Күнеккән ҡулда һәнәр бар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • [b]Шәкәр[/b]
  • Хеҙмәт – намыҫ эше
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • [b]ПРЕЗИДЕНТТЫҢ АБРУЙЫ АРТА[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Бер ханымдың башы бик ныҡ ауырта. Шуға йоҡлай алмай яфалана. Йәне көйөп, төн уртаһында ирен уята ла:
    – Мин шул тиклем ыңғырашҡанда, һин нисек йоҡлай алаһың? – ти.
    – Ярай, яҡшы, хәҙер һин йоҡла, ә мин ыңғырашайым.

    авторы: админ | 28 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гәзитебеҙҙең 23-сө һанында сыҡҡан кроссвордтың яуаптары Яңылыҡтар » Спорт

    Гәзитебеҙҙең 23-сө һанында сыҡҡан кроссвордтың яуаптары
    Горизонталь буйынса: 7. Арғымаҡ. 8. Суффикс. 11. Баҫа. 12. Балтырған. 13. Кеше. 16. Тажик. 17. Селән. 18. Болот. 21. Мейес. 22. Соҡалта. 24. Fәләмәт. 25. Быяла. 29. Һөйәк. 30. Идиот. 31. Торна. 34. Өрөк. 35. Һөйҙөргөс. 36. Битә. 39. Төкөрөк. 40. Имтихан.
    Вертикаль буйынса: 1. Ауыҙ. 2. Шифа. 3. Арыҫлан. 4. Далан. 5. Буран. 6. Склероз. 9. Этлек. 10. Иртәғош. 14. Тилебәрән. 15. Почтальон. 19. Бесәй. 20. Ҡайын. 23. Мәмдүҙә. 26. Көйөнөс. 27. Томра. 28. Интизар. 32. Мөгөҙ. 33. Төймә. 37. Бөкө. 38. Киҙе.

    авторы: админ | 28 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тормош ҡәҙерен белеп… Башҡортостан

    Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс синыфтар факультетын тамамлаған Әлшәй районының Себенле ауылы ҡыҙы Гөлзинә йүнәлтмә буйынса ошо уҡ райондың Иҙрис ауылы мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә килә. Бергә уҡыған әхирәте менән бер инәйгә йортҡа төшөп, улар ең һыҙғанып эшкә тотона. Ауылға килгән йәш уҡытыусылар – һылыу ҡыҙҙарҙы Иҙрис егеттәре ситкә ебәрә буламы? Мәктәпте тамамлағандан һуң район үҙәгендә ташсы һөнәренә эйә булып ҡайтҡан Нияз исемле егет ҡармаҡлай ҙа инде Гөлзинәне. Ике йыл тирәһе дуҫлашып йөрөгәндән һуң, йәштәр өйләнешеп тә ҡуя.

    авторы: админ | 26 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    «Миңә башҡорт ҡымыҙы менән балы көс бирә»
    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй биатлонсыһы, өс мәртәбә донъя чемпионы, яҡташыбыҙ Максим Чудов менән осрашты.
    Республика етәксеһе Рәсәй биатлонының ғорурлығын йылы тәбрикләп, донъя чемпионатында Максим өсөн ысын күңелдән «яныуы»н белдерҙе.
    Әңгәмәлә республикала биатлонды үҫтереү перспективалары ҡаралды. Максим Чудовҡа БР Президенты үҙенең исемле сәғәтен бүләк итте. Чемпион, үҙ сиратында, уға башҡорт ҡымыҙы менән балының көс биреүен, киләсәккә пландары хаҡында һөйләне.

    авторы: админ | 26 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ватан һаҡсылары хөрмәтенә Башҡортостан

    Рәсәйҙәге кеүек, Башҡортостанда ла хәрби хеҙмәт быуаттар буйына һаҡланып килгән изге мөҡәддәс бурыс һаналған. Халыҡ ижадында ғына түгел, рәсми документтарҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан 20 башҡорт полкының батырлығы сағылдырылған. Башҡортостан немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкә 700 мең яугирҙы ебәргән, 309662 кеше яу яланында ятып ҡалған. Өфөнөң Еңеү паркындағы гранит плитәләр улар хаҡында хәтерләтә. Беҙҙең егеттәребеҙ Афғанстанда ла, Төньяҡ Кавказда ла хәрби бурысын намыҫ менән үтәне.

    авторы: админ | 26 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күҙәтеүселәр етерлек буласаҡ Яңылыҡтар

    2 мартта үтәсәк Президент һайлауҙарына әҙерлек барышы менән танышыу өсөн Башҡортостанға Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең Рәсәйҙәге башҡарма комитетының күҙәтеүселәр миссияһы башлығы Наурыз Айҙаров килде. Ул республикабыҙ Президенты Мортаза Рәхимов, БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Барый Кинйәғолов менән осрашты.
    Наурыз Айҙаров хәбәр итеүенсә, 2 мартта Рәсәйҙә БДБ дәүләттәренән, Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ассамблеяһы делегацияһынан һәм Беларусь менән Рәсәй парламенты йыйылышы депутаттарынан торған 100-гә яҡын күҙәтеүсе йыйыласаҡ. Улар илебеҙҙең бөтә федераль округтарында ла буласаҡ.

    авторы: админ | 26 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дәүләтселек билдәһе Башҡортостан

    Кисә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө булды. Был дата 2002 йылдан алып билдәләнә.
    1990 йылда республиканың Дәүләт суверенитеты хаҡындағы декларацияһы ҡабул ителгәндән һуң Дәүләт флагы, гербы, гимны кеүек рәсми атрибуттар ҙа барлыҡҡа килде.
    1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт ССР-ның Юғары Советы республиканың исемен үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Хәҙер ул Башҡортостан Республикаһы булып китә, шунда уҡ яңы Флаг та ҡабул ителә.

    авторы: админ | 26 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фатирығыҙҙағы үҙгәрештәрҙе законлаштырырға ашығығыҙ! Яңылыҡтар

    Федераль теркәү хеҙмәтенә килеп инһәгеҙ, халыҡтың күплегенә, эштең ҡайнап тороуына аптырамағыҙ ҙа! Был – ғәҙәти күренеш: кемдер «баҡса амнистияһы» тип мәж килә, кемдер предприятие һатып ала, ә бына бәғзеләр әлеге лә баяғы фатир мәсьәләһен хәл итә.
    Фатир мәсьәләһен хәл итеү өсөн хәҙер күп сара уйлап таптылар. Әммә ҡайһыһын ғына алмайыҡ, юлыбыҙ барыбер Федераль теркәү хеҙмәтенә алып барасаҡ. Сөнки фатирҙы һатһаҡ та, бүләк итһәк тә, һатып алһаҡ та – ниндәй генә ғәмәл башҡарһаҡ та, ул мотлаҡ ошо хеҙмәт аша үтергә тейеш.

    авторы: админ | 26 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru