Көсөң етмәгәнгә көсәнмә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • Ғәйепһеҙме? Улайһа, ҡабаланма
  • Йондоҙнамә
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Эшкә саҡырабыҙ Яңылыҡтар

    Яуаплылығы сикләнгән ойошма Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә эшләү өсөн кирбес һалыу оҫталарын эшкә саҡыра. Вахта ысулы менән. Йәшәү урыны буласаҡ. Эш хаҡы юғары. Белешмә өсөн телефондар:
    8-927-3329420, 8-917-4830476.

    авторы: админ | 2 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Наримйән Хәбир улы һәм Земфира Сибәғәт ҡыҙы Башҡортостан » Юбилейҙар

    Салауат районының Лағыр ауылынан ҡәҙерлеләребеҙ
    Наримйән Хәбир улы НИҒМӘТЙӘНОВ
    менән
    Земфира Сибәғәт ҡыҙы ЙӘНТҮРИНАНЫ
    бергә тормош ҡороп йәшәүҙәренә 40 йыл тулыу айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ! Ошо ваҡыт эсендә төрлө хәлдәр булғандыр, төрлө яҡтан төрлө елдәр иҫкәндер, әммә һеҙ бер-берегеҙгә терәк булып, бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп, хөрмәтләп, яман күҙҙәрҙән, насар һүҙҙәрҙән һаҡлап, беҙгә тормоштоң матурлығын күрергә, уның ҡәҙерен белергә, иң мөһиме – яратырға өйрәткәнегеҙ, ел-ямғырҙан ҡурсалағанығыҙ, матур тәрбиә биргәнегеҙ, тәү тәпәй баҫҡан йортобоҙҙа ҡолас йәйеп ҡаршы алғанығыҙ, һағынып көтөп торғанығыҙ, беҙҙе һаман сабый итеп ҡабул ҡылғанығыҙ, ғөмүмән, донъялағы иң шәп атай-әсәй булғанығыҙ өсөн мең рәхмәт һеҙгә!
    Киләсәктә лә күңелебеҙҙең ҡояшы, тормошобоҙҙоң йәме, аҙашҡанда яҡты маяҡ булып, ауырыу-һыҙлауҙы белмәй, бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.

    Йәшәү шатлығы һеҙ беҙҙең өсөн,
    Һәр беребеҙ өсөн үрнәкһегеҙ.
    Ауыр саҡта һеҙгә таянабыҙ,
    Беҙҙең өсөн һеҙ бик кәрәкһегеҙ!


    Ҡотлау һәм изге теләктәр менән – балаларығыҙ Ришат, Зәйтүнә, Ринат, киленегеҙ Гөлназ, ейәндәрегеҙ Илгиз, Рәмил, ейәнсәрегеҙ Динара.

    авторы: админ | 2 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рита Рәхмәтулла ҡыҙы һәм Фәрих Сөләймән улы Башҡортостан » Юбилейҙар

    Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында йәшәүсе ҡәҙерлеләребеҙ – әсәйебеҙ
    Рита Рәхмәтулла ҡыҙы ШӘЙҘУЛЛИНАНЫ
    һәм атайыбыҙ
    Фәрих Сөләймән улы БИКЖАНОВТЫ
    бергә иңгә-иң терәшеп, матур ғүмер итеүҙәренә 45 йыл тулыу уңайынан ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Беҙҙе матур итеп оло тормош юлына баҫтырған, һәр яҡлап өлгө булған атай, әсәйебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтарға төрөнгән көндәр теләйбеҙ. Беҙҙең өсөн яҡты көндә ҡояш булып, оҙон юлдарҙа маяҡ булып, ҡараңғы төндәрҙә ай булып, кәңәшсе, йыуатыусы булып ҡалығыҙ. Балаларығыҙҙың рәхмәтен, ярҙамын, йылы ҡарашын, мәрхәмәтен тойоп йәшәгеҙ.
    Оло рәхмәтебеҙҙе белдереп, балаларығыҙ, килен-кейәүҙәрегеҙ исеменән – ҡыҙығыҙ Зөлфиә.

    авторы: админ | 2 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Лилиә Ғәлимйән ҡыҙы Байдәүләтова Башҡортостан » Юбилейҙар

    Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан ҡәҙерле кешем
    Лилиә Ғәлимйән ҡыҙы БАЙДӘҮЛӘТОВАНЫ
    45 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым. Ҡәҙерле әсәй! Тыуған көнөң менән тәбрикләп, иң изге, иң яҡты теләктәремде еткерәм. Һиңә шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, ауырыу-һыҙланыуҙарһыҙ оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, һәр ваҡыт ҡояштай балҡып, йылы усағыбыҙ, ғаиләбеҙ именлегендә ҡалҡан булып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ.Тыуыр таңдарың тыныс, килер көндәрең имен булһын!
    Иң изге теләктәр менән – Өфө ҡалаһынан ҡыҙың Юлиә.

    авторы: админ | 2 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 24 25 26 27 28 29 30 31 32 33  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru