Кешене кейеменә ҡарап баһалама, эшенә ҡарап баһала.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һәләтле етәксе, тәжрибәле табип
  • ХӘҘИСТӘР
  • Йондоҙнамә
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Дини белем кәрәк
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәшенле йәшлек Әҙәбиәт

    – Йә, Вәхит, эштәр нисек? – тине Мәрйәм апа иртә менән.
    – Шыуыша бер аҙ, – тине Вәхит.
    – Бөгөн һинең мәсьәләне комскомитет бюроһына ҡуясаҡтар. Ләкин мин яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә аласаҡмын. «Сессияға барыу тураһында мин синыф етәксеһенән һораным», – тиерһең. Ә былай эш бик ҙурға китәсәк.
    – Юҡ, апа, мин үҙем өсөн үҙем яуап бирәм.
    – Ә бит мин әйттем инде.
    Бына дәрестәрҙән һуң бюро ултырышы башланды. Мәктәп директоры Сажиҙә апа (Зайлалова – З. Б.), детдом директоры Ю. М. (Юзефа Матвеевна) һәм райкомдан килгән Хәжәр апа ла бар ине.

    авторы: админ | 28 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауырыуҙар урап үтһен тиһәң… Сәләмәтлек

    Яҙ яҡынлаша. Белеүебеҙсә, яҙ – кеше организмының иң ҡаҡшаған осоро. Витаминдар етмәй, иммунитет ҡаҡшай, өҫтәүенә, еүеш һәм һалҡын көндәр ҙә төрлө сирҙәр эләктереүгә булышлыҡ итә. Ошондай һынауҙарға һеҙ әҙерме-түгелме икәнде түбәндәге тест асыҡларға ярҙам итер.

    авторы: админ | 28 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡолаҡ һал! Сәләмәтлек

    • Сыр оҙаҡ һаҡланһын тиһәгеҙ, шарап һеркәһенә мансылған салфеткаға төрөп һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ.
    • Маринадланған бәшмәкте, соусҡа ҡушасаҡ йәшелсә-емеште 10 минут бешереп алалар.
    • Бауырҙы бешерер алдынан 2 – 3 сәғәт һыуыҡ һөттә тотһаң, тәмлерәк була.

    авторы: админ | 28 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғәйникамал Зәйнулла ҡыҙы Ғарифуллина Башҡортостан » Юбилейҙар

    Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылынан ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ
    Ғәйникамал Зәйнулла ҡыҙы ҒАРИФУЛЛИНАНЫ 80 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
    Күркәм байрамы айҡанлы уға иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең игелеген-изгелеген күреп, уларҙың уңыштарына ҡыуанып, тыныслыҡта һәм муллыҡта йәшәргә яҙһын. Һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ!
    Ҡотло булһын тыуған көнөң,
    Матур булып атһын таңдарың.
    Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
    Һин үҫтергән һәр бер балаңдың!
    Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
    Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
    Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
    Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
    Ҡотлау менән – ҡыҙҙарың, улдарың, кейәүҙәрең, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм бүлә-бүләсәләрең.

    авторы: админ | 28 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гөлниса Кинйәмөхәмәт ҡыҙы Вәлиева Башҡортостан » Юбилейҙар

    Әбйәлил районының Туйыш ауылынан ҡәҙерлебеҙ
    Гөлниса Кинйәмөхәмәт ҡыҙы ВӘЛИЕВАНЫ күркәм байрамы – 60 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
    Уға тормош ҡыуаныстары менән тулы оҙон ғүмер, ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Беҙҙең тормошобоҙға йәм өҫтәп, именлектә, шатлыҡ-һөйөнөстәр генә кисереп йәшә, әсәй!
    Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
    Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
    Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
    Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
    Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,
    Наҙ, хәстәрлек бөркә йөҙөңдән!
    Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең
    Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә!
    Ҡотлау менән – ҡыҙҙарың Гөлфиә, Әлфиә, кейәүҙәрең Динис, Йәмил, улың Сәлих, киленең Дилә, ейән-ейәнсәрҙәрең.

    авторы: админ | 28 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Нәүилә Шәкирйән ҡыҙы Аманова Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ғафури районының Ташлы ауылынан
    Нәүилә Шәкирйән ҡыҙы АНАМОВАНЫ (ХАЖИЕВАНЫ) алтын юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
    Мәсетле районының Яңы Мишәр һылыуы үҙ ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышланы – абруйлы уҡытыусы ул. Тормош иптәше Роберт менән өс бала тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарҙылар. Ихлас, егәрле, яҡты күңелле, туған йәнле ҡәҙерлебеҙҙе ихлас ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ, Әй йылғаһындай оҙон ғүмер, Руслан, Гөлнара, Азаматтың тик ҡыуаныстарын күреп, бәхеттәргә төрөнөп йәшәүен теләйбеҙ.
    Иң изге теләктәр менән – Фәрҙиән, Гөлфирә, Наилә, Даян, Айһылыу, Ғаян, Әминә, Рафиҡ, Фәнисә, Зилә, Марат һәм балалар, ейән-ейәнсәрҙәр.

    авторы: админ | 28 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Айһылыу Ғәбрәүеф ҡыҙы Тимербулатова Башҡортостан » Юбилейҙар

    Әбйәлил районының Атауҙы ауылынан
    Айһылыу Ғәбрәүеф ҡыҙы ТИМЕРБУЛАТОВАНЫ тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
    Ғәзиз кешебеҙгә шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхетле мул тормош, ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Ҡәҙер-хөрмәттә, изгелектәр күреп, изге ниәттәреңде тормошҡа ашырып йәшәргә насип булһын!
    Сәләмәт бул, гел шат йәшә,
    Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
    Барыбыҙға ҡанат, терәк булып
    Талмай атла ғүмер үренә!
    Иң изге теләктәр менән Исхаҡовтар исеменән – ҡыҙығыҙ Зәлиә.

    авторы: админ | 28 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мансур Миңлебай улы Исхаҡов Башҡортостан » Юбилейҙар

    Өфө районының Бурцево ауылынан
    Мансур Миңлебай улы ИСХАҠОВТЫ тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
    Ҡәҙерле кешебеҙҙе тыуған көнө менән тәбрикләп, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле мул тормош, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Беҙгә терәк-таяныс булып, бәхетле ғүмер кисерергә насип итһен!
    Күңелеңдән яҡты ҡояш наҙы,
    Бәхет нуры һис тә китмәһен.
    Шат йылмайып ҡаршы ал һин
    Ғүмереңден һәр бер иртәһен.
    Ҡотлау менән – тормош иптәшең Таңһылыу, улың Илгиз, ҡыҙҙарың Ләйсән һәм Зәлиә.

    авторы: админ | 28 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru