә ап-аҡ ҡыш, сутылдашып ҡоштар һайрай, кемдер ҡар өҫтөнә: «Мин һине яратам!» – тип яҙған. Ниндәй мөғжизә! Эйе, мөғжизә!

    авторы: админ | 14 февраля 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Ә нимә һуң ул мөхәббәт? Бармы ул? Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер

    Айнур, 22 йәш: – Мөхәббәт... ул... ул... шундай тойғо... Уны бына ошолай ғына аңлатып булмай. Бер-береңә тартылыу көсө, тиһәм... Тик уны физик тартылыу менән бутарға ярамай. Мөхәббәт кешенән баш етмәҫлек эштәр ҙә эшләтеп ҡуя. Мин ғашиҡ булһам, башымды юғалтам. Үҙемдә Урал тауҙарын шылдырып ҡуйырлыҡ көс тоям. Беренсе һәм ғүмерлек мөхәббәт була. Беренсеһе йәйге ямғыр кеүек кенә, ә икенсеһе – ғүмерлек. Һәр кемгә лә ғүмерлек бәхетле мөхәббәт теләйем!

    авторы: админ | 14 февраля 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Осрашыуҙар
    13 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Президенты «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе В. Зюзин менән осрашты. Унда «Мечел» компанияһы менән Башҡортостан араһындағы хеҙмәттәшлек килешеүе сиктәрендә артабанғы эшмәкәрлек йүнәлештәре ҡаралды. Килешеү буйынса, комбинат белореттарға 2,5 мең урынға иҫәпләнгән спорт залы һәм бассейны булған ҙур физкультура-һауыҡтырыу үҙәге төҙөйәсәк.

    авторы: админ | 14 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Белгестәр сит илдә әҙерләнәсәк Сәйәсәт

    «Айырым маҡсатлы республика программалары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов 9 февралдәге Указы менән 2008 – 2012 йылдарға сит илдә кадрҙар әҙерләү, ҡайтанан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреүҙең айырым маҡсатлы республика программаһын раҫланы.
    Әле Башҡортостан республикалағы 12 дәүләт вузында һәм дәүләт вуздарының 18 филиалында 47 йүнәлеш һәм 217 специальность буйынса 140 мең студентты уҡытыу мөмкинлеген биргән һөнәри белем биреү системаһына эйә. Башҡортостандың һөнәри белем биреү системаһын һәм фәнен Европа һәм донъя киңлегенә интеграциялау маҡсатында сит ил мәғариф учреждениелары һәм ғилми үҙәктәре менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ойошторола. Шулай уҡ эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә үҙ-ара файҙалы халыҡ-ара мөнәсәбәттәр үҫә.

    авторы: админ | 14 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һөйгән йәрҙәре кем? Яңылыҡтар

    РФ ПРЕЗИДЕНТЫ БУЛЫРҒА ДӘҒҮӘ ИТКӘН СӘЙӘСМӘНДӘРҘЕҢ ҒҮМЕРЛЕК ЮЛДАШТАРЫ КЕМ?
    РФ Хөкүмәте вице-премьеры, «Берҙәм Рәсәй» партияһы исеменән ил Президенты вазифаһына кандидат итеп күрһәтелгән Дмитрий Медведев буласаҡ ҡатыны Светлана менән мәктәптә параллель синыфта уҡыған. Беренсе уҡытыусылары йыш ҡына ике синыфтың сараларын бергә үткәргән – улар шунда танышҡан, тәнәфестәрҙә аралашырға тырышҡан.
    Мәктәптән һуң Медведев ЛДУ-ның юридик факультетына юл тотҡан, Светлана финанс-иҡтисад институтын тамамлаған. 1989 йылда өйләнешкәндәр. 1996 йылда Илья исемле улдары тыуған.

    авторы: админ | 14 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәғлүмәт таратыусылар ғәҙел булһын! Яңылыҡтар

    Интернет аша ниндәй генә мәғлүмәткә тап булмайһың – сайттарҙың экстремизмға бәйлеләре лә, тәртипһеҙлек, оятһыҙ рәүештә ялған мәғлүмәттәр таратҡандары ла бар.
    Шөкөр, был фактҡа дәүләт тә күҙ йоммай – Федерация Советында «Киң мәғлүмәт саралары тураһында» законға төҙәтеүҙәр индерергә йыйыналар. Уның буйынса, Интернет-баҫмаларҙың регламенты сикләнәсәк. Законға ярашлы, баҫма киң матбуғат сараларының тиражы 1000 дананан артһа, улар мотлаҡ дәүләт теркәүен үтергә тейеш. Көнөнә аудиторияһы 1000 кешенән ашҡан сайттар ҙа теркәлергә тейеш, тип иҫәпләйҙәр.
    Шулай уҡ «киң матбуғат сараһы» статусын аудиторияһы 1000-дән кәм булған сайттар ҙа алырға мөмкин. Улар өсөн теркәлеү мотлаҡ түгел.
    Әле Законға төҙәтеүҙәр әҙерләнә, ә белгестәр был яңылыҡтарҙы, күптән кәрәкле һәм мөһим тип иҫәпләй. Беренсенән, Интернет-баҫманың статусы үҙгәрәсәк, икенсенән, яҙылған материалдарҙы даими күҙәтеп тороу мөмкинлеге асыласаҡ.

    Л. СОЛТАНОВА.
    авторы: админ | 14 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Почтала эш еңеләйә Башҡортостан

    Ошо көндәрҙә Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы, үткән йылға йомғаҡ яһап, киләсәккә пландар ҡорҙо.
    2007 йыл республиканың почта хеҙмәте өсөн еңелдән булманы. Башҡортостанда почта аша корреспонденция ебәреү, пенсия таратыу кеүек көндәлек эштәрҙең күләме 23 процентҡа артты. Почтамттарҙың берләшеүе лә хеҙмәткәрҙәр өсөн дә, ҡулланыусылар өсөн дә мәшәҡәттәрҙе күбәйтте.

    авторы: админ | 14 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Сәйер үлем
    Кисә Лондонда 53 йәшендә билдәле эшҡыуар һәм сәйәсмән-оппозиционер Бадри Патаркацишвили вафат булған.
    Грузияла Президент һайлауҙарында үҙенең кандидатураһын тәҡдим иткән эшҡыуарға күптән түгел, илдең Генераль прокуратураһы тарафынан дәүләт фетнәһе ойоштороуҙа ғәйепләнеп, эҙләү иғлан ителгәйне.
    Политологтар фекеренсә, был ваҡиға Грузияла ҙур ғауға тыуҙырыуы ихтимал. Саакашвилиҙың дошмандарының береһе һаналған Патаркацишвилиҙың йөрәк сиренән үлеүенә шикләнеүселәр бик күп.

    авторы: админ | 14 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru