Бер юлы ике кәмәнең ҡойроғон тотоп булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • МӘРХҮМДЕ ЙЫУЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
  • [b]Йәш эшҡыуарҙар мәктәбе[/b]
  • Ғәйепһеҙме? Улайһа, ҡабаланма
  • Күсәр
  • 1 һорауға 3 яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бәхет өләшеүҙән табып Башҡортостан

    Миәкә районының Әнәс ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнгән һигеҙ йәшлек Эльвира үҙенең яҡындары, йорто, бүлмәһе булыуы хаҡында хыяллана. Ҡыҙға приютта әхирәттәре менән аралашып йәшәүе күңелле булһа ла, ул ғаилә йылыһына мохтажлыҡ кисерә. Хыялы тормошҡа аша Эльвираның: атай-әсәйле, ағайлы, апайлы буласағын ишеткәс, ҡыуанысынан нишләргә белмәй. Был бәхетле көндө ҡасандан бирле түҙемһеҙләнеп көтә ул.

    авторы: админ | 16 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    Йылдың эмблемаһы раҫланды
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаиләгә социаль ярҙам йылы эмблемаһын һайлау буйынса конкурс тамамланды.
    Унда 30-ҙан ашыу эш ҡаралған. Эмблемалар проекттарын яҡынса ҡарағандан һуң, жюри Башҡортостан Республикаһында Ғаиләгә социаль ярҙам йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетына раҫлауға бер нисә эш тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә «Башҡортостан» гәзите редакцияһы хеҙмәткәре, рәссам Нәсих Хәлисов эшләгән эмблема иң яҡшыһы тип танылды. Коллегабыҙҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

    авторы: админ | 16 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Граждандарға минең өсөн оят түгелдер» Яңылыҡтар

    РФ Президенты Владимир Путин етенсе тапһыр журналистар менән осрашты
    Әлбиттә, Владимир Путиндың һуңғы матбуғат конференцияһы айырыуса иғтибар үҙәгендә булды. 4 сәғәт тә 40 минут дауам иткән осрашыуҙа 1364 журналист ҡатнашты, Президент йөҙҙән ашыу һорауға яуап бирҙе.
    Һорауҙарҙың күпселеге тышҡы сәйәсәткә һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә, эске сәйәсәткә, Рәсәй иҡтисадына һәм социаль өлкәгә, Президенттың шәхси тормошона ҡағылды. Уларҙың ҡайһы берәүҙәренә туҡталып үтәйек.

    авторы: админ | 16 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хеҙмәткә түләү арттырылды Яңылыҡтар

    БР Президенты ошо хаҡтағы указдарға ҡул ҡуйҙы
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов республика дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен социаль яҡлауҙы көсәйтеү, хеҙмәткә түләүҙең яңы системаларын ғәмәлгә индереүгә әҙерлек осоронда хеҙмәт сифатын һәм һөҙөмтәлелеген арттырыуға нигеҙ булдырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы дәүләт учреждениеларын хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә түләүҙе арттырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

    авторы: админ | 16 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәмәғәт Башҡортостан матбуғатын таный Яңылыҡтар

    Мәскәү ҡалаһында үткән Халыҡ-ара «Матбуғат» күргәҙмәһендә ҡатнашыу бөтә киң матбуғат саралары өсөн дә ҙур этәргес. Былтыр ноябрҙә, Бөтә Рәсәй күргәҙмәләр үҙәгенә илдең иң ҙур медиафорумына дүрт мең тирәһе үҙәк һәм төбәк киң матбуғат сараһының вәкилдәре йыйылды, унда Рәсәй Федерацияһының 54 субъектында сыҡҡан гәзит-журналдар берләштерелгән стендттарҙа күрһәтелде.
    Бөгөн республиканың тиҫтәләгән баҫмаһы «Матбуғаттың алтын фонды» отличие билдәһе һәм башҡа абруйлы наградаларға эйә. 12 февралдә Рәсәйҙең иң яҡшы киң матбуғат сараларын бүләкләү һәм яңы профессионал медиамиҙгелде асыу тантанаһы үтте. Унда республикабыҙҙан да вәкилдәр ҡатнашты.

    авторы: админ | 16 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Медведев ҡатындарҙы шатландырған
    Вице-премьер Дмитрий Медведев Себер әсәләре форумында бик әһәмиәтле тәҡдимдәрен еткергән.
    Әйтәйек, ул илдә алимент түләтеүҙең яңы тәртибен булдырырға вәғәҙә иткән. Улар бөгөн ата йәки әсәнең эш хаҡынан күпмелер процент күләмендә алына. Вице-премьер иһә минималь күләмде лә билдәләргә тәҡдим итә – алимент шунан әҙерәк булмаҫҡа тейеш. Әлбиттә, бигерәк тә был ысул даими эш хаҡы алмаған ирҙәргә ҡулай буласаҡ. Медведев шулай уҡ аталары ваҡытында алимент түләмәгән ғаиләләргә ярҙам итеүҙең махсус тәртибен булдырыуҙы хуплай.

    авторы: админ | 16 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауылса ихласлыҡ менән Мәҙәниәт

    Декабрҙә Баймаҡ районының Буранбай ауылы халҡы Өфө ҡалаһындағы Конгресс-холл залында ҙур концерт менән сығыш яһағайны. Әле был матур башланғысты Йылайыр районының Юлдыбай ауылы күтәреп алды. 14 февралдә баш ҡалабыҙҙың иң күркәм залында Йылайыр районы Юлдыбай ауылының һәүәҫкәр артистары ҡатнашлығында ҙур тамаша үтте.

    авторы: админ | 16 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөгөн – студенттар, иртәгә – тыуған яҡты күтәреүселәр Башҡортостан

    Хәйбулла районында студенттарҙы бергә туплау, уларҙың каникулында ялын ойоштороу маҡсатында район хакимиәте тарафынан бик ҙур эш башҡарылды. 31 ғинуарҙа студенттар спартакиадаһы үтте. Шулай уҡ быйыл уҡыуын тамамлағандан һуң районға ҡайтасаҡ йәш белгестәр, ата-әсәләр, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары һәм төрлө учреждение, предприятиелар етәкселәре ҡатнашлығында йәш белгестәрҙе эш һәм торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү буйынса «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо.

    авторы: админ | 16 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru