
Күптән түгел Әлшәй районы Раевка ҡасабаһының 2-се урта мәктәбендә интернационалист-һалдат Айҙар Иҙиәтуллин иҫтәлегенә арналған тулҡынландырғыс кисә үтте. Унда Афғанстанда һәләк булған туғыҙ һалдаттың ата-әсәләре, шул иҫәптән Айҙарҙың әсәһе Фәниә Фәррәх ҡыҙы Иҙиәтуллина ла саҡырылғайны.
Айҙар Иҙиәтуллин, ошо урта мәктәпте уңышлы тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетына уҡырға инә. Әммә егеткә оҙаҡ белем алырға тура килмәй. 1984 йылдың апрелендә армия сафына саҡырыла һәм Афғанстандағы десант часына эләгә.
Йәш гвардия рядовойы һигеҙ ай хеҙмәт иткәс, 1985 йылдың 14 декабрендә фажиғәле һәләк була. Һуңғы хаты, үҙен Шафрандағы туғандар зыяратына ерләгәс кенә, килеп етә. Уны егет 1985 йылдың 13 декабрендә яҙған, ә үҙенең ғүмере иртәгеһенә өҙөлә. Бына унан айырым өҙөктәр: «Ҡыҫҡаса үҙем хаҡында, мин иҫән-һау, таҙа, әкренләп еңел булмаған һалдат хеҙмәтен үтәйем. Әсәй, һинең хатыңды алдым, бик ҙур рәхмәт уның өсөн. Һеҙҙең эштәр нисек һуң? Уңыштар нисек? Сәләмәтлегегеҙ яҡшымы? Зәлиә һеңлем, магнитофон менән мауыҡма, яҡшы, тырышып уҡы! Имтихандарға ныҡлап әҙерлән! Осрашҡанға тиклем хушығыҙ.
Һеҙҙе Яңы – 1986 йыл менән ҡайнар ҡотлайым!»
Айҙар Иҙиәтуллин һәләк булғандан һуң, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм «Рәхмәтле афған халҡынан» миҙалы менән наградланған. Уларҙы һөйөклө әсәһе күҙ ҡараһы кеүек ҡәҙерләп һаҡлай.
Мәктәп музейында, батыр егет иҫтәлегенә арнап, махсус мөйөш булдырылған. Пионер дружинаһы уның исемен йөрөтә, мемориаль таҡтаташ асылған. Уның хаҡындағы гәзит очерктары, һүрәттәр бар. Йыл һайын Бөйөк Еңеү көнөндә Айҙар Иҙиәтуллиндың ҡәберенә тере сәскәләр һалына.
Ҡыҫҡаһы, егеттең яҡты иҫтәлеге райондаштарының йөрәгендә мәңге һаҡлана. Ә Айҙарға, иҫән булһа, быйыл 40 йәш тулған булыр ине. Ул яҡташтары, яҡындары күңелендә һәр саҡ йәш көйө ҡала.
Солтан ҒӘЛИЕВ.
Әлшәй районы.