Ваҡытһыҙ эшләнгән эш эшләнмәгәнгә иҫәп.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • ЙӘЙ ЕТТЕ, ЙӘЙ!
  • Ниндәй төҫкә буярға?
  • Ҡомһоҙ инспекторҙар исемлеге
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҙур спорт тирәләй Яңылыҡтар » Спорт

    Хоккей уйыны – ҡаты уйын, шулай ҙа һуғышыу өсөн башҡа урындар бар
    Хоккей буйынса даими беренселек аҙағына яҡынайған һайын, һәр турҙағы көрәш ҡанға торошло була башланы. Был, әлбиттә, бер яҡтан, беренселектә көсөргәнешлек тыуҙырып, хоккей һөйөүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятһа, икенсе яҡтан, ҡайһы бер уйынсыларҙың тәртипһеҙлеге команда өсөн матур күренеш түгел. Был йәһәттән «Витязь» хоккейсылары иң «өлгөрө».

    авторы: админ | 21 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иң етеҙе – Учалы командаһы Яңылыҡтар » Спорт

    «Йәншишмә» гәзите призына республика саңғы ярышы быйыл Күмертау ҡалаһында уҙҙы. 31-се тапҡыр уҙған был абруйлы ярышҡа республиканың төрлө район-ҡалаларынан 18 команда килгәйне. Бөтәһе 150-ләп йәш саңғысы үҙ-ара көс һынашты.
    Ҡыҙҙар – 3, егеттәр 5 саҡрымға шәхси беренселеккә ярышты.

    авторы: админ | 21 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Венера Хәйрулла ҡыҙы Ханнанова Башҡортостан » Юбилейҙар

    Салауат районының Радио ауылынан ҡәҙерле әсәйебеҙ
    Венера Хәйрулла ҡыҙы ХАННАНОВАНЫ
    тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
    Ҡәҙерле әсәй, һиңә иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, һәр ваҡыт ҡояштай балҡып, тыуған йорттоң утын һүндермәй, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ.
    Әсәй! Беҙҙең мәңге һүнмәҫ ғүмер ҡояшыбыҙ, барыһы өсөн дә һиңә ҙур-ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Һинең һау-сәләмәт, беҙгә оло терәк, кәңәшсе булып йәшәүең оло бәхет.
    Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
    Уйландың һин ғүмер эсендә.
    Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
    Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
    Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
    Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
    Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
    Талмай атла ғүмер үренә!
    Ҡотлау менән – барлыҡ балаларың.

    авторы: админ | 21 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фәнүзә Һаҙый ҡыҙы Шәрәфетдинова Башҡортостан » Юбилейҙар

    Белорет районының Шығай ауылынан һөйөклө әсәйебеҙ
    Фәнүзә Һаҙый ҡыҙы ШӘРӘФЕТДИНОВАНЫ
    55 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Алтын йөрәкле ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерлебеҙ – йәшәүебеҙ йәме, тормошобоҙ ҡото ул! Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәйебеҙ! Һин бөгөн үҙеңдең матур байрамыңды билдәләйһең. Ҡыштың һалҡын көндәренә наҙ, йәм өҫтәргә теләгәндәй, тәбиғәттең ошо миҙгелендә донъяға килеп, барлыҡ яҡындарыңды һөйөндөргәнһең, өс балаңа йән өргәнһең. Беҙҙе ел-ямғыр тейҙермәй, бөтә күңел йылыңды биреп үҫтерҙең. Саф нескә күңелең, оло йөрәгең, изгелектәрең өсөн мең рәхмәт һиңә! Ер йөҙөндә һинең булыуыңа ҡыуанып бөтә алмайбыҙ!
    Киләсәктә лә йөрәк түреңдәге йән йылыңды һүндермәйенсә, атайыбыҙ менән иңгә-иң терәшеп, беҙгә терәк-таяныс, ейәндәреңә йәшәйеш сығанағы, нур усағы булып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, оҙаҡ йәшә лә йәшә әле!
    Әсәкәйем – гөл-сәскә,
    Ҡояш ҡына, ай ғына!
    Үҫтерҙең беҙҙе һөйөп,
    Иркәләп-наҙлап ҡына!
    Һин булғанға тормошобоҙ –
    Мөлдөрәмә тулы наҙ.
    Һин яндаһың, күңелебеҙҙә
    Йылмая ҡояшлы яҙ!
    Беҙҙең иң ҙур шатлығыбыҙ,
    Әсәйебеҙ, ул бит һин!
    Бәрәкәтле тормош һиңә,
    Йөҙөңдә бәхет көлһөн!
    Иң изге теләктәр менән – тормош иптәшең, улдарың, ҡыҙҙарың, килендәрең, ейәндәрең.

