Ауыҙыңа кергәнде сәйнәргә иренмә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Май
  • Берҙәмлектә – көс
  • Крокодилдың теле һәленмәй.
  • Һыу буйында балыҡсы
  • Йыртҡыс, «урман санитары», тотем – барыһын берләштерә ул..
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Аулаҡ өй» ҡауыштырҙы Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер

    Баймаҡ районында «Танышайыҡ, табышайыҡ, ҡауышайыҡ, буйҙаҡтар!» акцияһы айҡанлы тәүге «Аулаҡ өй» исемле таныштырыу кисәһе биш йыл элек Таулыҡай ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтендә үткәйне. Унда Икенсе Этҡол ауыл советы ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың йәштәре саҡырылды. Яҙасаҡ геройҙарыбыҙ – тап шул кисәлә бер-береһен осратып, ҡауышҡан Икенсе Этҡол ауылы егете Мөнир Яҡупов, йәрен осратыуҙан бигерәк, районда тәүге тапҡыр үткән бындай сараға ҡыҙыҡһынып килә.

    авторы: админ | 19 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эште әүҙемлештерегә кәрәк Башҡортостан

    Билдәле булыуынса, быйыл III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтәсәк
    Донъяның төрлө төбәктәренән милләттәштәребеҙҙе бергә йыясаҡ мәртәбәле ҡор ентекле әҙерлек, башҡарылған эштәрҙе барлауҙы талап итә.
    II Ҡоролтайҙа ҡабул ителгән резолюция ҡарарҙары нисек үтәлгән? Киләсәктә нимәләргә күберәк иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк? Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» башҡарма комитетының сираттағы ултырышында ҡоролтай комиссияларының эш һөҙөмтәләре, быйылғы йылға пландары, республиканың ҡайһы бер йәмәғәт ойошмаларын коллектив ағзалар итеп алыу мәсьәләһе ҡаралды.

    авторы: админ | 19 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    Ҡоролтай ултырышы үтә
    Башҡортостан парламенты Президиумы Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 55-се ултырышы үтәсәк көндө билдәләне.
    Ул 21 февралдә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда үтә. Көн тәртибенә 35-кә яҡын мәсьәлә сығарыласаҡ.

    авторы: админ | 19 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Танытма алдыңмы? Сәйәсәт

    Йылдың илебеҙ яҙмышын, артабанғы йүнәлешен хәл итер иң төп ваҡиғаһы – РФ Президентын һайлау көнө яҡынлаша. Һайлау алды кампанияһы менән бер рәттән, был сараға әҙерлек тә етди бара. Әҙерлек сиктәрендә, 16 ғинуарҙан илебеҙҙә теркәүҙән төшөү (открепительный) талондары тапшырыла башлаған.

    авторы: админ | 19 февраля 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Кемдең ыҙбаһы бейек? Сәйәсәт

    Рәсәй Президенты һайлауҙарына һанаулы ғына көндәр ҡала. Кандидаттарҙың һайлау алды кампаниялары ла әүҙемләште, «йәшник»тәрҙе тоҡандырған һайын шуларҙы тыңлап, кемеһенең ни тиклем күберәк вәғәҙә итеүенән халыҡ тамам албырғаны, шикелле.

    авторы: админ | 19 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аҡсаң йәл булһа, тәртип боҙма! Яңылыҡтар

    Әле Башҡортостанда ауыл хужалығы ерҙәрен бушлай хосусилаштырыу дауам итә. 1 ғинуарға ҡарата алынған мәғлүмәттәр буйынса, беҙҙәге 985 ауыл хужалығы ойошмаһының бөтәһендә лә ошо ерҙәрҙе халыҡҡа таратыу эштәре башланған. Хатта ҡайһы бер райондарҙа ер участкаларын кадастр иҫәбенә ҡуйыу эштәре тамамланған да инде. Республиканың 28 районында 124 мең гектар майҙандағы ер участкаларына хоҡуҡтарын 20 мең тирәһе граждан теркәп ҡуйған.

    авторы: админ | 19 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Компьютер ҙа – шәп ярҙамсы Яңылыҡтар

    Мәғлүмәттәрҙең автоматлаштырылған базаһын бер урынға берләштереү – хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшендә ҙур ярҙам. Берләштерелгән телекоммуникацион система енәйәттәрҙе тиҙ асыу һәм енәйәтселәрҙең пландарын юҡҡа сығарыу мөмкинлеге бирә. Күптән түгел автоматлаштырылған «Магистраль» базаһы системаһы аша мутлыҡ ҡылыуҙа ғәйепләнеп, 2004 йылдан федераль эҙләүҙә булған Туймазы кешеһенең Ҡаҙан – Сызрань поезына билет алыуы тураһында мәғлүмәт алына. Татарстандың баш ҡалаһына Туймазы районы буйынса эске эштәр бүлегенән енәйәти эҙләү һәм патруль-пост хеҙмәте бүлеге хеҙмәткәрҙәре ебәрелде. Улар тимер юл вокзалында енәйәтсене ҡулға алып, Туймазыға алып ҡайтты.
    Енәйәттәрҙе асыуҙа юғары технологиялар ҡулланыуҙың тағы бер миҫалы – БР буйынса Эске эштәр идаралығының мәғлүмәт үҙәгенән алынған хәбәр буйынса енәйәти эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре беҙҙең ҡалала кешеләрҙән урланған ете кеҫә телефонын тапты. Әлеге көндә өҫтәмә оператив-эҙләү саралары үткәрелә. Эльмира ФӘЙЗУЛЛИНА, милиция майоры, Туймазы ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

    авторы: админ | 19 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Суверенитетты ҡаршылап
    Сербия халҡы Косовола иғлан ителгән үҙаллылыҡҡа манифестациялар менән яуап биргән.
    Барыһы ла кискеһен митингыла ҡатнашыусыларҙың Америка һәм Словения вәкиллектәренә таш бәргәндән һуң башлана. Уларҙан һуң ресторандарға һәм ҡиммәтле магазиндарға сират етә. Ваҡиғаны контролгә алыу өсөн полиция һуңғы сиккә барып, йәш ағыҙа торған газ ҡуллана. Бәрелештәр һөҙөмтәһендә ике яҡтан да 30-ҙан ашыу кеше зыян күргән.
    Шул уҡ ваҡытта Косовоның суверенитет алыуын албандар дөрөҫ тип баһалаған һәм ошо уңайҙан ҙур байрам ойошторған.

    авторы: админ | 19 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru