Горизонталь буйынса: 7. Яҡшы тоҡомло йүгерек ат. 8. Һүҙҙең бер өлөшө. 11. Яҡшы сүс бирә торған нәҙек һабаҡлы ата киндер. 12. Май айында ете төрлө үлән ауыҙ итергә, ә быныһынан өс тапҡыр аш бешереп ашарға кәрәк. 13. Ике бағана, бағана өҫтөндә мискә, мискә өҫтөндә шар, шар өҫтөндә урман. 16. Дүшәнбе халҡы. 17. Оҙон кәкре муйынлы, оҙон суҡышлы ҙур һыу ҡошо. 18. Ҡояш байыған мәлдә (...) араһына инеп янһа, иртәгеһен үк көн ямғырлы булыр. 21. Ҡыш көнө (...) аҫтында сиңерткә ҡысҡырһа, көн йылытыр. 22. Мейес ҡабырғаһына ҡомған, самауыр ултыртыу, бейәләй һ.б. һалып киптереү өсөн яһалған уйым. 24. Fәжәпләндерә, аптырата торған хәл. 25. Гәлсәр нимә ул? 29. Ашыҡ нимә ул? 30. Тинтәк, йүләр кеше. 31. Апрель баштарында (...) тауышы ишетелһә, ай бөткәнсе көндәр матур торор. 34. Һары, итләс емеш бирә торған йылы яҡ ағасы. 35. Үҙеңде берәүҙән яраттырыу өсөн төрлө им-том доғаһы уҡып өшкөртөлгән нәмә (ғәҙәттә бетеү итеп тағып йөрөгәндәр). 36. Саңғының аяҡ башын кейҙерә торған яҫы бауы. 39. Ап-аҡ көсөгөмдө урамға ташлап киттем. 40. Һынау.
Вертикаль буйынса: 1. Йотлоғоп тыңлағанда ҡайҙа инерҙәй булалар? 2. Сихәт, уңыш, бәхет. 5. Ҡолаҡ ҡысытһа – ҡышын (...), йәйен ямғыр булыр. 6. Был ауырыуҙың билдәләре: иң тәүҙә исемдәрҙе онотаһың, һуңынан – йөҙҙәрҙе. Аҙаҡтан шәлтәүҙе (ширинка) ҡаптырырға, ә иң һуңында – сисергә онотаһың. Диагноз ҡуйығыҙ. 9. Күк ҡыңғырау сәскәле үлән. Тамыры ҡытлыҡ йылдарында күптәрҙе үлемдән ҡотҡарған. 10. Түбәһе, арҡаһы көрән, тамаҡ аҫты, сикәһе ҡара, түше, ҡорһағы һары һайрар турғай. 14. Әкиәттән: «Әтәс менән тауыҡ төйлөгәнде (...) орлоғо менән һыйланы, ти. Шунан төйлөгән иҫереп йығылды, ти». 15. Кем гәзит тарата? 19. (...) бүрәнә тырнаһа – көн боҙола, бөгәрләнеп ятһа – һыуыҡ була. 20. Көҙ көнө ағас япраҡтары ҡойолмаһа – халыҡҡа ауырлыҡ, (...) ағасында япраҡ ҡалһа – ҡатындарға ауырлыҡ, имәндә япраҡ ҡалһа, ирҙәргә ауырлыҡ булыр. 23. Был ҡатын-ҡыҙ исеме ғәрәпсә «оҙон ғүмерле»не аңлата. 26. «Эшләй белеп эшләгәнгә иген эше – кинәнес, эшләй белмәй эшләгәнгә иген эше – (...)». 27. Дымһыу, елһеҙ, эҫе һауа. 28. (...) булыу – бик ныҡ һағынып көтөү. 32. Февралдә һыуыҡ: «Һыйыр (...)өн һындырыр инем дә, көнөм генә ҡыҫҡа», – ти, имеш. 33. Ҡара бесәй юлды ҡыйһа, ул тапҡырҙан (...)не тотоп сығырға кәрәк. 37. Буш шешәгә нимә кәрәкмәй? 38. Уҡтың керешкә эләктерә торған киртекле асалы башы.