    авторы: админ | 21 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шамил Камалетдин улы Кәлимуллин Башҡортостан » Юбилейҙар

    Әлшәй районының Балғажы ауылында йәшәүсе
    Шамил Камалетдин улы КӘЛИМУЛЛИНДЫ
    50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Иң йылы хистәребеҙҙе, оло ихтирамыбыҙҙы еткерәбеҙ. Әсәйебеҙ Рәмзиә Айтуған ҡыҙы менән бергәләшеп, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, етеш, бәхетле тормошта йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
    Һәр яңы тыуған көн тик шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен.
    50 йәш бит инде, ғүмер үтә, тип,
    Күңелең һинең һис тә төшмәһен.
    Һиңә насип булған бәхет, шатлыҡ,
    Яҡты көндәр мәңге үтмәһен.
    Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
    Шуныһы бигерәк ситләп үтмәһен.
    Иң изге теләктәр менән – ҡатының Рәмзиә, улың Алмас, ҡыҙҙарың Динара, Гөлнара, кейәүең Марат, ейәнең Динар.

    авторы: админ | 21 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Нурия Исмәғил ҡыҙы, Буранбай Барый улы Башҡортостан » Юбилейҙар

    Йылайыр районының Воскресенское ауылынан ҡәҙерле апайыбыҙ
    Нурия Исмәғил ҡыҙы ДӘҮЛӘТСУРИНАНЫ
    күркәм юбилейы – 50 йәше, Хәйбулла районының Бакаловка ауылынан яратҡан еҙнәйебеҙ
    Буранбай Барый улы ҠАҘАҠҠОЛОВТЫ
    – 55 йәше, бына инде 30 йылдан ашыу инде еҙнәйебеҙ менән иңгә-иң терәшеп бәхетле ғүмер кисереүсе, ике ул, ике ҡыҙға ғүмер бүләк итеүсе, өс балаға өләсәй булыусы апайыбыҙ Фәтхиә Исмәғил ҡыҙын тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Көндәрегеҙ – ҡояшлы, кистәрегеҙ – ал шәфәҡле, таңдарығыҙ – яҡты һәм тыныс, һаулығығыҙ – ныҡ, ғүмерегеҙ бәхетле булһын.
    Ҡотлау менән, барлыҡ туғандарығыҙ исеменән - Нәғим, Зәйнәп, Ғәҙел, Нәсимә, Ғәлим.

    авторы: админ | 21 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ғәлинур, төн уртаһында танышының шалтыр-шолтор шешәләр күтәреп китеп барыуын күреп:
    – Төндә шешә ҡабул итәләрме ни? – тип һорай.
    – Ҡайҙа инде ул? Ҡатыным, бөтә мөлкәтеңде йый ҙа сығып кит, тип өйҙән ҡыуып сығарҙы.

    авторы: админ | 21 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Аулаҡ өй» ҡауыштырҙы Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер

    Баймаҡ районында «Танышайыҡ, табышайыҡ, ҡауышайыҡ, буйҙаҡтар!» акцияһы айҡанлы тәүге «Аулаҡ өй» исемле таныштырыу кисәһе биш йыл элек Таулыҡай ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтендә үткәйне. Унда Икенсе Этҡол ауыл советы ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың йәштәре саҡырылды. Яҙасаҡ геройҙарыбыҙ – тап шул кисәлә бер-береһен осратып, ҡауышҡан Икенсе Этҡол ауылы егете Мөнир Яҡупов, йәрен осратыуҙан бигерәк, районда тәүге тапҡыр үткән бындай сараға ҡыҙыҡһынып килә.

    авторы: админ | 19 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru